08.02.2011 Бишенсегә уйлай...
Федерация кубогы өсөн бәйгелә Рәсәй йыйылма командаһы тенниссылары, сирекфиналда Франция спортсыларын 3:2 дөйөм иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты. Ғөмүмән, ярыш был юлы Шамил Тарпищев тәрбиәләнеүселәре өсөн уңышһыҙ башланды. Башта билдәле Мария Шарапова үҙ дәғүәсеһенән еңелгәс, Светлана Кузнецова ла дәғүәсеһенә ҡаршы тора алмай, бирелергә мәжбүр булды. Иҫәп Франция файҙаһына 0:2 булып, дөйөм еңеү өсөн уларға бары бер генә осрашыуҙа оторға кәрәк ине лә, тик Рәсәй ҡыҙҙары, характер күрһәтеп, ҡалған өс уйында ла еңеү яуланы. Өсөнсө хәл иткес алышта Анастасия Павлюченкова өмөт ҡабыҙһа, Светлана Кузнецова иҫәпте тигеҙләне. Һәм бишенсе бәйгелә шул уҡ Павлюченкова менән Кузнецова парлы ярышта йәнә еңеү яулап, Рәсәй командаһын ярымфиналға сығарҙы. Ярымфиналда уларға Италия һылыуҙары дәғүәсе буласаҡ. Ғөмүмән, Рәсәй командаһы Федерация кубогын дүрт тапҡыр – 2004, 2005, 2007 һәм 2008 йылдарҙа яулай.