26.10.2018 Сәкәнһеҙ еңеү...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы баш менән гол индереп еңеү яулай
Ситтәге уңышһыҙ сәфәренән һуң «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙендәге осрашыуын Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Авангард» командаһы менән уҙғарғайны.
Ике яҡ команда ла 60 минут буйы ҡапҡаға юл эҙләп, уны тик өҫтәмә ваҡытта ғына тапты. Уға ҡунаҡтар иреште. Шулай ҙа беренсе булып Омск өлкәһе клубы ҡапҡаһына юлды хужалар таба. Тик хөкөм итеүселәр голдың дөрөҫ инмәүен иҫбатлап, уңышты юҡҡа сығара.
Ике көндән өфөләрҙе һынарға СКА уйынсылары килде. Улар ҙа элек-электән КХЛ-дың «иң-иң»дәренән һанала. Быға тиклем юлаевсылар улар менән бер осрашыу үткәреп, Нева яры уйынсыларын 4:1 иҫәбенә отоп ҡайтҡайны. Был юлы Питер клубы, үс итеп, хужаларҙы пыран-заран килтерер тип уйлаһаҡ, юҡ, килеп сыҡманы. Иҫәп 1:1 булып, еңеүсе төп ваҡытта асыҡланмаҫ тиһәк, Теему Хартикайнен, футболдағыса, баш менән булһа ла өфөләргә еңеү килтерә. Линус Умарктың ҡапҡа яғына сойорғотҡан шайбаһы тегеләрҙең ҡапҡасыһынан ҡаҡлығып, фин легионерының башына һуғыла һәм ҡапҡаға инеп оялай... Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы СКА-ны икенсегә еңеп, абруйын арттыра төштө. Хәҙер улар 28 мәрәйе менән Көнсығышта өсөнсө килгән «Аҡ барс»тан ике генә мәрәйгә ҡалыша.
Бөгөн беҙҙекеләр «Витязь» уйынсыларын ҡабул итә.