23.12.2018 Башҡортостан Рәсәй намыҫын яҡланы
Өфөлә үҫмерҙәр араһында Икенсе Рәсәй – Ҡытай ҡышҡы уйындары уҙҙы
Рәсәй – Ҡытай йәштәр спорт уйындары 2006 йылдан алып уҙғарыла башлай. Уның төп маҡсаты – ике халыҡ араһындағы йылы мөнәсәбәтте тағы ла нығытып, үҫеп килгән йәш быуын спортсыларын халыҡ-ара ярыштарға әҙерләү. Башта йәйге төрҙәр буйынса ғына көс һынашалар. Һәм 2016 йылда Ҡытайҙа тәүге ҡышҡы спорт уйындары уҙа. Унда беҙҙең йәш спортсылар миҙалдар һаны буйынса хужаларҙы ике тапҡырға уҙып, триумф менән ҡайта. Һәм бына сират Рәсәйгә лә етә. Уны уҙғарыу илебеҙ исеменән Өфөгә тапшырыла.
Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһына Ҡытай Республикаһынан йөҙгә яҡын үҫмер килһә, Рәсәй йыйылма командаһын Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү, Ленинград, Һамар, Смоленск, Омск, Сахалин, Мурманск, Свердловск, Тверь, Кемерово һәм Силәбе өлкәләре, Башҡортостан, Мордва Республикалары һәм Красноярск крайы спортсылары тулыландырҙы.
Спортсылар хоккей, саңғы спорт төрҙәре, шорт-трек һәм конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса өс көн буйына ярышты.
Беренсе ярыш көнөндә тәүге еңеүселәре лә билдәле булды. Шорт-трек пьедесталын тулыһынса ҡунаҡтар яуланы. Ҡытай үҫмер егет һәм ҡыҙҙары 1500 метр араға ярышыуҙа беҙҙекеләрҙе яҡын да килтермәне. Яҡташыбыҙ Асҡар Әбдрәхимов бишенсе булды. Ә бына 500 метр араға ярышыуҙа Анастасия Жеганова финалға сығып, һөҙөмтәлә бронза миҙал яуланы. Тау саңғыһының команда беренселегендә Рәсәйҙең ике командаһы ла юғары булып, ҡунаҡтар өсөнсө һөҙөмтәгә өлгәште. Шәхси беренселектә лә беҙҙекеләргә етеүсе табылманы. Өфөнән Кирилл Педь – дүртенсе. Саңғыла уҙышыуҙа ла Рәсәй егеттәре менән ҡыҙҙары бөтә юғары урынды үҙ-ара бүлеште. Ҡытайҙа хоккей яңыраҡ үҫешә башланы. Шуға ла улар был йәһәттән күпкә ҡалыша. Шуның өсөн ике команда, уйынсылары менән алмашып, бәйгене дуҫлыҡ осрашыуына әйләндереп, көс һынашты.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 41 миҙал яулаһа, ҡытайҙар 31 миҙал менән хушһынды.