02.03.2019 Башҡорт егеттәре – спорт мастерҙары
Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән, грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүсе игеҙәктәр Фәнис һәм Фәдис Вәлитовтар 2020 йылда үтәсәк Олимпиадаға әҙерләнә.
Халыҡта «Булыр бала – биләүҙән» тигән бик тапҡыр мәҡәл бар. Уға һалынған фекер спорт мастерҙары Фәнис һәм Фәдис Вәлитовтарҙың Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев менән осрашыуында ла сағылыш тапты.
Күптәр белеүенсә, ошо егеттәр бәләкәй саҡта уҡ, саҡ ҡына буш ваҡыттары булһа, турникта шөғөлләнгән, тиҫтерҙәре менән сиҙәмдә бил һынашҡан, йүгергән. Борис Владимировичтың хеҙмәттә, спортта, сәнғәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән кешеләр менән осрашыуы матур йолаға әйләнгән. Бындай саралар уға ошондай шәхестәрҙе яҡшыраҡ белергә, уларҙы ҡыҙыҡһындырған өлкәләрҙәге хәлдәргә ҡарата фекерҙәрен ишетергә, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе бойомға ашырыу юлдарын табырға ярҙам итә. Был сираттағы осрашыуға Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫеп, Күмертау ҡалаһында урынлашҡан 3-сө республика башҡорт гимназияһында һәм политехник лицейҙа белем алған шәхестәр спорт мастеры сифатында килде. Фәнис менән Фәдис әйтеүенсә, ҡалала ла, ошо ике уҡыу йортонда ла спорттың күп кенә төрө буйынса шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Егеттәр тренерҙар Әсғәт Шәрипов һәм Кәрим Ғөбәйҙуллин етәкселегендә милли һәм грек-рим көрәше менән ныҡлап шөғөлләнә, оҫталығын даими камиллаштыра. Ике тренер ҙа уларҙың спорт күнегеүҙәрен үтәгәндә ихласлығын, тырышлығын, сәмселлеген, кәрәкле талаптарҙы теүәл үтәргә ынтылыуын билдәләй. Күмертау мәктәптәрендә уҡығанда малайҙар ҡала, төбәк, республика ярыштарында әүҙем ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар яулай, төрлө кимәлдәге йыйылма командалар составына индерелә.
Ата-әсәһе, тренерҙар, уҡытыусыларҙың кәңәшен тотоп, малайҙарҙың теләген иҫәпкә алып, уларҙы 9-сы синыфҡа Өфө ҡалаһындағы спорт йүнәлешендәге 5-се мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Ошонда һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған йылдарҙа улар менән Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса атҡаҙанған тренеры Борис Понятов көсөргәнешле шөғөлләнә. Борис Андреевич бер туған Вәлитовтарҙы тик маҡтап ҡына телгә ала. Республиканың баш ҡалаһында уҡыған осорҙа егеттәр төрлө ярышта ҡатнашып, күп тапҡыр уңышлы сығыш яһай. Уларҙың тик ҡайһы берҙәрен әйтеп китеү ҙә етәлер. Фәнис 2013 йылда данлыҡлы көрәшсе Карелин призына халыҡ-ара турнирҙа беренсе урын алыуға өлгәшә һәм алтын сәғәт менән бүләкләнә. Ә күптән түгел Фәдис Германияла грек-рим көрәше буйынса юниорҙар араһында уҙғарылған Европа беренселегендә бронза миҙалға лайыҡ була. Вәлитовтар көрәштең ошо төрө буйынса илдең Олимпия резервында, Рәсәй йыйылма командаһында ағза булып тора. Хәҙерге ваҡытта егеттәр 2020 йылда үткәреләсәк Олимпиадаға әҙерләнә. Әле Фәнис менән Фәдис аграр университеттың урман хужалығы факультетының магистратураһында уҡыуын дауам итә. Улар ошо уҡ уҡыу йортоноң иҡтисад факультеты дипломын алыуға ла өлгәште. Белем эстәүҙән тыш, тырыш яҡташтарым бер ойошмала эшләргә лә мөмкинлек таба. Быға тиклем донъя кимәлендә грек-рим көрәшендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр араһында күберәк грузин, әзербайжан, иран, төрөк милләтле спортсылар булған. Улар араһында башҡорт спортсылары ла ныҡлап урын алһа, бик яҡшы буласаҡ. Шик юҡ, киләсәктә лә Фәнис һәм Фәдис Вәлитовтар Башҡортостан, Рәсәй командалары составында ошо изге теләкте бойомға ашырыуҙа ныҡышмалылыҡ күрһәтер, тип өмөтләнәйек.