25.12.2010 Хәйерле сәғәттә, «Өфө»!
Шулай итеп, футбол да футбол, тип һөрән һала торғас, Башҡортостанда ниһайәт, яңы үрҙәр яуларҙай яңы команда донъяға килде. Уға исем эҙләүҙә республикабыҙҙың бөтә халҡы әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең редакцияның телефоны ла шылтырауҙарҙан бушаманы. ҡайҙан ғына ниндәй генә тәҡдимдәр алманыҡ... Шуныһы ҡыуандырҙы, беҙҙә хоккей ғына түгел, футбол уйынын да ныҡ яраталар икән. Халыҡ спорт менән йәшәгәненә инандыҡ.
«Өфө» тигән футбол командаһының тыуған көнө булып 23 декабрь һаналасаҡ. Ошо көндө «Башинформ» агентлығында уның исем туйы үтте. Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында сығыш яһаясаҡ «Өфө» клубының баш тренеры итеп билдәле уйынсы Андрей Канчельскис тәғәйенләнде. Футбол донъяһындағы билдәле белгес Анатолий Бышовец консультанты буласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы команда тәжрибәле уйынсыларҙы йәлеп итеү өҫтөндә баш вата. Шулай итеп, хәйерле сәғәттә, «Өфө»! Хоккейҙағы «Салауат Юлаев»ҡа ҡыуанған һымаҡ, «Өфө» лә Рәсәйҙең күгенә сөйөлөр тип ышанғы килә.