18.01.2011 Яҡшы тойғолар алып...
Баш ҡаланың «Юность» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендәге асыҡ һауалағы бассейнды күптәр хатта белмәйҙер ҙә әле. Ишеткән хәлдә лә, уның нисегерәк булыуын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙыр. Ә бына журналистар унда тәүге сирҡаныс алды ла инде. Нисек, тиһегеҙме? Бында Рәсәй матбуғаты көнөндә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтте.
Йәнле сарала гәзит-журналдарҙан, телевидение, радио һәм «Башинформ» агентлығынан биш команда ҡатнашты. Һәр командаға бишәр кеше – өс ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ ингәйне. Улар шәхси иҫәптә һәм команда эстафетаһында ярышты. Журналда эшләүсе коллегаларыбыҙ сәмле бәйгелә үҙҙәрен иң татыу һәм етеҙ команда тип танытты. Улар беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға телевидение журналистары сыҡты. Ә республика гәзиттәренең йыйылма командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә ҡатын-ҡыҙҙар араһында БСТ телеканалынан Лариса Данилова, ә ир-егеттәр араһында ошо уҡ коллективта эшләүсе Айҙар Фәйзрахманов еңеүсе тип табылды. Гүзәл заттар – 25, ирҙәр 50 метрлыҡ дистанцияға йөҙгәйне. Әйтергә кәрәк, коллегаларыбыҙ өсөн еңеүҙән дә бигерәк яҡшы кәйеф, берҙәмлек мөһимерәк ине. Шуға күрә ярышта ҡатнашҡан һәм уны тамаша ҡылған һәр кем яҡшы тойғолар алып таралышты.
Сара барышында журналистарҙы һөнәри байрамдары айҡанлы Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков тәбрикләне.
Р. КҮСЕМХАНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.