30.04.2011 Ял да итә беләбеҙ
Ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбенең спорт залында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, төҙөүселәр ҡатнашлығында волейбол ярыштары үтте.
Унда йәмғеһе биш команда – республика гәзит-журналдары, Башҡортостан телерадиокомпанияһы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Шамонин мәктәбе уҡыусыларынан торған командалар таһыллыҡта көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Тәүҙә мәрәйҙәр оҫтараҡ уйнаусылар яғында күберәк булһа ла, һуңынан иҫәп тигеҙләште. Күп бәйгеләрҙә шымарып-оҫтарып бөткән радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре был көндө шәп уйын күрһәтте. Республика гәзит-журналдары командаһы («Шоңҡар», «Йәшлек», «Кызыл таң») тәүгеһендә отолһа ла, һуңынан дәғүәселәрен «тар-мар» итте. Әммә өсөнсө партияла йәнә телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре еңеүсе тип табылды.
Журналистар – икенсе, өсөнсө урынды БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы командаһы яуланы. Аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы – дүртенсе һәм Шамонин мәктәбе уҡыусылары бишенсе урындарҙы алды.
Т. АМАНОВ.
Ш. ЯУБАҪАРОВ фотоһы.