RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Якуб Клепиштан да оҫта буллитсы юҡ

08.01.2011 Якуб Клепиштан да оҫта буллитсы юҡ

Якуб Клепиштан да оҫта буллитсы юҡЯкуб Клепиш – Чехия хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, һөжүмсе. 1984 йылдың 5 июнендә Прагала тыуған. 2008 йылда Чехия беренселеге чемпионы була. Шул уҡ йылда Чехия йыйылма командаһына алына. Уның составында былтыр донъя чемпионы исемен яулай. НХЛ-да уйнап өлгөрә. «Вашингтон Кэпиталз» составында 66 уйын уҙғарып, дүрт шайба индерә, унында гол индереүгә булышлыҡ итә. Һуңғы ике миҙгелдә Омскиҙың «Авангард» командаһында уйнай. Буйы 186 см, ауырлығы – 95 кг.
НХЛ-да эштәрем бешмәгәс, башыма тыуған яғыма ҡайтырға кәрәк, тигән уй килде. Икенсенән, яҡташтарымдың күпләп Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуы ла, үҙемде лә унда һынап ҡарарға кәрәк, тигән уйға килтерҙе. Күп тә үтмәй, Омскиҙың «Авангард» клубы мине эҙләп тапты һәм һөйләшеүҙәр башланыҡ. Һәм бөйөк яҡташым Яромир Ягр менән бер звенола сығыш яһай башланым. Әлбиттә, ундай көслө профессионал менән типә-тиң уйнауы ауыр. Ярарға тырышып, хаталанып та китеүең ихтимал. Үҙ-ара талашып киткән саҡтар ҙа булғыланы. Тик бер-беребеҙгә үс тотоп йөрөмәнек. Бергә ресторанда ултырып ашамаһаҡ та, аралашып йәшәнек. Ул үҙенсә шаяртырға ярата. Мин дә был йәһәттән төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ярда (Ягрҙы шулай тип йөрөтәләр – авт.) менән талашҡас, ул хаҡлы булмауымды аңлатты һәм уның менән килештем. Ғөмүмән, Ягрҙы Чехияла хөрмәт итәләр. Уны иң бөйөк хоккейсы тип һанайҙар. Һәм мин уның менән бергә уйнауыма шатмын. Бындай бәхет һәр кемгә лә эләкмәй ул...
Шулай Омскиҙа ике миҙгел үтеп китте. Инде клуб етәкселегенән башҡа тәҡдим булмағас, Өфө минең менән ҡыҙыҡһынды. Шунда уҡ риза булдым. Сөнки бында иң көслө уйынсыларҙың йыйылғаны һәм белгестәрҙең юғары кимәлдә булыуы Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүемә этәргес булды. Әлеге лә баяғы яҡташтарым да бар бит инде. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» менән ике йылға контракт төҙөп, Башҡортостан менән яҡындан танышырға булдым. Бында ба­рыһы ла оҡшай. Йылы ҡабул иттеләр. Дөрөҫөрәге, бөтәһе лә юғары кимәлдә ойошторолған. Уйна ла уйна. Командала мөхит һәйбәт. Яҡташым Мирослав Блатяк менән шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ. Томаш Староста менән дә бер мәл Словакияла бер клубта уйнаныҡ.
Ә инде Радулов тураһында әйтеп тороуы ла артыҡ булыр. Иҫ киткес егет. Өфөгә килгәс, Блатяк мине уның хаҡында иҫкәрткәйне. Йәнәһе, тиктормаҫ хыялый, тип һәм беренсе көндө үк быға инандым. Киске ашҡа ресторан­ға килеп инеү менән ул, яр һалып, сәләмләй башланы. Инглизсә аралашырға ярата. Урыны менән урыҫса ла ҡушып ебәрә. Торғаны бер хыялый. Күңел асырға ярата. Һәр ваҡыт төрттөрөп шаярта. Бик яҡшы егет. Бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Дөрөҫөрәге, уйында ла, ялда ла ул һәр ваҡыт алда. Сашаның энергияһы шул хәтлем күп, ул, моғайын, өйгә ҡайт­ҡас, бармаҡтарын электр розеткаһына тығып яталыр, тип уйлайым. Аккумулятор һымаҡ бит. Беҙ ҙә ҡайһы саҡ Патрик Торесен һәм Роберт Нильсон менән йыйылышабыҙ ҙа Радуловҡа «һөжүм» итәбеҙ. Ул, әлбиттә, бирешергә теләмәй, әммә күмәгебеҙгә көсө етмәй... ҡыҫҡаса әйткәндә, күңелле йәшәйбеҙ. Баш тренерыбыҙ Вячеслав Быков менән дә килешеп эш итәбеҙ. Башта унан ҡурҡҡайным. Сөнки ҡайһы берҙәр, чехтарҙы яратмай, тигән имеш-мимештәрҙе еткергәйне. Былай һиҙелмәй. Уҙған беренселектә донъя чемпионы булғас, ҡулымды ҡыҫып ҡотланы.


«СЮ» командаһының өлкән тренеры Игорь ЗАхаркин:
– Якуб – үҙенсәлекле уйынсы. Составҡа шунда уҡ инеп китте. Оҫта, тәжрибәле һөжүмсе булараҡ, эшен еренә еткереп башҡара. Ә инде буллит – уның икмәге, тиһәм дә, яңылышмаҫмын. Был йәһәттән КХЛ-да ла уға етеүсе юҡ.

* * *
«Салауат Юлаев» командаһы уҙған йылдың һуңғы көндәрендә Хабаровскиҙа урындағы «Амур» хоккейсылары менән ике осрашыу уҙғар­ғайны. Тәүгеһендә майҙан хужалары көсөргәнешле алышта ҡунаҡтарҙы 6:5 иҫәбенә отһа, икенсеһендә юлаевсылар 0:4 иҫәбенә ҡыйратты. Яңы йылдың тәүге уйынында «Салауат Юлаев» командаһы Астанала «Барыҫ»тан буллит буйынса 4:3 иҫәбенә еңелде.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына