01.03.2019 Киттек «Гагарин»ға…
йәки КХЛ-дың көслө 16 командаһы Гагарин кубогының 11-се еңеүсеһен асыҡлау өсөн плей-офф уйындарын башланы
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙан ҡайтышлай Магнитогорскиға барып, «Салауат Юлаев»тың уңышына көйәрмәндәр менән ҡуша ҡыуанды.
Ғөмүмән, даими беренселеккә йомғаҡ яһап, ЦСКА-ны сираттағы чемпионатта еңеүе менән ҡотларға кәрәк. Улар инде дүртенсе тапҡыр континент Кубогын яуланы. Тик бына төп призды 11 миҙгел буйына яулай алмай интегә. Шулай уҡ «Автомобилист» та үҙ тарихында тәүгә Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе булып таныла. Ҡаҙағстандың «Барыҫ»ының да быға тиклем былай уҡ өҫкә күтәрелгәне булмай.
Шулай итеп, плей-оффтың беренсе көнөндә «Металлург» – «Салауат Юлаев», «Авангард» – «Аҡ барс», «Локомотив» – «Сочи» һәм «Йокерит» – «Динамо» (Мәскәү) командалары көс һынашты. Дүрт осрашыуҙың икәүһендә тик өҫтәмә ваҡытта ғына еңеүсе асыҡланды. «Аҡ барс» дәғүәсеһенән 6:0 иҫәбенә еңелде. «Йокерит» үҙендә «Динамо»ны алдыра алманы. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 2:4. «Локомотив» дәғүәсеһенә еңелә килеп, һөҙөмтәлә овертаймда еңеүҙе тартып ала алды. Ә инде Магнитогорск менән Өфө араһындағы бәйге тик 100-сө минутта ғына хужалар файҙаһына тамамланды. Күберәк ваҡыт юлаевсылар «Металлург» ҡапҡаһына ҡурҡыныс менән янаһа ла, мөмкинлеген файҙаланманы. Ткачевтың ғына гол индерергә биш-алты мөмкинлеге булды. Йәл…
Бер тәүлектән һуң улар йәнә осрашты. Был юлы өфөләр дилбегәне үҙ ҡулына алып, тәүге ике осорҙа уҡ икешәр гол индереп, өҫтөнлөгөн нығытып ҡуя. Хужалар тик һуңғы осорҙа ғына иҫәпте сылата һәм уйын ҡунаҡтар файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамлана. Бөгөн улар бәйгене Өфөлә дауам итә.
Ут күршебеҙ йәл... Улар икенсе осрашыуҙа ла «Авангард»ҡа ҡаршы бер ни ҡыла алмай, 6:3 иҫәбенә отолдо. Шулай уҡ «Йокерит» та «Динамо» клубына икенсегә еңелде. «Локомотив» уйынсылары был юлы «Сочи» командаһын 3:0 иҫәбенә алдырҙы. Йыл да кубокка төп дәғүәсе булған СКА «йондоҙ»ҙары уйламағанда «Спартак»ка 0:2-гә бирелде. «Барыҫ» – «Торпедо» – 4:1, «Автомобилист» – «Трактор» – 3:0, ЦСКА – «Витязь» – 4:0.