18.05.2019 Эштә лә, уҡыуҙа ла, спортта ла алда баралар
Еңеү көнө алдынан яҡташын, һуғыш ветераны Әмирхан Харисовты данлап, абҙаҡтар милли көрәш буйынса төбәк-ара турнир уҙғарҙы
Сығышым менән Белорет районынан булһам да, ошо йәшкә етеп, уның ҡайһы бер төбәгендә әлегәсә булғаным юҡ ине. Абҙаҡ ауылы хаҡында уҡыған ваҡытта ишетеп, уның бәһлеүәндәй спортсылары менән саңғы, еңел атлетика ярыштарында һәм слетта ғына осрашып ярышырға тура килде. Улар беҙҙең өсөн нисектер ят халыҡ һымаҡ тойола торғайны.
Яңыраҡ ошо яҡҡа аяҡ баҫырға насип булды, баҡтиһәң, беҙҙең ябай башҡорт халҡы гөрләтеп йәшәй икән. Ауыл ҙур, төҙөк һәм йылдан-йыл үҫешә. Өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Йәштәр ситкә китмәй, үҙ ерендә донъя ҡора. Халҡы ике меңгә еткән. Мәктәптә 352 бала белем ала. Мәктәптә 20 йыл директор вазифаһын үтәгән Гөлшат Рауил ҡыҙы уҡыусылары менән ғорурланып, белем усағының ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте. Улар республикала ғына түгел, ә бөтә Рәсәй конкурстарында ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Спорт өлкәһендә инде үҙҙәренә етеүсе юҡ һымаҡ. Мәктәптә биатлон, сноуборд, хоккей, милли көрәш һәм башҡа секциялар эшләй. Уҡыусылар иртәнге сәғәт туғыҙҙан шөғөлләнеп, киске етелә генә бушай. Төрлө өлкәлә спорт мастерына кандидаттар ҙа йылдан-йыл арта, ти етәксе. Уларҙың үрҙәре хаҡында айырым бер китап сығарырлыҡ. Милли көрәштә генә 27(!) Рәсәй чемпионы үҫеп сыҡҡан. Үҙ шөғөлөнә мөкиббән бирелгән тренер Салауат Дауытов алты йылда ошо сама чемпион үҫтереп сығарған. Уның секцияһында 40-тан ашыу малай һәм ҡыҙ шөғөлләнә. Ошо спорт төрөн йәнә популярлаштырыу ниәтендә быйылдан яҡташтары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Әмирхан Харисов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында төбәк-ара ярыш ойошторҙо. Киләсәктә уны абзаҡтар республика кимәленә күтәрергә уйлай.
Әмирхан Харисов Абҙаҡ ауылында тыуып, 1941 йылда һуғышҡа алына. 1943 йылда фашистар менән булған алышта рота командиры йәрәхәтләнгәс, етәкселекте беҙҙең яҡташыбыҙ үҙ өҫтөнә ала. Ул немецтарҙың бер нисә һөжүмен ҡағып, үҙе генә биш оккупанттың башына етә. Сталинград алышында ҡатнаша. Ана шул алыштарҙың береһендә уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләйҙәр. 1943 йылда старшина Харисов хәбәрһеҙ юғала. Тыуған ауылының бер урамына уның исемен бирәләр. Йыл да уның иҫтәлегенә арнап, еңел атлетика ярыштары уҙғарыла.
Сараны тәбрикләргә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев менән Айнур Бейембәтов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
Ярыш башланды. Батырҙар билғауҙарын тотоп келәмгә сыға башланы. Шығырым тулы зал көслө ауазға күмелде. Спорт төрҙәренең күбеһен ҡыҙҙар яулап барһа ла, быға тиклем көрәштә гүзәл затты күргәнем юҡ ине. Бында улар ҙа ир-аттан ҡалышмай, кемуҙарҙан нескә билдәрен һынарға кереште. Аптырап, башҡа спорт төрө бөткәнме ни, тип өндәшһәм: «Беҙгә ул нығыраҡ оҡшай», – тип яуап бирмәһендәрме?! Дә-ә, замандан артта ҡалып барам икән. Улар сәмләнеп, көс һынаша башланы. Араларында бер бәләкәй генә ҡыҙҙың келәмгә сыҡҡан һайын һәр дәғүәсеһен бер күтәреп кенә һелтәүе иғтибарымды тулыһынса уға йүнәлтте. Судья ҡарашын миңә төбәп: «Был ҡыҙ бит атаһының 80 (!) баш малын ҡараша, шуға көслө инде ул», – тип йылмайҙы. Тағы ла аптырауға ҡалдым. Ҡыҙыҡһыныуым тынғы бирмәй, ярыштан күҙемде алып, йәһәтерәк ҡыҙ янына юлландым.
– Ҡалай көслөһөң. Һиңә нисә йәш һуң?
– Һигеҙ.
– Көрәшкә күптән йөрөйһөңмө?
– Белмәйем… Ана, атайым ултыра, унан барып һорайыҡ, – тип мине етәкләп уның янына алып барҙы. Атаһы менән танышам. Ул фермер икән, шуға ла малы күп.
– Ҡыҙым Азалия бәләкәстән тынғыһыҙ булды. Малды күп тотҡас, көнөбөҙ шуларҙы ҡарап үтә. Ул да минең артан эйәреп, ҡараша башлай. Һыу ташып эсерә, аҫтарын таҙарта. Мал салғанды ла күргеләне. Бер мәл биш йәшендә бесәйҙе тотоп алып, минең ҡылыҡты ҡабатларға йөрөгәнендә, былай булмай, ҡыҙҙы тиҙерәк берәй шөғөл менән мауыҡтырырға кәрәк, тигән фекергә килгәс, Салауат Ғәзизович ярҙам итте. Беҙ үҙебеҙ Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынанбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, баламды 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Абҙаҡ мәктәбенең милли көрәш секцияһына алып барып яҙҙырҙым. Ваҡыт, әлбиттә, етеңкерәмәй, әммә бына өс йыл инде ҡыҙымды аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә алып киләм. Дөрөҫөрәге, иртән китәм дә кис ҡайтам. Ҡайһы саҡта хатта тамаҡ ялғарға ла онотам. Бына шулай, Азалиябыҙ көрәшсе булып китте. Тиңдәштәре араһында алдынғылыҡты биргәне юҡ, – тип маһайып та ҡуйҙы атай кеше.
Башҡа ҡыҙҙар араһында ла Рәсәй призерҙары бар икән. 9-сы класта уҡыған Эльвина Ғәҙелшина алты йыл шөғөлләнеп, Һарытауҙа уҙған Бөтә Рәсәй беренселегендә икенсе урын яулаған. Унан бер класҡа түбән белем алған Нәйлә Йомағужина ла, ике йыл ғына күнекмәләргә йөрөүенә ҡарамаҫтан, район һабантуйҙарында еңеүсе булған. Егеттәр араһында ла дан тотоусылар бихисап. Бигерәк тә Булат Абдрахмановтың наградалары күп. Ул – Бөтә Рәсәй беренселегендә чемпион, спорт мастерына кандидат. Республика чемпионатында бер нисә тапҡыр еңеүсе булып таныла.
Иптәштәре һөйләүенсә, Булат һарайҙарында быҙауҙарын һыңар ҡулы менән генә күтәреп йөрөй. Бына бит ул ҡайҙа үҫә Абҙаҡ бәһлеүәндәре!
Ярыш көнө буйы тиерлек дауам итеп, кискә еңеүселәре лә билдәле булды. Егеттәр ике ауырлыҡ категорияһында көрәште. 55 килограмда беренсе урынды Әбйәлил районы Дәүләт ауылы мәктәбенән Ғаяз Шөғөров яулаһа, икенсе урынға Абҙаҡ мәктәбенән Даян Хәйруллин сыҡты. Өсөнсө урынды Әбйәлил районы Дәүләт мәктәбенән Илһам Сәлихов менән шул уҡ райондың Әбдрәш мәктәбенән Хәкимйән Ишаев бүлеште. 80 килограмм ауырлыҡта Абҙаҡ мәктәбенән Булат Абдрахмановҡа етеүсе булманы. Икенсе урын – Айсыуаҡ Билалов (Белорет ҡалаһы лицей-интернаты), өсөнсө – Динислам Мәғәфүров (Белорет ҡалаһы лицей-интернаты) менән Айназ Дилмөхәмәтов (Белорет районы, Сермән мәктәбе).
Ҡыҙҙар өс ауырлыҡ категорияһында алышты.
32 килограмм:
Азалия Абсадиева (Әбйәлил районы, Йәнекәй мәктәбе) – 1 урын
Сулпан Аҙнабаева (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 2 урын
Регина Хилалова (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 3 урын
Регина Яласова (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 3 урын
44 килограмм:
Индира Мәхийәнова (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 1 урын
Нәйлә Йомағужина (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 2 урын
Карина Мәғәфүрова (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 3 урын
Элена Асмандиярова (Белорет районы, Сермән мәктәбе) – 3 урын
63 килограмм
Эльвина Ғәҙелшина (Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе) – 1 урын
Диләрә Фазилова (Әбйәлил районы, Әбдрәш мәктәбе) – 2 урын
Алина Фазылова (Әбйәлил районы, Әбдрәш мәктәбе) – 3 урын
Ләйсән Мәғәсүмова (Белорет ҡалаһы лицей-интернаты) – 3 урын.
Командалар араһында алдынғылыҡты урындағы мәктәп уҡыусылары бирмәһә, икенсе-өсөнсө урындарҙы Белорет ҡалаһы лицей-интернаты менән Әбйәлил районының Әбдрәш мәктәбе балалары бүлеште.