25.10.2017 Көнбайыштан – алты мәрәй
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙан торған сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты. Улар 12 мөмкинлектән алты мәрәй яулап, әллә ни ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтәгә өлгәшә алманы.
Көнбайыш конференцияһының ике лидерына еңелеп, Минскиҙың һәм Мәскәүҙең «Динамо» клубтарын көскә алдыра алды. Бигерәк тә һуңғыһын еңеүе республика көйәрмәндәре өсөн ҡыуаныслы хәл. Сөнки юлаевсыларҙың ете миҙгел буйына Мәскәүҙән мәрәй алып ҡайтҡаны юҡ ине. Был юлы ла улар төп ваҡыттың һуңғы минутында ғына еңеүҙе тартып алды. Еңеү шайбаһы Майоров иҫәбендә булһа, ағаларына «Торос»тан ярҙамға килгән 20 йәшлек Кузьминдың матур голы командаға һәм дә бигерәк үҙенә иҫтәлекле ваҡиға булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ уҙған миҙгелдә «Динамо»нан өфөләргә күскән Кокаревтың уңышы ла ҡунаҡтар өсөн файҙаға ғына булды.
Ә бына СКА-ға был юлы ла көсө етмәне. Иҫәпте беренсе булып беҙҙекеләр асһа ла, Знароктың вундеркиндтары шунда уҡ дилбегәне үҙ ҡулына алып, осрашыуҙы 4:2 иҫәбе менән тамамлай. Финляндияның «Йокерит»ы ла рекорд ҡуйыуын дауам итә. Улар юлаевсыларҙы 2:0 иҫәбенә отҡас, Көнсығыш лидеры – «Аҡ барс»ты ла, йәлләмәй, 3:1 иҫәбенә еңде һәм хәҙер юғалтыуһыҙ килеүен 15 осрашыуға еткерҙе.
Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы «Автомобилист» клубын ҡабул итә. Унан тыш, улар үҙендә «Трактор», «Лада» һәм «Металлург» хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.
Әлегә өфөләр – 36 мәрәй менән үҙ конференцияһында алтынсы урында. Юғарыла – «Аҡ барс» (43 мәрәй).