13.11.2017 "Хоккейҙан ләззәт алам", -
ти Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Байрас Абдуллин
Ҡыш. Күҙ асҡыһыҙ буран. Иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә ҡала уянып та өлгөрмәгән ял көндө бер ҡатын, ҙур сумка күтәреп, абына-йығыла балаһы менән ҡайҙалыр ашығып китеп бара. Урамда бер әҙәм дә юҡ. Минең, тыуған яҡтың хәлдәрен беләйем, тигән уй менән автобуста япа-яңғыҙ тимер юл вокзалына китеп барыуым. Эт тә сыҡмаҫ көндө былар нимә эшләп йөрөй икән, тигән уй менән автобус тәҙрәһенә төбәлеп ҡараһам, атаҡ, был бит беҙҙең Лариса, алты йәшлек улы менән хоккей секцияһына иртәнге күнекмәгә китеп бара.
– Байрас, иҫләйһеңме?..
– Эй, ағай, унан да ямағыраҡ көндәр булды. Ҡар, ямғыр, ыжғырлы буран булһынмы ул, беҙ көн дә тиерлек күнекмәләргә йөрөнөк. Хоккей тип, диңгеҙҙе лә кисеп сығырҙай ине ул минең әсәйем. Уның ныҡышмалылығына әле лә хайран ҡалам.
– Әтеү яҙмышыңды әсәйең хәл итте, тиһәк тә булалыр..
– Әлбиттә, атай-әсәйем. Улар мине икәүләп «Салауат Юлаев» командаһының бер уйынына алып барғас: «Оҡшанымы, хоккей секцияһына барғың киләме?» – тип һорағас, шатлығымдан үрә һикерҙем. Ул ваҡытта биш кенә йәштә инем. Уны-быны белмәйһең. Коньки кейеп, сәкән тотаһың да, хоккейсы булаһың, тип уйлай торғайным. Ә бит ул ваҡытта ныҡ ауыр булды. Йоҡо туймай, күнекмәләрҙә эске кейемгә тиклем һыулана. Унан һуң мәктәпкә йүгерергә кәрәк, дәрес әҙерләргә. Уйнарға ла ваҡыт ҡалмай торғайны. Ҡайһы бер уҡытыусылар миңә ҡырын-мырын ҡараһа ла күпселеге ыңғай ҡарашта ине. Сөнки ҡайһы ваҡыт дәрес әҙерләмәй, йә турнирҙарға сығып китеп, уҡыуҙы ҡалдырған саҡтар булғыланы. Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына рәхмәтлемен. Айырыуса физкультура уҡытыусыһы Вәзих ағайға һәм тарих уҡытыусыһы Наил Радиковичка. Спортта шунһыҙ булмай. Шуға күрә кемдер булыр өсөн, күп һикәлтә аша үтергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, атай-әсәйҙең ярҙамы.
– Шөғөлөңә ҡул һелтәгән саҡтарың да юҡ түгелдер. Сөнки барыһы ла хоккейсы йә бүтән спортсы булып бөтмәй. Күптәр ярты юлда төрлө сәбәп арҡаһында төшөп ҡалып бөтә...
– Әлбиттә, булды. Көн дә бер төрлө шөғөл, ялҡыта. Бер мәл хатта футболсы ла булып китә яҙҙым.
– Нисек?
– Футбол да уйнарға ярата инем. Бер ваҡыт Өфөнөң «Динамо» стадионына барып, секцияға яҙылмай ғына тиңдәштәр менән туп ҡыуаларға булып киттем. Шулай бер-ике көн шөғөлләнгәйнем, быларҙың тренерҙары килде лә: «Әйҙә, беҙҙең менән Испанияға турнирға киттек», – ти. Мин бит хоккейсы, былай ғына килдем, күңелемде йыуатырға, тим. Ул: «Һинән бик һәйбәт футболсы сығыр ине», – тип күңелемде күтәрҙе.
Иртәгәһенә үк Хасбулат ҡустымды футбол секцияһына димләнем. Ул ихлас йөрөнө, тик әлеге лә баяғы һәр кемдең үҙ юлы.
– Хоккейсы булмаһаң, футболсы булыр инем тиһең инде. Ә футболсы булмаһаң?..
– Хоккейсы!
– Афарин! Әсәйең кеүек ныҡышмал икәнһең, маладис! Спортта ана шул ныҡышмалылыҡ иң мөһиме инде. Бәләкәй сағың, хәтеремдә, һин бит әсәйең менән редакцияла йыш булдың, шунда буй еткерҙең тиһәк тә, хата булмаҫ. Шул ваҡытта уҡ сәкәнеңде алып коридорҙа шайба ҡыуалай торғайның. Хәҙер ана ниндәй бәһлеүен егет булып үҫеп киткәнһең. Беҙ, Өфө хоккей мәктәбен тамамлаған берҙән-бер башҡорт хоккейсыһы, тип ҡыуанып, һинең сығышыңды күҙәтәбеҙ. Милләткә ҡағылғандан түгел, ә күптәрҙе был һорау ҡыҙыҡһындыра. Сөнки мосолман фамилиялы уйынсылар юҡ түгел, бар. Ә бына рухлы башҡорттарҙы күргәнебеҙ юҡ…
– Күнекмәләргә тәүге барғанда русса йүнләп белмәй инем, әммә тиҙ арала өйрәндем. Ҡайҙа уйнаһам да, башҡорт икәнемде беләләр, шуға күрә түш һуғып йөрөмәйем, ә уны боҙҙағы сығышым менән иҫбатларға тырышам.
– Ә ни эшләп ситтә, Магнитогорскиҙа һуң? Өфөлә урын булманымы ни?
– Хоккей мәктәбен тамамлағас, үҙебеҙҙең «Толпар»ға алырҙар, тип уйланым. Беҙҙекеләр өндәшмәй ҙә өндәшмәй. Шунан бер мәл «Амур» командаһының йәштәр клубы етәкселеге миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдереп шылтыратты. Унда барам тип кенә йөрөгәндә, Магнитогорскиҙың «Стальные лисы» командаһы етәкселеге Мәскәүҙә үткән таланттар йәрминкәһендә драфтҡа ҡуйҙы һәм үҙҙәренә саҡырып алды.
– Шулай итеп, «Толпар» һинән ҡолаҡ ҡаҡты…
– Ҡаҡты тип ни, ул ваҡытта «Салауат Юлаев» клубының үҙгәрештәр кисергән мәле ине. Клубтың яңы килгән генераль директоры, беҙҙе белмәйем тип, иғтибарҙы ситтәгеләргә йүнәлтте.
– Әле һинең менән бергә шөғөлләнгән иптәштәрең унда уйнаймы һуң?
– Эйе, бер нисәүһе бар. Күптәребеҙ ситтә. Беҙ – Тимур Хәйруллин, Андрей Олейников һәм мин Магнитогорск командаһында уйнайбыҙ. Мин инде өсөнсө миҙгел.
– Нисек ҡаршыланылар?
– Һәр ерҙәге кеүек, сит кешегә ҡолас йәйеп тормайҙар. Башта йоҙроҡто ла эшкә егергә тура килде. Төрлөсә булды инде. Ә былай барыһы ла оҡшай. Базала ике кешелек бүлмәлә йәшәйбеҙ. Буш ваҡытта ҡалаға сығып, төрлө сараға йөрөйбөҙ.
– Составҡа шунда уҡ эләгеп киттеңме?
– Юҡ, уларҙа үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәренә күберәк иғтибар бирелә. Шуға ла беренсе миҙгелдә ни бары 15 – 20 генә уйында ҡатнашып, унда ла һәр уйында ике-өс минут ҡына ваҡыт уйнай торғайным. Икенсе йылына ла йүнләп уйнатманылар.
– Ни эшләп?
– Күп нәмә тренерҙан тора. Әгәр уның менән эшең бешмәһә, китеү яғын ҡарарға кәрәк. Мин дә тыпырсынғайным, юҡ, һин беҙгә кәрәк, тинеләр. Шунан йәнә ике миҙгелгә килешеү төҙөнөк. Хәҙерге тренер Дмитрий Георгиевич Стулов һөжүмгә ҡоролған уйын талап итә. Миңә уның ҡулы аҫтында уйнауы оҡшай.
– Эйе, быйылғы миҙгелдәге статистикаңды күреп ҡыуандым. 15 уйында 10 шайба индереп, алтыһында уға булышлыҡ иткәнһең. Төп составта нығынып, лидерҙар рәтендә тораһың. Афарин!
– Эйе, быйыл миҙгелде бик уңышлы башлағайным, тик бына йәрәхәт алдым. Шуға күрә әлеге ваҡытта уйнамай, командалаш иптәштәремдең һуңғы ете осрашыуын трибунанан күҙәттем. Әле лә, уҡтай атылып, командама ярҙам иткем килә, тик табиптар ҡушмай.
– Хоккей уйыны физик яҡтан ауыр, йәрәхәтле спорт төрө булып һанала. Бушҡа ғына йырҙа, ысын ир-ат ҡына уйнай хоккейҙа, тип йырламайҙар. Хоккейҙан тыш киләсәгеңде нисек күрәһең?
– Әлегә бер нисек тә түгел. Хоккей – минең төп эшем, иң мөһиме, ул миңә рәхәтлек, ләззәт бирә.
– Аҡса?..
– Миңә был турала уйларға иртәрәк әле. Башта йәштәр лигаһында тәжрибә туплап, нығынып алғандан һуң, Алла бирһә, КХЛ-да үҙ урынымды тапҡас, кеҫә яғын уйларға мөмкин.
– Ҡыҙыҡ өсөн – күпме түләйҙәр? Беҙ бит инде имеш-мимеште генә ишетеп өйрәнгәнбеҙ…
– Былай етә, тик йөҙ мең һумға еткәне юҡ. Шуны беләм, «Толпар»ҙа әҙерәк түләйҙәр.
– 74 һаны аҫтында уйнайһың, Силәбе өлкәһенең дә автомобилдәр коды – 74. Шуны иҫәптә тотоп һайланыңмы әллә башҡа төрлө сәбәпме?..
– Уйламаған ерҙән шулай килеп сыҡты. Мин бит инде үҫмер саҡта 10 һаны аҫтында сығыш яһаным. Ә бында «Металлург»та билдәле Мозякин шул һан аҫтында уйнағас, башҡа төрлө һан эҙләргә тура килде. Һәм ошо 74 буш булғас, алдым инде. Һан минең өсөн әллә ни мөһим түгел. Киләсәктә лә, моғайын, ошо һан ҡалыр.
– Тәртип яғы нисек? Һуғышмайһыңдыр ул…
– Былай тәртип боҙорға ынтылмайым. Әгәр шуға булышлыҡ итеүселәр табылһа, яуап бирәсәкмен. Иптәштәремде яҡлап та сыҡҡаным булды. Әлегә ике минут ҡына штрафым бар.
– НХЛ-да, хәҙер беҙҙә лә һуғыш ойоштороусы, икенсе төрлө әйткәндә, «тафгай»ҙар бар. Һинең уларға ҡарашың?
– Мин тафгай түгелмен, булырға ла уйламайым. Улар бит хоккейсы түгел. Алда әйтеүемсә, уйнауы оҡшай.
– Һөжүмсе булараҡ, ҡайһы миҙгелде иң уңышлыһы тип һанайһың?
– «Салауат Юлаев» мәктәбендәге һуңғы сығарылыш йылы. Унда мин 23 гол индереп, 30 пас бирҙем.
– Дубль йә хет-трик эшләгәнең булманымы әле?
– Хет-трик әлегә юҡ, ә бына быйыл ике уйында «Реактор» менән «Омские ястребы» командаһына икешәр гол индереп, дубль яһаным.
– КХЛ-да кем өсөн «ауырыйһың» һәм, ғөмүмән, кумирың бармы?
– Элек, әлбиттә, «Салауат Юлаев» командаһы өсөн «ауырый» торғайным. Кумирға килгәндә, улар булманы тиерлек. НХЛ-да уйнаған Кучеров, Наместников кеүек хоккейсыларҙың ғына сығышын күҙәтеп барам.
– Һин әле йәшһең, бөтәһе лә алда, тип әйтергә була. Тик бына барыбер ҙә ниндәйҙер уңышҡа ирешер өсөн алдыңа маҡсат ҡуйырға кәрәк. Алда әйтеүеңсә, КХЛ тинең бит инде. Ә НХЛ?..
– О-о, ағай, һәр бер хоккейсы ул турала хыялланалыр инде ул.
– Бында данлыҡлы тренер Татьяна Тарасованың әйткәнен хупларға ғына ҡала. Ул, спортта үрҙәр яулар өсөн, шәхси тормошоңдо бөтөнләй оноторға кәрәк, тигән.
– Мин, әлбиттә, тормошомдо ошо шөғөлгә бәйләгәс, һәр яҡлап тырышасаҡмын. Маҡсатым да бар. Шуға күрә башта үҙеңде бында күрһәтергә кәрәк. Аҙаҡтан яҙмыш нимә тиер.
– Рәсәй йыйылма командаһын да күҙ уңынан ысҡындырмайһындыр ул?
– Үҙ илеңдең намыҫын яҡлау, әлбиттә, ғорурлыҡ. Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһының киңәйтелгән исемлегендә булғаным булды. Аңлайым, унда эләгеүе ауыр, әммә барыбыҙҙа ла хыял йәшәй.
– Ғүмер буйы уйнап та булмай бит инде. Карьераға нөктә ҡуйғас, нимә менән шөғөлләнерһең икән?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ул турала уйлағаным юҡ. Шулай ҙа ситтән тороп тренерлыҡҡа уҡыйым. Моғайын, хоккей өлкәһендә ҡалырмын.
– Әлеге үҫеп килгән заман балаларына әйтер һүҙең барҙыр.
– Күберәк ваҡыттарын сәләмәт тормош алып барыуға бирһендәр. Спортты яратһындар. Бөтәһе лә спортсы булмай, әммә физик яҡтан көслө ир-ат булһаң, тормошта үҙ урыныңды табыуы еңелерәктер, тип уйлайым.
Белешмә
Исеме: Байрас Абдуллин.
Тыуған йылы: 3 март, 1998 йыл. Өфө ҡалаһы.
Амплуа: һул яҡ һөжүмсе.
Буй үлсәме: 186 см.
Ауырлығы: 82 килограмм.
Уйнаған командаһы: «Стальные лисы» (Магнитогорск).
Нур ҠӘҘЕРБАЕВ әңгәмәләште