10.08.2011 Ҡышҡы мәктәп уйындары беҙҙә үтәсәк
Өфө 2013 йылда алтынсы халыҡ-ара ҡышҡы мәктәп уйындарын уҙғарыу урыны итеп һайланған.
Ошо хаҡта ҡарар бер нисә көн элек кенә Шотландияның Ланаркшир графлығында Мәктәп уйындарын ойоштороу комитеты ултырышында сығарылған. Шулай итеп, республика Рәсәйҙә 2014 йылда Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиада уйындары менән тамамланасаҡ эре халыҡ-ара спорт сараларын башлап ебәрә.
Мәктәп уйындары етәкселеге июлдә Башҡортостанға Рөстәм Хәмитов саҡырыуы менән килеп киткәйне. Улар беҙҙәге спорт объекттарын ҡараған һәм Башҡортостандың спорт республикаһы булыуын таныған. Төбәктә айырыуса спорттың ҡышҡы төрҙәре – хоккей, биатлон, тау саңғыһы, трамплиндан һикереү, конькиҙа уҙышыу һ.б. яҡшы үҫешкән. Һөҙөмтәлә беҙ 2013 йылда сағыу спорт ярыштарының шаһиты була аласаҡбыҙ. 800-ләгән спортсы ҡаршылаясаҡбыҙ, тип күҙаллана. Бының алдынан байтаҡ объект төҙөйһө бар.
Әйткәндәй, Мәктәп уҡыусыларының халыҡ-ара уйындары (12 – 15 йәшлектәр өсөн) Халыҡ-ара Олимпия комитеты булышлығында ойошторола һәм халыҡтарҙың татыулығын нығытыуға йүнәлтелгән.
Т. АМАНОВ.