16.01.2018 30 мөмкинлектән – 16 мәрәй
«Салауат Юлаев» командаһы ун осрашыуҙан торған ситтәге ауыр сәфәрҙә, 30 мөмкинлектән 16 мәрәй яулап, ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәште.
Улар тәүҙә «Аҡ барс»ҡа – 2:1 һәм «Сочи» хоккейсыларына ла 2:1 иҫәбенә еңелгәс, «Себер»ҙе – 6:3, «Барыҫ»ты – 2:0, «Авангард»ты – 2:1, өҫтәмә ваҡытта «Югра»ны – 4:3, «Динамо»ны (Рига) – 4:3 һәм буллит серияһында «Торпедо» уйынсыларын 3:2 иҫәбенә алдырҙы. «Спартак»ка 3:2 иҫәбенә отолоп, һуңғы бәйгелә «Северсталь» клубына өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә бирелде. Уйлап ҡараһаң, дәғүәселәре лә әллә ни көслөләрҙән булманы. «Югра» менән «Динамо» командаларын ғына һанамағанда. Улар икеһе лә плей-оффҡа мөмкинлектәрен юғалтты, ҡалғандар барыһы ла төп призға өмөтөн өҙмәй, һәр мәрәйгә йән бирерҙәй көрәшә.
Әлегә беҙҙең команда, 50 уйында 77 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй. Даими беренселектә ҡалған алты осрашыуын да юлаевсылар үҙ майҙанында уҙғарып тамамлаясаҡ. Киләһе уйынын юлаевсылар иртәгә, 17 ғинуарҙа «Витязь» клубы менән уҙғара. Һуңынан беҙгә ЦСКА, «Слован», «Йокерит», «Сочи» һәм «Аҡ барс» киләсәк.