09.03.2019 «Алтын»һыҙ «алтын»лылар…
Австрияла саңғыла уҙышыу буйынса ике йылға бер уҙған донъя чемпионаты тамамланды.
Унда Норвегия спортсылары 13 алтын, 5 көмөш һәм 7 бронза миҙал яулап, беренселектә уйнатылған наградаларҙың яртыһына тиерлек эйә булды. Рәсәй саңғыла уҙышыу федерацияһы президенты Елена Вяльбе әйтеүенсә, был илдең асыҡ беренселегендә ҡатнашҡан һымаҡ тойғо ҡалды… Эйе, ысынлап та, норвегтар һуңғы ваҡытта саңғы төрөнән алдынғылыҡты бирмәй. Улар саңғыла йүгереүҙә уйнатылған 12 «алтын»дың 10-ын алды. Рәсәй йыйылма командаһы юғары уңышҡа өлгәшә алмай, биш көмөш һәм өс бронза миҙал менән ҡәнәғәтләнде. Шәхси беренселектә Александр Большунов – ике, Александр Бессмертных бер көмөш миҙал яулаһа, Глеб Ретивых менән Юлия Непряева берәр тапҡыр финишта өсөнсө булды. Шунан һуң ир-ат командаһы команда спринтында һәм эстафетала икенсе урын яуланы. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары эстафетала өсөнсө килде.
Беренселекте тамамлап, саңғысылар марафонда көс һынашты. Ғөмүмән, беҙҙекеләр бында 2003 йылдан алып уңышҡа өлгәшмәй. Рәсәй ир-аттарының бер ҙә алтын миҙал яулағаны юҡ. Ике чемпионат рәттән Максим Вылегжанин икенсе килһә, уҙған беренселектә – Сергей Устюгов һәм быйыл Александр Большунов көмөш миҙал таҡты. Ә бына ҡыҙҙарҙан Елена Вяльбе – ике (1995, 1997 йылдар), Лариса Лазутина (1999 йыл) менән Ольга Завьялова (2003 йыл) берәр тапҡыр чемпион була.
Эстафетала ла күптән уңыш йылмайғаны юҡ. Һуңғы тапҡыр ҡыҙҙарыбыҙ 2001 йылда ғына «алтын» менән ҡайта. Ул ваҡытта улар биш чемпионат рәттән беренселекте бирмәй. Был йәһәттән дә ир-ат командаһы ҡыҙҙарыбыҙҙан ҡалыша. Улар СССР заманынан еңеү тәмен татығаны юҡ. Уҙғанында ла, әле лә – икенсе…
Был чемпионат тағы бер ҙур ғауға менән тарихта ҡаласаҡ. Беренселектә ҡатнашҡан ике Эстония, ике Австрия, бер Ҡаҙағстан спортсыһы һәм уларға булышлыҡ иткән дүрт вәкил ҡан алмаштырыуҙа тотолған. Улар спортсыларҙың ҡанын алып, кислород менән тулыландырған һәм ҡабаттан ҡойған. Уларҙың бөтәһе лә ғәйебен таныған. Бигерәк тә Ҡаҙағстандың билдәле саңғысыһы Алексей Полтораниндың дүрт йылдан ашыу шуның менән булышып, ошоғаса тотолмауы аптырата. Ул ошо арауыҡта Донъя кубогы этаптарында биш алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙал яулай. Халыҡ-ара ғауға бының менән генә сикләнмәҫ, ахыры… Сөнки төп ғәйепләнеүсе – немец табибының бүлмәһендә саңғысыларға ҡағылышы булмаған ҡанлы 40 пакет табылған. Ул үҙенең ғәйебен танып, ошо өлкәлә 2000 йылдан алып шөғөлләнеүен белдергән. Тимәк, ғәйепләнеүселәр һаны әллә күпмегә артыуы ихтимал.