RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли көрәшкә – яңы һулыш

20.03.2019 Милли көрәшкә – яңы һулыш

Учалы районының Абҙаҡ ауылында Зәйнулла ишан Рәсүлевтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир үтте

Учалы халҡы үҙ батырҙарын, данлы шәхестәрен онотмай, хөрмәт итә: даими рәүештә Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамазан Ниғәмәтуллин, Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин иҫтәлегенә – милли көрәш, Ватан һуғышы геройы Абдулнасир Наурызов призына йәйәнән уҡ атыу буйынса турнирҙар, РСФСР-ҙың спорт мастеры Радик Зәйнуллин иҫтәлегенә дзюдо буйынса ярыш, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә бәйгеләр ойошторола. Ошо исемлекте бөйөк мәғрифәтсе, дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлев иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш буйынса турнир ҙа байытты. Ярыш Учалы районының Абҙаҡ ауылында уҙҙы.

Учалы мөхтәсибәте, “Баш­ҡорт” ойошмаһы һәм район баш­ҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты ойошторған турнирҙа, үҙебеҙҙең Абҙаҡ, Сәфәр, Комсомольск, Туңғатар, Рәсүл, Ҡоҙаш, Иманғол һәм Сораман ауылдары көрәшсе­ләренән тыш, Белорет ра­йо­­нының Сермән ауылы һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш менән Сосновка райондары спортсылары ла бил һынаны. Еп-еңел, йоп-йоҡа 30 – 40 кило­г­рамлыҡ малайҙарҙан алып 90 – 100 кг ауырлыҡтағы ир-егеттәр ҡат­нашҡан көрәш бик ҡыҙыу барҙы. Баш судья Рәмил Әхмәтйәновҡа күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та булманы: ул кемделер иҫкәртте, кемделер төҙәтте, кемделер дәртлән­дерҙе.
– Көс һынашырға тәжрибәле, шәп көрәшселәр сыҡты. Ҡыҙ­ҙар, йоҡлап ултырмағыҙ, егеттәрҙең икеһе лә буйҙаҡ, өйләнмәгән, – тип БР-ҙың атҡаҙанған тренеры гүзәл­дәр­ҙең йөҙөн дә алһыу­ландырҙы.

Келәмдә көсөргәнешле мәл­дәр тыуып ҡына торҙо: кө­рәшселәр бер-береһен өй­­рөл­төп тә йөрөттө, баш аша ла ырғытты, ҡабыр­ғаларын да шытырлатты. Ҡарап торһаң, ҡыҙыҡ инде: әле генә келәм өҫтөнән осоп тигәндәй йөрөгән мала­ҡайҙар бер нисә йылдан баҫҡан һайын иҙән таҡтаһын һындырыр бәһлеүән­дәргә әүереләсәк... Бындай үҙгә­рештәр тауыштарҙа ла сағыла: нәҙек, фальцетҡа тартым альттарға алмашҡа баритон, бастар килә. Иң ауыр көрәш­селәр бер-береһен алып бәргәндә, иҙән һелкенеп киткән­дәй, ҡысҡыр­һалар, түшәм ҡалҡын­­ғандай тойола. Бындай та­машаға бер кем битараф ҡала алмай. Ҡараныҡ, инде ҡайтырға, малға һыу эсерергә кәрәк, тигән көйәр­мәндәр ҙә ҡайтып китә алмай, йән-фарман, бер тороп, бер ултырып, көйөүҙән бушамай. Ярай, тағы берәүҙе генә ҡарайым да, тип ҡат-ҡат көрәшселәрҙең алышын тамаша ҡыла.
– Артынан йөрөмә!
– Күтәрмә, ал да бәр! – тип аҡыл биргән, алҡыштар менән көрәш­селәрҙе ҡеүәтләгән кө­йәрмәндәр араһында абҙаҡтар күп ине.
– Ауылыбыҙҙа көрәшселәр байтаҡ, – тип ғорурланды Абҙаҡ мәктәбе директоры Ислам Зарипов. – Әхмәт Дәүләткирәев, Руслан Мәғәфүров,



Ришат Сит­диҡов, Рәнис Мәғәфүров... Араларында Рәнис иң йәше, әммә ул бөтә ярышта ла әүҙем ҡатнаша – футбол да ситтә ҡалмай, хоккей ҙа, саңғы ла... Беҙҙә хоккей командалары ла бар. Хатта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа хоккей уйнай. Киләсәктә милли көрәш тә ауылыбыҙҙың данына әйләнер, тип ышанам. Бөгөнгө ярыш бик яҡшы, матур үтә, ҡыуанып бөтөрлөк түгел.

Сараның күркәмлеген, әл­биттә, батырҙарҙың таһыллығы, оҫта­лығы арттырҙы. Бер-бер артлы ярышташтарын алып һелтәгән Силәбе өлкәһенең Тәгеш ауылы егете Әмир Зарипов, бала саҡта ғына көрәш­кәйнем, әле көрәш яңынан тарта башланы, тип маңлай тирен һыпырҙы:
– Социаль селтәрҙә көрәш тураһындағы иғланды күргәс, бында килергә, милләттәш­тәрҙең изге ниәтен күтәреп алырға, шулай уҡ башҡаларҙы күрергә, үҙ кө­сөбөҙҙө һынап ҡарарға уйланыҡ. Ярыш барышына һүҙ тей­ҙерерлек түгел. Бөтәһе лә оҡшай!
Оҡшамай әллә – еңеүсе булды бит ул! Берәү залға һуңлап килеп инеп:
– Әле кем еңде? – тип һорағас, уға:
– Көслөрәге еңде, – тип яуаплағайнылар. Әйткәндәй, иң көслөләр пьедесталдың иң юға­ры баҫҡысына күтәрелде. Балалар араһында төрлө ауырлыҡта Илнур Хәсәнов, Рәил Әхмәт­йәнов, Рәмзис Мәғә­сүмов, Айвар Тажетдинов (Учалы районы, Иманғол ауылы), Вадим Ихсанов, Әлмир Дәүләтов (Учалы районы, Сәфәр ауылы) еңһә, өлкәндәр араһында Рәмис Мәғәсүмов, Азат Ибра­һимов (Учалы районы, Иманғол ауылы), Рәфил Ғәзизов (Учалы районы, Сәфәр ауылы), Ринат Бүләков (Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы), Әмир Зарипов (Силәбе өлкәһе, Сосновка районы) беренсе урынға сыҡты. Ярышты ойоштороусылар еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә, милли көрә­шебеҙҙең киләсәге бар, тип һөйөндө: “Көслө йәш быуын үҫә!” Көрәшселәрҙең береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, һәр кем иҫтәлекле приздарға лайыҡ булды.

Вадим Моратшин, Ильяс Сырлыбаев, Ринат Сәлимов, Дамир Ҡадиров, Фәнил Таипов кеүек бағыусылар ярҙамы менән үткәрелгән ярыш һуңында, ата-бабаларҙың йолаһына тоғро ҡалып, спортсылар ҡорбан ашынан ауыҙ итте, әруахтар рухына доғалар ҙа ҡылынды.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...