05.03.2011 Йә биатлон, йә хоккей...
Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн көрәштең йәнә ике ярымфиналсыһы билдәле булды. Риганың «Динамо»һы, хәл иткес алтынсы алышта үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә уйнап, ошо хоҡуҡты яуланы. Шулай уҡ «Атлант» та, ҡаты ҡаршылашҡан «Северсталь» уйынсыларын алтынсы уйында 1:0 иҫәбенә еңеп, төп бәйге өсөн юлын дауам итте.
Ә бына плей-оффҡа саҡ эләгеп ҡалған Минскиҙың «Динамо»һы хайран ҡалдырыуын дауам итә, «теше-тырнағы» менән Көнбайыш конференцияһы лидеры «Локомотив»ҡа йәбешеп, «тырнашыпмы-тырнаша». Хәҙер улар араһында еңеүсене асыҡлар өсөн етенсе осрашыу үтәсәк.
Әлеге уҙған алтынсы осрашыуҙа Минск хоккейсылары Ярославль уйынсыларын 5:3 иҫәбенә отто.
Шулай итеп, алда уҡ ярымфиналға сыҡҡан СКА, «Салауат Юлаев», «Аҡ барс» уйынсылары янына «Динамо» /Рига/ менән «Атлант» хоккейсылары ҡушылды. Кисә кис Көнсығыш конференцияһы командалары уйындарын дауам итте. Бында ла сенсация булыуы ихтимал. Әгәр ҙә алтынсы хәл иткес уйында «Нефтехимик» «Авангард»ты еңә ҡалһа, юлаевсыларҙың дәғүәсеһе йә «Металлург», йә «Югра» клубы буласаҡ. Был дуэтта ла уйындар ҡыҙыу бара. Бер кемгә лә билдәле булмаған Ханты-Манси командаһы Рәсәй хоккей лидерҙарының береһенә үҙ уйынын бәйләп маташа.
* * *
Йәштәр лигаһында уңышлы сығыш яһаған Өфөнөң «Толпар» командаһы, сираттағы мәрәй яулап, даими беренселек тамамланыуға ике тур алда уның еңеүсеһе булды. Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре бик матур уйын күрһәтә, дүрт ай буйына боҙ майҙанынан мәрәйһеҙ ҡайтҡаны юҡ.
Н. ТИМЕРОВ.