08.02.2019 Урыны билдәле, дәғүәсеһе генә кем булыр?..
йәки «Салауат Юлаев» командаһы даими беренселек тамамланыуға дүрт тур алдынан Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй
Рәсәй йыйылма командаһы хоккейсылары Евротурҙың өсөнсө этабында ҡатнашыуы сәбәпле, КХЛ чемпионаты бер аҙға ялға туҡтаны.
«Салауат Юлаев» уйынсылары үҙендә «Барыҫ»ты ҡабул итеп, уларға өҫтәмә ваҡытта 2:3 иҫәбенә отолдо. Хәҙер юлаевсылар, даими беренселек тамамланыуға дүрт уйын ҡалғанда, 69 мәрәй яулап, буй етмәҫлек урында ныҡлы урынлашты. Сөнки уларҙан аҫта урынлашҡан «Торпедо» (58 мәрәй), «Трактор» (56 мәрәй) һәм дә әле өмөтөн юғалтмаған «Себер» (53 мәрәй) бер нисек тә өфөләрҙе ҡыҫырыҡлап төшөрә алмай. Шулай уҡ юлаевсылар алтынсы урындан да юғары күтәрелә алмаҫ, ахыры. Беҙҙән өҫтәгеләр ҙә алыҫ китте. Шуға күрә әле үк, турнир таблицаһына иғтибар итмәй, плей-оффҡа әҙерләнә башлаһалар ҙа булалыр. Ә бына плей-оффта беренсе дәғүәсебеҙ кем булыр – әлегә билдәһеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, «Автомобилист» булмаясаҡ. Ә инде «Авангард», «Металлург», «Барыҫ» йә «Аҡ барс»тың булыуы көн һымаҡ асыҡ... Улар дүртеһе лә яҡынса бер сама мәрәй туплаған. Шуға күрә беҙ түгел, ә улар үҙҙәренә алдан плей-оффта буласаҡ дәғүәсеһен һайлай ала. Кеме булһа ла, лайыҡлы дәғүәсе. Тик бына Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәренә әлеге уйындары менән, ай-һай, ауыр буласаҡ. Кем белә, бәлки, хәл иткес осрашыуҙарҙа асылып китерҙәр. Шул уҡ һаман да үҙ уйынын таба алмай йонсоған Бурмистров, физик яҡтан көслө Рыбин, мәргәнлеген юғалтҡан Бурдасов һәм башҡаһы...