09.08.2011 Һай, батыр егеттәр!
Республикабыҙҙа көрәш буйынса асыҡ турнир ойошторолдо
Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына милли көрәш буйынса һабантуйҙарҙа еңеүселәр араһында республика кимәлендә асыҡ турнир үтте. Ул баш ҡалабыҙҙың «Динамо» стадионына республиканың иң шәп көрәшселәрен – 160 батырҙы йыйҙы.
Спортсыларҙан тыш, турнирҙы тамаша ҡылыу өсөн көрәш ветерандары ла саҡырылғайны. Улар спорт байрамына бер биҙәк өҫтәне. Шулай уҡ спортсыларҙы тәбрикләргә Башҡортостан эстрадаһы «йондоҙҙар»ы Ринат Байымов, Диана Ишниязова, барабансылар ҙа килгәйне. Ә инде һөймәлекле Австралия ҡунағы хип-хоп башҡарғандан һуң саф башҡортса «Ҙур рәхмәт!» тигән матур һүҙҙәрҙе әйтеп, тағы ла көслөрәк алҡыштарға күмелде.
Әлбиттә, сарала ҡатнашыусылар төп иғтибарын майҙан батырҙарына йүнәлтте. Көрәшселәр араһында 19 йәшлектәр ҙә, 50-не үткән ветерандар ҙа булыуы айырыуса һөйөндөрҙө. Милли көрәш менән шөғөлләнеүселәр Башҡортостанда бик күп. Шуға ла улар араһында көс һынашыу ҙа ҙур көсөргәнеш менән бара. Майҙанға әленән-әле бил бирмәҫ батырҙар сығып ҡына тора. Бөтә тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәткән Рөстәм Хәмитов та, милли спорт сараһына ыңғай ҡарашын белдереп, батырҙарҙы тәбрикләне һәм:
– ҡәҙерле дуҫтар! Ошондай егеттәр барҙа беҙҙә бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, тип әйтке килә. Беҙгә ғәҙел көрәштә үҙенең көсөн, характерын күрһәтә белерлек ҡеүәтле, ныҡлы кешеләр кәрәк, – тине.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов республикала 20 меңдән ашыу егеттең көрәш менән шөғөлләнеүен билдәләне. Ошо тиклем малайҙарҙы, ир ҡорона еткәндәрҙе туплаған милли көрәшкә артабан да ярҙам күрһәтеләсәгенә баҫым яһаны.
Һүҙ ҙә юҡ, бил һынашыусылар күп булһа ла, майҙандың батыры берәү генә билдәләнә. Асыҡ турнирҙа абсолют чемпион исемен яулау өсөн майҙанға Өфөнән Рәдиф Аҡсурин менән Мәләүездән йәш батыр Мансур Юлтимеров сыҡты. Һабантуйҙарҙа бүләккә тәкә алып, республика кимәлендәге ярышҡа килгән егеттәргә шәп бүләк әҙерләнгәйне – өр-яңы, заманса «Шанс» машинаһы. Көрәш буйынса белгес булмаһаҡ та, күренеп торҙо: Мәләүез батыры алдан уҡ Рәдиф Аҡсуриндан ҡалышты. Был уның йәшлегенә лә бәйле, күрәһең, абсолют чемпион булырлыҡ ҡеүәт һәр кемгә бирелмәй ҙә. Шулай ҙа Мансурҙың да оҫталығын, тырышлығын инҡар итеп булмай. Йәш батыр киләсәктә үҙен күрһәтәсәк, «майҙан батыры» исемен аласаҡ әле!
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына көрәш буйынса республика асыҡ турнирының төп призы Өфө егете Рәдиф Аҡсуринға тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа буш ҡул менән ҡайтманы, иң мөһиме – күңеленә көрәш сәме һалып таралышты.
Лилиә СИРАЕВА.