07.09.2017 Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы беренселекте уңышһыҙ башлап, күптәрҙе һағайтты
Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн 10-сы юбилей миҙгеле старт алыуына ла бер аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаһы етәкселектән алып яртылаш яңыртылған состав менән бейек үрҙәр яулау маҡсаты менән чемпионатҡа юл алды.
Беренсе уйында ул «Адмирал» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде һәм һағынып килгән көйәрмәндәренә шатлыҡ өҫтәне. Тик алдағы ике уйындың һөҙөмтәһен нисек булырын кем белгән… Юлаевсылар башта «Амур»ға – 4:5, һуңынан Ҡытай командаһына 1:2 иҫәптәренә еңелеп, үҙенән күпкә көсһөҙөрәктәргә биреште. Әлбиттә, миҙгел башына һылтанырға мөмкин. Сөнки яңы уйынсылар бер-береһенә өйрәнмәгән, оҙайлы ял, тегенеһе-быныһы… Әлегә ашыҡмайыҡ, көтәйек, тип кенә күңелде тынысландырырға ҡала.
Кисә «Салауат Юлаев» командаһы «Сочи» хоккейсыларын ҡабул итте. Ғөмүмән, юлаевсылар, тағы ике осрашыуын үҙ майҙанында үҙғарасаҡ. 3 сентябрҙә «Нефтехимик»ты ҡабул итһә, 5-ендә «Барыҫ» ҡунаҡ буласаҡ.
Һеҙҙең ҡарамаҡҡа «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында сентябрҙә буласаҡ уйын календарын бирәбеҙ.
3.09. «Салауат Юлаев» – «Нефтехимик».
5.09. «Салауат Юлаев» – «Барыҫ».
8.09. «Витязь» – «Салауат Юлаев».
12.09. «Салауат Юлаев» – «Динамо» (Рига).
14.09. «Салауат Юлаев» – «Торпедо».
16.09. «Салауат Юлаев» – «Спартак».
18.09. «Салауат Юлаев» – «Северсталь».
22.09. «Металлург» (Мг.) – «Салауат Юлаев».
24.09. «Автомобилист» – «Салауат Юлаев».
26.09. «Трактор» – «Салауат Юлаев».
28.09. «Лада» – «Салауат Юлаев».