18.01.2019 Ун мәргән
йәки Һарыҡ бәрәсе Бөрйәнгә китте
Үәт, исмаһам, кешеләр дәрт-дарманлы! Шулай булмаһа, тиҫтәләрсә, йөҙәр саҡрымлап ара үтеп, Учалыға ярышҡа килерҙәр инеме?! Уғатарҙарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Кемдәрҙер байрам табынынан, «зәңгәр экран»дан саҡ айырыла ғына башлағанда, улар ике көн буйы традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса «Ун мәргән» тип аталған турнир уҙғарҙы. Тәүге көндә командалар ярышһа, икенсе көндә шәхси беренселектә үҙ-ара иң мәргән уҡсыларҙы асыҡланылар. «Һөжүм», «Тере һыу», «Тиҙ атыш», «Баҫҡыс», «Йәйләү атышы», «Үгеҙ» кеүек ҡыҙыҡ исемле этаптарҙан торған ярышҡа республикабыҙҙың ҡала-ауылдарынан да, күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар килеп, бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы. Боронғо хәрби, һунар шөғөлөн, милли кейемде тергеҙеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен киң йәйелдереүгә йүнәлтелгән сараны урындағы мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән «Ирәмәл уҡсылары» клубы юғары кимәлдә ойоштороуын әйтеп тороу артыҡ кеүек. Сөнки арлы-бирле, күҙ буяр өсөн генә үткәрһәләр, турнир хаҡында яҙып та тормаҫ инек. Учалы мәргәндәре бер нисә көн күнекмәләр, ярыштар уҙғарыу өсөн автомәктәптең подвалын йүнәтеп, рәтләне, ағинәйҙәр, ярышсыларҙы милли аш-һыу менән һыйларға тип, буҙа ҡойҙо, ҡымыҙ беште, йыуаса бешерҙе. Тырышлыҡ-ашҡыныуҙары бушҡа китмәне – ҡунаҡ уҡсылар саранан ҡәнәғәт ҡалды.
Ғәҙәттә, бәйгеләр мәлендә һауала көсөргәнеш ептәре эленеп, тартылып тороусан, ә мәргәндәр ярышҡанда ихласлыҡ өҫкә ҡалҡа, бер-береһен сәмләндереү, алға әйҙәү, шаярыу «көйҙәре» генә яңғырай. Ошондай күңелле мөхиттә атыша-атыша, командалар араһында беренсе урынды – «Бөрйән – 1», икенсене – «Ирәмәл», өсөнсө урынды «Балдаҡ туғанлығы» яуланы. Ун ике команда араһында дүртенсе урынға «Өфө – 1» мәргәндәре сыҡты. Ә инде шәхси беренселектә беренсе урын Салауат Юлбирҙинда булһа, «көмөш» миҙалды Сынбулат Юлбирҙин алды. Уларҙың призлы урындарҙы үҙ-ара бүлешеп аласағы алдан билдәле ине. Тыйнаҡ ҡына йылмайып, аҙымдарын баҫалҡы ғына баҫҡан ағалы-ҡустылы Юлбирҙиндар шулай күҙ буяй ҙа, стартҡа сыҡһалар, дәһшәтле мәргәнгә әүерелә лә ҡуя – күҙ йомоп атһалар ҙа, уҡтары сәпкә барып тейә торған. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына лайыҡлы рәүештә Юлай Ғәлиуллин күтәрелде. Руслан Әхмәҙиев, Рөстәм Теләүбирҙин, Самат Ғатауллин, Рушан Хәсәнов, Рәис Низаметдинов, Артур Батыршин, Илдар Абыҙгилдин да «ун мәргән» иҫәбендә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «алтын» Динә Вәлиевала! Лиана Ихсанова – икенсе, Устина Камнева өсөнсө урынды алды.
Махсус приздарға ярыш бигерәк ҡыҙыу барҙы. Иң тәүге призды ҡуйғас, Наурыҙҙан Нилә Исламова уғын сәпкә табан ҡыйышыраҡ ебәрҙе лә, ҡул ҡаушырып торған егеттәргә өндәште:
– Юҡ, беҙ сираттағы призды ҡуйғандарын көтәбеҙ – шешлек ашағыбыҙ килә, – тип ауыҙ йырҙы улары.
– Ә мин, иҫәр, ҡымыҙға алданам. Әлдә эләкмәне! – тип һөйөндө турнирҙың иң көләкәс уғатары.
Бәйгенең судьяһы Ришат Динисламовтың тәнҡитле, әммә ғәҙел ҡарашы аҫтында ҡымыҙ, буҙа һәм беләҙекте Светлана Корюкина отто. Ир-егеттәр йөҙөгө менән шифалы эсемлектәрҙе иһә Рушан Хәсәнов эләктерҙе. Бер мең генә тираж менән баҫылған, «Рәсәйҙең милли атлылары» тип аталған хәтәр шәп альбомды Фидан Сәғитов яуланы. Азат Хәбибуллин тарафынан яһалған тирмә макетын мәргән уҡсы Сынбулат Юлбирҙин Бөрйәнгә
– Ир-егеттәрҙе уҙыуың – үҙе егетлек! – тип тәбрикләне һылыуҙы Рәис Жәүҙәт улы.
Тау батырҙың, йәғни Фидан Сәғитовтың «Этномаркет» магазинына сертификат Самат Ғатауллиндың бәхетенә яҙҙы. Самат үҙе өс айлыҡ һарыҡ бәрәсен призға ҡуйғас, уҡтарҙан бигерәк, шаяртыуҙар яуҙы:
– Башҡалар, атмағыҙ әле, Алһыу ул бәрәсте алып ҡайтып, Ҡарас сәсән призына үткәрелгән ярышҡа һимертеп һуйыр ҙа, аш бешереп ашатыр.
– Алһыу, һалманы ла үҙем йәйәм, ти!
– Һарыҡ тигәнде ишеткәс, ҡолаҡтары тондо, бер ни ишетмәйҙәр, аталар ҙа аталар.
– Кемдең бесәне бар, шул ата инде.
– Денис та биш мәрәйлек атты. Һинең һарығың бар ҙа инде, нимәгә һиңә тағы бер һарыҡ?
Бәрәсте, шаяртыу-көлөүҙәрҙе тыңлап, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайған Салауат Юлбирҙин «бәрҙе».
Ишембай уҡсыһы Зөһрә Кинйәбаева ла – «Йәшлек»тең тоғро дуҫы. Гәзитебеҙ менән оҙаҡ йылдар дуҫлашҡан, башҡаларҙы ла, һәйбәт, уҡымлы баҫма, тип өгөтләп яҙҙырған уҡытыусы, ярышҡа килеүемә, еңеүҙе иң лайыҡлылар яулауына шатмын, тине:
– Башҡалар ыңғайына көс һынашып, күтәренке кәйефтә йөрөйөм. Алһыу ҡыҙым ҡыҙыҡтырған уҡ атыу менән беренсе генә йыл шөғөлләнһәм дә, үҙем эшләгән 2-се гимназияла ике төркөм асып, уҡыусыларға ла өйрәтәм. Балалар бик оҡшата!
– Беҙҙә лә балалар бик ҡыҙыҡһынып йөрөй башлағайны, әммә һуңынан ташланылар, – тиеште Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан ирле-ҡатынлы Гөлнара менән Айҙар Исламовтар. – Бәлки, аҙаҡ түңәрәккә йән өрөүселәр табылыр.
Әлбиттә, табыласаҡ! Сөнки йылдан-йыл мәргәндәрҙең сафтары ишәйә, бәйгеләрҙең һаны ла, уҡсыларҙың оҫталығы ла арта. Дәрт-дарман олоһонда ла, кесеһендә лә бар. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Зәйет Шакиров атышҡанда, башҡалар булдыра алмаймы ни?!