28.08.2010 Марат Сафин: «Ғүмер бер генә, ҡыуана ла, борсола ла белергә кәрәк...»
Билдәле Рәсәй тенниссыһы Марат Сафин 1980 йылдың 27 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. 1997 йылдан – профессиональ тенниссы. Иң тәүге ҙур уңышҡа 2000 йылда АҡШ-тың асыҡ беренселегендә өлгәшә. 2002, 2004 йылдарҙа Австралияның асыҡ беренселегендә финалға сығып, отола. 2005 йылда ошо уҡ бәйгелә еңеүсе була. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Дэвис кубогын яулай. Мәскәүҙең «Спартак» футбол командаһы өсөн «ауырый». 2009 йылда ҙур теннистан китә.
Марат яратҡан шөғөлө менән алты йәшенән шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта беҙҙең илдә теннис үҫеш кенә алған осор була. Тик профессиональ спортсы булыр өсөн сит илдә шөғөлләнергә кәрәк. Ә бының өсөн күп аҡса талап ителә һәм бер ваҡыт Мараттың бәхетенә уға ярҙам итергә теләүсе кеше табыла. Марат Испанияға юллана. Сафин әле лә был кешене һәр ваҡыт хөрмәт менән телгә ала. «Әгәр ул һәм башҡа изге кешеләр осрамаһа, кем булып үҫер инем икән?.. Яҙмышыма рәхмәтлемен», – ти ул.
Иртәме, һуңмы, кем булыуына ҡарамаҫтан, кеше яратҡан шөғөлөн йәки эшен ҡалдырырға мәжбүр. Бының сәбәптәре лә бихисап. Марат та, булған тиклем бейеклектәрҙе яулағас, яратҡан шөғөлөнә нөктә ҡуйырға була. Бигерәк тә уны ярыштарҙа алған йәрәхәттәре йонсота башлай. Теннис күберәк хәрәкәткә бәйле, шуға күрә арҡа, терһәк, аяҡ, тубыҡ һөйәктәренә ныҡ көс төшөүе спортсының һаулығына зыян килтерә. Ул дауаланырға мәжбүр була. Дауаланғас, ҡабаттан шул уҡ йәрәхәттәр үҙен иҫкә төшөрә, һәм егет теннистан китеү тураһында уйлана. Шулай итеп, беҙҙең геройыбыҙ спорттан ял итергә була. Ғөмүмән, теннис уға күп нәмә бирә. Дуҫтары күбәйә, тенниссы булараҡ танылыу яулай һәм кеҫәһен дә ҡалынайта. Ул үҙ карьераһында 14 миллион 373 мең доллар аҡса эшләй. Бер тапҡыр заманында донъя рейтингы буйынса яратҡан шөғөлөндә беренсе урынға ла сыға. Был ваҡытта уға ни бары 20 йәш кенә була. Икенсе йылына ла Марат ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытҡа донъя рейтингыһының юғары баҫҡысында тороп өлгөрә. Белгестәр, уға ҙур өмөттәр бағлап, киләсәктә еңелеү белмәҫ спортсы, тип күҙаллай. Әммә Сафин өмөттәрен аҡламай. Егетте йәрәхәттәр йонсота һәм бер миҙгел ул бөтөнләй ярышҡа сыҡмай. Шунан һуң башлана ла инде бер күтәрелеү, бер төшөү...
Дуҫтарына килгәндә, улар төрлө өлкәнән. Тенниссы, футболсы, хоккейсы, актер һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта Марат күршеһендә йәшәгән тенниссылар Игорь Андреев, Игорь Куницын, шулай уҡ Германияла йәшәгән Николай Давыденко менән һәр ваҡыт аралашып тора. «Спартак» клубының баш тренеры Валерий Карпин менән дуҫ. Шулай уҡ сит ил спортсылары менән дә араһын өҙмәй. Билдәле Роджер Федерерҙы хөрмәт итә. Уны бик көслө спортсы тип һанай. Ә инде Рәсәй йыйылма командаһының алмаштырғыһыҙ капитаны Шамил Тарпищев алдында баш эйергә лә әҙер. Марат әйтмешләй, Шамил Әнүәровичтың тырышлығы булмаһа, Рәсәйҙә теннис әллә ни үҫешмәҫ ине. Рәсәйҙә донъя кимәленә еткән бер генә теннис мәктәбе лә булмауына борсола Марат. Шөғөлләнәм тигән балаға күп сығым кәрәк. Мәскәүҙә корттар ҡиммәт, тренерҙар ҙа күпте талап итә. Ә инде төбәктәр тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ. Теннисты үҫтереү өсөн Рәсәй буйлап төрлө кимәлдәге турнирҙарҙы күберәк үткәрергә кәрәк, тип һанай билдәле спортсы. Әлеге ваҡытта уның дуҫтары теннис академияһын ойоштороп маташа. Марат та, ярҙам ҡулы һуҙып, уларға булышлыҡ итә. Был егеттәр уны шөғөлләнергә теләгән һәр бала өсөн мөмкин булырлыҡ итеп эшләргә ниәтләй.
Шәхси тормошона килгәндә, Марат әлегә яңғыҙ. Машинаһы ла берәү. 2002 йылда Дэвис кубогын яулағас, Рәлиф Сафин уға машина бүләк итә, һәм шунан алып уны алмаштырғаны юҡ. Һәм уйламай ҙа. Иҫкергәнсе йөрөйәсәкмен, ти. Кәләш тә алырға уйламай. Ҙур спорттан һуң, бер аҙ ял итеп, ваҡытын үҙенә арнарға уйлай. Унан тыш, һеңлеһе Динараға ярҙам итә. Уның еңеүенә бергә ҡыуана, отолһа, йыуата. Баҫым яһамай. «Ғүмер бер генә, шуға күрә ҡыуана ла, борсола ла белергә кәрәк», – ти ул.
Мараттың бер туған һеңлеһе Динара Сафина 1986 йылдың 27 апрелендә тыуған. Ул да, ағаһының юлын дауам итеп, һигеҙ йәшенән теннис менән шөғөлләнә башлай. 13 йәшендә Испанияға ағаһы эргәһенә барып, күнекмәләрен дауам итә. Ә инде 2001 йылда ҙур теннисҡа килеп, шунда уҡ үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис ассоциацияһына алына. Бер йылдан һуң үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа ирешә. Унан һуң инде төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, ярайһы ғына бейеклектәр яулай. 2005 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында, финалда еңеүгә тос өлөш индереп, федерация кубогын яулай. Пекиндағы Олимпия уйындарының көмөш миҙалына эйә. Шулай уҡ Австралияның һәм Францияның асыҡ беренселеге финалына барып етә. 2009 йылда донъя рейтингының юғары баҫҡысында ла булып өлгөрә. Ағаһы хаҡында бына нимә ти ул:
– Беҙ ағайым менән бәләкәйҙән татыу булдыҡ. Тик, икебеҙ ҙә иртә йәштән үк теннис менән шөғөлләнә башлағас, бер-беребеҙҙе һирәк күрҙек. Шуға ла шаярырға ла ваҡыт ҡалмай торғайны. Ул Испанияға юлланғас, аралар бөтөнләй өҙөлдө, тиһәк тә була. Аҙаҡтан мин дә уның эргәһенә киттем. Бәләкәй саҡта бик һирәк әрләштек. Шул мин шаярып, өйҙө болартһам, ул минең арттан йыйыштырып, шелтә бирә. Шулай уҡ ул ҡыш бабайҙың юҡлығын аңлатты. Миңә дөрөҫөн белеү ҡыйын булды һәм бар өмөттәрем юҡҡа сыҡты. Атай-әсәйебеҙ икебеҙгә лә тигеҙ иғтибар бирҙе. Тик ағайым Испанияға киткәндән һуң һирәк-һаяҡ өйөбөҙҙә ҡунаҡ булғанда бар иғтибар уға эләкте. Хәҙер ул заман үтте. Ағайым менән һирәк осрашҡанға күрә күрешеү менән аулаҡ кафеға барып, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырабыҙ.
Хыялым – киләсәктә матурлыҡ салоны асыу. Ағайым был хаҡта ишетеү менән, көлөп: «һинән ниндәй эшҡыуар сыҡһын? Артыҡ аҡсаң булһа, миңә бир», – тине. Бына шулай.