04.06.2011 Вячеслав БЫКОВ: «Шулай булырын алдан уҡ белә инек»
– Беренсенән, Рәсәй хоккей федерацияһына миңә шундай мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәтлемен. Икенсенән, хоккейсыларға рәхмәтемде еткергем килә. Улар һәр саҡ, ваҡытында йыйынға килеп, ҙур теләк менән уйнаны. Беҙгә Захаркин менән эшмәкәрлегебеҙ өсөн оят түгел. Үҙебеҙҙән һуң үрҙәр яуларлыҡ эшлекле команда ҡалдырҙыҡ. Иҫегеҙгә төшөргөм килә: беҙ команданы башлап етәкләгән саҡта улар донъя рейтингында бишенсе урында тора ине. Ә хәҙер, Словакиялағы уңышһыҙлыҡҡа ҡарамай, беҙ беренсе урында ҡалдыҡ.
Әлбиттә, етешһеҙлектәр булды, унһыҙ эш бармаҫ ине. Әммә Рәсәйҙәге хоккейҙы үҫтереүҙә беҙҙең өлөш ҙур. Шул уҡ йәштәр йәһәтенән дә, беҙ уларҙы хәлдәренән килгәнсә командаға һәр ваҡыт йәлеп итеп торҙоҡ. Тик беҙҙән һәр ваҡыт юғары һөҙөмтә көттөләр. Шуға күрә йәштәрҙе хәл иткес уйындарға сығарып булманы.
Барыһы ла, Захаркиндың бер әңгәмәһен тәнҡитләп, уға йәбеште. Ә бит унда Рәсәй хоккейына ҡағылышлы бер нимә лә юҡ. Күптәр уны аңламаны. Аңларға ла теләмәне. Әммә ул минең алмаштырғыһыҙ ярҙамсым булып ҡаласаҡ. ҡайһы берәүҙәр, уны ҡалдырып, Рәсәй командаһында ҡалыуымды теләне. Юҡ. Мин ундай кеше түгелмен. Бергә эшләнек, бергә эшләйәсәкбеҙ әле. Әлегә ялдамын. Күптән ғаиләм менән бергә булғаным юҡ. Миҙгел бер яҡтан уңышлы булһа («Салауат Юлаев», Гагарин кубогын яулап, Евротурҙа уңышлы сығыш яһаны), икенсенән, донъя беренселегендә еңелеп, ошо хәлгә тарыныҡ. Эмоциялар күп булды. Киләсәкте алдан күҙалламай торам. Ял итәм әле.