12.02.2011 Универсиада еңеүселәре Өфөгә ҡайтты
Төркиәлә тамамланған ҡышҡы универсиадала Рәсәй йыйылма командаһы үҙенең уңышлы сығышы менән барыһын да хайран итте. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та спортсыларҙы үҙенә саҡырып, ҡотланы. Тантанала «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, әлеге ваҡытта «Торос» командаһы өсөн сығыш яһап, Рәсәй командаһы составында еңеүсе булған Сергей Сальников, Станислав Голованов, Владимир Жмаев һәм Вячеслав Селуянов та бар ине. Команданың капитаны, еңеүгә тос өлөш индереүсе Сальников, хоккейсылар исеменән сығыш яһап, Медведевтың маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды. Һуңғы тапҡыр ҡышҡы универсиадала Рәсәй командаһы 2003 йылда уңышҡа өлгәшкәйне. Киләһе универсиада ике йылдан һуң Словенияла үтәсәк.