RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Көйәрмәндәр менән бергә генә беҙ – бер команда»

11.09.2010 «Көйәрмәндәр менән бергә генә беҙ – бер команда»

«Көйәрмәндәр менән бергә генә беҙ – бер команда»Виталий Прошкин, һаҡсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр донъя, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы. 1976 йылдың 8 майында Электросталдә тыуған. Буйы – 192 см, ауырлығы – 90 кг. «Динамо», «Аҡ барс» командаларында уйнаған. 2007 йылдың сентябренән – «Салауат Юлаев»та.
Быйма кейеп, сәкән тотоп

– Тыуған ҡалам Электросталдә хоккей менән шөғөлләнмәү мөмкин түгел ине. Йә завод, йә хоккей – башҡа юл юҡ. Ихатала күрше малайҙар менән 30 градуслы һыуыҡта ла шайба артынан ҡыуа торғайныҡ. Ул ваҡытта минең коньки юҡ, бик дефицит ине ул. Аптыраманыҡ, быйма менән рәхәтләнеп шыуа торғайныҡ.
Беренсе тапҡыр конькиҙы хоккей секцияһына барғас кейеп ҡараным. Тәбиғи, кейҙем дә, ҡаттым да ҡалдым, йөрөп булмай, аптырап, бортҡа тотоноп, тәүге аҙымдарҙы баҫтым. Шулай килеп сыҡты, мин үҙ төркөмөбөҙҙә иң һуңғы булып килгәйнем, башҡалар, эй, елле йөрөгән кеүек. Өйрәнелде. Таңғы сәғәт алтынан тороп килә торғайным майҙансыҡҡа.
Күнегеүҙәр күп ваҡытты алды. Уҡыуым шәптән булманы, шуға ата-әсәйемә мәктәптә минең өсөн әҙ ҡыҙарырға тура килмәне. Алтынсынан алып бар малайҙар ҙа спортсылар инек. Синыфыбыҙ ҙа шулайыраҡ булды, тәҙрә лә ваттыҡ, уҡытыусының ултырғысына кнопкалар ҙа ҡуйҙыҡ, хатта бер мәл, «ике»-«өслө»ләребеҙҙән ҡотолор­ға теләп, класс журналын утҡа яҡтыҡ. Харап булғанбыҙ бына. Тарих фәнен бик яраттым, өҫтәмә әҙәбиәт алып уҡый торғайным. Физика менән химияны ла үҙ иттем. Ә иң яратмағаным һүрәт төшөрөү дәресе булды. Шуға күрә минән, бала саҡта эшләгән берәй һүрәтеңде күрһәт әле, тип һорап ҡуймағыҙ...
Ата-әсәйем хоккей менән ҡыҙыҡһыныуымды хупланы, урам буйлап берәҙәкләнеп йөрөгәнсе, һаулығы нығыныр, тигәндәрҙер. Беренсе тапҡыр ун дүрт йәшемдә сит илгә – Финляндияға турнирға сыҡтым. Иҫләйем, шул саҡ таҙалыҡ, бөхтәлек, магазиндарҙа йәнең теләгән әйбер­ҙәрҙең булыуы хайран иткәйне. Үҙебеҙ менән урыҫ араҡыһы алдыҡ. Уларҙы сәкәнгә, бирсәткәләргә һәм формалар­ға алмаштырҙыҡ. Юғиһә беҙҙә бындай «байлыҡ»ты табырмын тимә.
Һис алдашмайым, ул саҡта хоккей ғына уйнап аҡса эшләп булырын уйламай ҙа, белмәй ҙә инем. Армияға бармаҫҡа һәм институтҡа инергә булыр, тигән дәрт кенә сәкән тоторға мәжбүр итә ине. Аҙаҡ, беренсе эш хаҡы алғас, донъя көтөр өсөн, атай-әсәй кеүек һары таңдан ҡара кискә хәтлем заводта тир түкмәй, бил ҡатҡансы станок артында тормай, сәкән генә һуғып та аҡса табып булғанын аңланым. Юҡ, беләм, һәр хеҙмәт данлыҡлы һәм кәрәкле, тик хоккей ҙа еңел эш түгел: уйындар, бер ҡаланан икенсеһенә осоуҙар, иртәле-кисле күнекмәләр... Физик йәһәттән ни тиклем ауыр булһа ла, күңелгә ләззәт бирә яратҡан эш. Беренсе эш хаҡымды ата-әсәйемә алып ҡайтып бирҙем, бик һөйөнөп, телевизормы, әллә видеомагнитофонмы – ниндәйҙер кәрәк-яраҡ алғандары иҫтә.

Капитанлыҡ ауыр йөк тә түгел һымаҡ

– «Салауат Юлаев» командаһына үткән йыл капитан итеп һайлауҙарын ниндәйҙер көтөлмәгән хәл кеүек ҡабул итмәнем. Сөнки миҙгел башында бер нисә кешене был вазифала һынап ҡаранылар, йәшерен тауыш нигеҙендә мине һайланылар. Ышаныстары өсөн рәхмәт. Ә, уйлаһаң, беҙҙең командала көслө, тәжрибәле, үҙ артынан барыһын да әйҙәр уйынсылар бик күп. Йәштәребеҙ ҙә иғтибарлы һәм әҙәпле, аҡыллы һүҙгә ҡолаҡ һалыусан. Үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ ҙә һәйбәт, командалағы мөхит тә һоҡланғыс. Шуға күрә, уйын ваҡытында башҡа команда уйынсылары, судьялар менән аңлашыуҙы, ғәҙеллекте яҡлауҙы иҫәпкә алмаһаң, капитанлыҡ ауыр йөк тә түгел. Хәстәр, хәсрәттәр килеп сыҡһа, тиҙ үк йыйылабыҙ ҙа, уртаҡ фекергә килеп, бер-беребеҙҙең күңелен күтәреп таралышабыҙ. Ә быйыл капитан итеп тәжрибәле һәм данлыҡлы хоккейсы Виктор Козловты һайланыҡ.
Командала күңелле, шуҡ егеттәр етерлек. Иң шуғы, һүҙ ҙә юҡ, Саша Радулов инде. Мин дә берәйһен тишек шоманға ултыртыу­ға ҡаршы түгел. Шаярмайынса булмай. Ирҙәр коллективы, көсөргәнешлекте ниндәйҙер юл менән алып ташлар­ға кәрәк тә баһа. ҡайһы бер шуҡлыҡтар бигерәк иҫтә ҡалған. ҡаҙанда уйнағанда бер хоккейсы күнекмәгә һәр саҡ һуңлай торғайны. Бер көн бының килеүенә, формаһын кейҙереп, үҙенә оҡшатып хоккейсы-ҡарасҡы эшләнек тә, сисенеү-кейенеү шкафы янына ултыртып ҡуйҙыҡ. Килеп инде лә бер ҡарасҡыға, бер беҙгә ҡарай. Аңланы шикелле, башҡа һуңламаны.
ҡыҙыҡтар күп инде, кемделер үҙе белмәгәндә генә велотренажерға бәйләп ҡуябыҙмы, берәүҙе ботинкаһын иҙәнгә ҡаҙаҡлап ҡуйып шаярттыҡ, икенсеһен бирсәткәһе эсенә тултырғансы һыу ҡойоп һемәйтәбеҙме...
Матбуғат – бөтөнләй башҡа тарих. Кем менәндер интервью сыҡһа, тегенең әйткән һәр цитатаһын үҙебеҙсә әйләндереп теткеләйбеҙ, уның тауышы менән килештереп, көлкөгә һалып һөйләйбеҙ – үҙе бер спектакль, ҡыҫҡаһы.
Өфө көйәрмәндәре һоҡландырғыс, улар беҙҙе ысынлап та ярата, тулыһынса ышана ла шикелле. Ғаиләм менән Өфө буйлап йөрөгәндә, бигерәк тә Матросов паркын үҙ итәбеҙ. Таныйҙар, автограф алалар, уңыштар теләй­ҙәр. Иҫтәлеккә фотоға ла төшәбеҙ. Теләктәренә һис тә ҡаршы килмәйем, уларға һәр саҡ ихласлыҡ менән яуап бирәм. Сөнки беҙ көйәрмәндәр менән бергә генә – бер команда.

ҡыҙым минең конькиҙы ҡотҡара

Үҫмер саҡта яратҡан шөғөлөм, хобби тип әйтәйемме, юбилей тәңкәләрен йыйыу булды. Өлкән ағайымдарҙан ҡалған бер йыуаныс инде. Хәҙерге шөғөлөм күпкә ҡыҙыҡлы һәм яуаплы, күпкә кинәнеслерәк һәм ғүмерлек – ул минең ғаиләм. Тормош иптәшем Марина менән беҙ тиҫтә йылдан ашыу бергәбеҙ, туҡһан туғыҙҙа танышҡайныҡ, ике меңенсе йылда өйләнештек. Дүрт йыл элек Иванна исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Үткән миҙгелдән ҡыҙым менән ҡатыным һәр уйынға тиерлек килә башланы. Тәбиғи, Иванна атаһы өсөн янып-көйә. Әле бәләкәй сағында уҡ телевизорҙан «Салауат Юлаев»тың уйынын ауыҙын асып ҡарай торғайны, ти әсәһе. Мине күреп ҡалһа, һикереп сәпәкәй итә.
Һәр уйын алдынан ҡыҙымдың үҙенсәлекле йолаһы бар. «Атайымдың конькийын ҡотҡарыу» тип атала ул. Йәғни иртән тора ла әсәһенә, атайҙың конькийын бүре алып киткән, тип хәбәр һала. Әсәһе менән ҡыҙы етәкләшеп, конькиҙы ҡотҡарырға тип, урманға китә. Барып етәләр ҙә тотоналар былар икәүләшеп юғалған «байлыҡ»ты эҙләргә. Һәм шкаф йә өҫтәл аҫты тигән «өң»дән барып табалар ҙа, конькиҙы ҡотҡаралар. Шуныһы ғәжәп; был көндө беҙ мотлаҡ еңеүгә өлгәшәбеҙ. Мәҫәлән, бер көн улар минең конькиҙы «ҡотҡарырға бармаған», һәм беҙ ҡунаҡта «Себер» командаһына 2:4 иҫәбенә еңелдек. Шуға күрә бында ниндәйҙер хикмәт бар.
Беҙҙең тәрбиәсе-нянечкабыҙ юҡ. Таныштарыбыҙҙан ғибрәтле тарихтар ишеттек тә, ҡыйын булһа ла, балабыҙҙы үҙебеҙ ҡарайбыҙ, үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, тигән ҡарарға килдек. Буш ваҡыттарымда һәр саҡ ҡәҙерлеләрем янындамын. Әкиәттәрҙе уҡып ҡына ҡалмайбыҙ, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы уйнайбыҙ ҙа. Мин йыш ҡына бүре йә төлкө булам.
Өфөлә йәшәһәк тә, Мәскәү ваҡытына буйһонабыҙ. Иртән ун берҙә торабыҙ, төнгө сәғәт берҙә ятабыҙ. Сәбәбе ябай: эштән киске ун берҙә ҡайтам, ә был ваҡытта ҡыҙым йоҡлаған булһа, ул мине бөтөн миҙгел буйына күрмәйәсәк. Ә былай уйнап та өлгөрәбеҙ әле.

Реклама...

Көнбайышта күп спортсы реклама контракттары иҫәбенә ярайһы уҡ аҡса эшләй. Һеҙгә тәҡдим булһа, нимәне рекламалар инегеҙ һәм, киреһенсә, нимәне юҡ, тип минән йыш һорайҙар. Бер ҡасан да тәмәке һәм алкоголде халыҡ алдына сығып маҡтап тормаҫ инем. Киреһенсә, был афәтте көндәлек тормошобоҙҙан алып ташлау яҡлымын.
Ә бына, бөгөн нисек кенә сәйер яңғырамаһын, сабыйҙарҙы имеҙеп, әсә һөтө менән үҫтереүҙе рекламаға һалыр инем. Ысынлап, шәп бит! Донъяла иң туҡлыҡлы, иң файҙалы, иң тәбиғи ризыҡ ул – әсә һөтө. Иммунитетты күтәреүсе витаминдар һандығы ул. Әсә һөтө менән үҫкән сабый әҙерәк ауырый, күберәк йоҡлай, йылдамыраҡ үҫә. Үҙеңдең балаларың булып, уны һөйөп, һау-сәләмәт үҫеүен теләһәң, быға бик иғтибар бирәһең икән. ҡыҫҡаһы, әсәнең күкрәк һөтө менән үҫкән малайҙар шәп хоккейсы була ала! (Көлә).

Мөнир ҡУНАФИН әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына