19.04.2019 ЦСКА «Гагарин»ға бер аҙым яһаны
Хоккей буйынса Гагарин кубогының финалсылары өс осрашыу уҙғарҙы ла инде.
Икенсе миҙгел рәттән бәхетен финалда эҙләгән ЦСКА командаһы юлаевсыларҙы ярымфиналда төшөрөп ҡалдырған «Авангард» уйынсыларын өс тапҡыр, 5:2, 3:0 һәм 2:0 иҫәбенә еңеп, серияны уңышлы башланы. Шуға ҡарамаҫтан, Канада белгесе тәрбиәләнеүселәре төшөнкөлөккә бирелмәй, төп призға ышанысын юғалтмауын белдерҙе. Бөгөн улар Балашихала хәл иткес, бәлки, һуңғы бәйгелә көсөн һынаясаҡ.
Омск өлкәһе клубы бынан ете йыл элек финалға сығып, «Динамо» (Мәскәү) командаһы менән көрәшкәйне. Улар дөйөм 4:3 иҫәбенә отолоп, кубокһыҙ ҡалды. Шулай уҡ әрме клубы ла, уҙған миҙгелдән тыш, 2015/16 йылда ла төп приз өсөн Магнитогорскиҙың «Металлург»ына абынды. Унда ла иҫәп – 4:3, еңеүсе файҙаһына.
Шулай итеп, КХЛ-дың 11-се миҙгелендә кубоктың яңы хужаһы билдәле буласаҡ. Быға тиклем «Аҡ барс» – өс, «Динамо» (Мәскәү), «Металлург» (Магнитогорск), СКА – ике һәм «Салауат Юлаев» бер тапҡыр «Гагарин»ды баш өҫтөнә сөйгәйне. Унан тыш, «Аҡ барс» менән «Металлург» хоккейсылары тағы берәр тапҡыр финалға сығып, дәғүәселәренән еңелде. Шулай уҡ «Локомотив», «Трактор» МВД ХК, «Атлант» һәм «Лев» (Прага) клубтары төп приздың финалында көсөн һынаны.