22.03.2019 Өфө боҙо тайғаҡ шул... йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры
«Беҙҙең әле өмөт юғалмаған. Юғалтыуһыҙ өс мөмкинлегебеҙ бар. Өфөләргә ҡаршы һәр осрашыуҙа һуңғыһына сыҡҡан һымаҡ көрәшәсәкбеҙ. Беҙҙе алдан «оҙатмай» тороғоҙ әле...»
Шулай тип ҡайтып киттеләр, өсөнсө еңелеүҙән һуң, Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе – «Автомобилист» хоккейсылары. Эйе, быға тиклем «Салауат Юлаев» менән «Автомобилист» командалары араһында үҙ-ара булған өс уйында еңеүсене көскә асыҡлағас, дүртенсе бәйгене юлаевсылар дәррәү башланы. Башта һаҡсы Семенов иҫәпте асып та өлгөрмәй, бер минут үтеүгә Ғиматов уңышҡа өлгәшә. Улар икеһе лә плей-оффта тәүгә гол индерә. Һуңғыһы миҙгел буйына составҡа ла йүнләп эләкмәй, һуңғы тапҡыр уңышҡа бынан алты (!) йыл элек ҡаҙанған була. Ҡунаҡтар иҫәпте ҡыҫҡартып, көйәрмәндәрендә ышаныс уята, әммә тәүгә атай булған Дания легионеры Ларсен иҫәпте өскә еткерә. Уйын көндө Филиптың тормош иптәше уға ҡыҙ бүләк иткәйне.
Икенсе осорҙа ла майҙан хужалары бер гол индереп, өҫтөнлөктө нығыта төштө. Екатеринбург командаһы хатаһын Кемппайнен уңышлы тамамланы. Һуңғы 20 минутта ҡунаҡтар тулыһынса тиерлек юлаевсылар яғында бәхет эҙләне. Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре һаҡлана торғас, аптырап ҡул менән булһа ла үҙенең ҡапҡаһына гол индереп, тегеләргә «ярҙамға» килде.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» уйынсылары өсөнсө еңеү яулап, Екатеринбургка күтәренке кәйеф менән юлланды. Тик юғарыла әйтеүҙәренсә, беҙҙе бик ауыр уйын көтә. Әммә плей-оффта һәр осрашыу шул юҫыҡта үтеүе бер кемгә лә яңылыҡ түгел икәнен бөтәһе лә белә.
Көнсығыштың икенсе парында ла уйын бер яҡтың өҫтөнлөгө мәнән бара. Унда майҙанһыҙ «Авангард», уларҙың спорт майҙансығы төҙөкләндерелеп ята, «Барыҫ»- ты өс тапҡыр отоп, бер аяғы менән финалға баҫты.
Көнбайыш конференцияһында ла СКА менән ЦСКА үҙ дәғүәселәрен өсәр тапҡыр еңеп, финалда, моғайын, үҙ-ара сәкәләшер.