02.01.2019 Шипулин биатлон менән хушлашты
Рәсәй йыйылма командаһының билдәле биатлонсыһы Антон Шипулин, үҙенең әҙерлекһеҙ булыуына һылтанып, миҙгел башын ярышһыҙ уҙғарғанынан һуң, ҡапыл карьераһына нөктә ҡуйырға булды.
Иртәгә ул Екатерина Юрлова-Перхт менән һуңғы тапҡыр Рождество ярышында ҡатнашасаҡ. Китеүенең сәбәбен быйыл уҙған Олимпия уйындарына һылтаны. Белеүегеҙсә, составтың яртыһы тиерлек допинг ғауғаһына эләгеп, уйындарҙан мәхрүм ҡалды. Улар иҫәбендә Шипулин да бар ине. Үҙе әйтеүенсә, ул көрәшкә ныҡлап әҙерләнеп, «алтын»ға өмөт иткән. Сөнки коллекцияһында шәхси беренселектә алтын миҙалы юҡ. Тағы килеп, күптән түгел Австриялағы допинг ғауғаһы ла ошо аҙымға этәргес булған.
Шулай итеп, Антон 32 йәшен дә тултырмай, яратҡан шөғөлөн ташларға ҡарар итте. Ул үҙ карьераһында Рәсәй эстафета командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя беренселеге чемпионы була. Алты тапҡыр донъя чемпионаты призерынан тыш, күп тапҡыр Донъя кубогы еңеүсеһе һәм призеры ла булып таныла.