RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Салауат – тимер батыр!

22.04.2017 Салауат – тимер батыр!

Салауат – тимер батыр!
Салауат кеүек триатлонда еңгән “тимер кеше”ләр республикабыҙҙа дүртәү-бишәү генә, тотош Рәсәйҙә уларҙың һаны ни бары яҡынса ике йөҙ кеше

Беҙ нимәгә ынтылабыҙ? Күпселекте маҡсаттары үрендә юғары белем, торлаҡ, машина әйҙәп, саҡырып тора. Ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү, ағас ултыртыу, сит илгә ял итергә барыу ҙа был исемлекте тултырыр. Тағы ла етәксе креслоһы, кеҫә тулы аҡсаны ла индерергә мөмкиндер. Стандарт йыйылма шул. Барыһына ла өлгәштең, ти, ә артабан? Диван, телевизор пульты, кресло, компьютер, поликлиника, дауахана? Араҡы, һыра, ләстит һатыу, табипҡа сиратта тороу, дарыу артынан туйтаңлап йөрөү, зарланыу, һыҙланыу, һиңмайға әйләнеү? Эс бошорғос таһа шулай булһа! Ә бит ҡалып­лашҡан йәшәү рәүешенә күнеп, ҡырҡ йәштә әбей-бабайға әйләнеп йөрөгәндәр аҙ түгел. Шул уҡ ваҡытта ирекле фекер йөрөтөп, ҡартайырға һис тә ашыҡмаған, яңынан-яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табып, тормоштоң төрлө яғын асҡан, даими рәүештә үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнен асыҡлаған кешеләр ҙә бар арабыҙҙа. Улар башҡаларға бөтөнләй оҡшамаған. Юҡ, тышҡы ҡиәфәттәре менән шул уҡ: бер башлы, ике аяҡлы, ике ҡуллы ҡәҙимге заттар. Булмыштары, ынтылыштары менән ғәжәптәр улар.

Эшҡыуар, һәүәҫкәр спортсы Салауат Вәлиевты алайыҡ. Ҡатыны Лидиә менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән Салауат­тың велоспорт, йога, марафон менән мауығыуы күптән билдәле. Көндәр йылыныр-йылынмаҫтан күр­шем Айтуған, Батыр, Сыңғыҙ улдары менән велосипедта ун ете саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан Ҡал­ҡан күленә һыу инергә йөрөй башлай. Сәңгелдәктә ятҡан Шат­морат­тан башҡа, үҙҙәрен төрлө спорт төрөндә һынап ҡараған малайҙары әлегә велосипедта уҙышыуҙы ныҡ яратһа, Салауат үҙе һуңғы арала триатлонға башкөлләй сумған. “Тимер кеше” тигән кинофильмды ҡарағанһығыҙҙыр? Ул блокбастер­ға һис ҡыҫылышы булмаһа ла, Салауат Вәлиев – ысын “тимер кеше”. Сөнки триатлон менән шөғөлләнеп, уңыштарға өлгәшкән кешене тап ошо титул менән ололай­ҙар. Салауат, уның фәлсәфәһе менән таныштырып, ныҡышмалы хеҙмәттең юғары һөҙөмтәләргә килтергәнен, үҙгәрергә һис ҡасан да һуң булмауын күрһәтергә теләйбеҙ.
– Кәрәкме икән үҙеңде үҙгәртергә? Ғөмүмән, ҡырҡ йәшлек сикте уҙғас, үҙгәреү кәрәкме ул? – тип башланы һүҙен Салауат Хәйрулла улы. – Үҙ өҫтөңдә эшләүҙән нимәне юғалтып, нимәне табаһың? Ҙурҙан ҡубып, спорт менән шөғөлләнеү файҙалымы? Спорт менән ныҡлап шөғөлләнеп, энергиябыҙҙы алдан сарыфлап бөтөрмәйбеҙме, әллә, киреһенсә, уны туплайбыҙ ҙа, ҡартлыҡты көслө, сәләмәт килеш ҡаршылайбыҙмы? Даими сыҙамлыҡҡа күнекмәләр үткәргән, йәшәү рәүешен тулыһынса үҙгәрткән кеше булһам да, был һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирә алмаҫ инем. Дөрөҫөрәге, яуаптарым бар минең, ләкин уларҙың хаҡлығын раҫларға кәрәк әле.
Һәр кем йәшәү мәғәнәһен үҙе эҙләп таба, һәр кем ғүмерҙең күсеү, алышыныу осорҙарын үҙенсә үткәрә. Был осорҙарҙа кеше ныҡ үҙгәрә. Кемдер һына, кемдер, яңынан билен биштән быуып, бейегерәк үрҙәргә ынтыла. Ә бит һынған кешеләр үҙҙәренең һыныуын ту­лыһынса аңлап та бөтмәй. Улар, бәлки, әүәлгесә бизнеста уңышлылыр, ғаиләһендә лә донъяһы түңәрәк, шул уҡ гәзит-журналды уҡый­ҙыр, яңы сыҡҡан фильмдарҙы күҙәтеп баралыр. Әммә дуҫтар табынында осрашҡанда (ә улар һаны йылдан-йыл кәмей), шунда уҡ улар­ҙағы үҙгәреште тояһың. Элекке кеүек күҙҙәре янып тормай, дәрттәре һүнгән. Тормоштарында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалары ла юҡ. “Күҙ алдына килтерәһеңме, ғаиләбеҙ менән Таиландҡа барҙыҡ, Паттайеның алтын ҡомдарында ҡыҙындыҡ, урындағы һыраларҙы тәмләнек, хатта сафари-турға ла барҙыҡ. Был ике аҙна онотолмаҫлыҡ булды…” – тигәнде иҫәпкә ал­ма­йым. Эйе, әлбиттә, был ҡыҙыҡлы, тик шундай уҡ хәбәре менән етеш йәшәүсе һәр Рәсәй кешеһе бүлешә ала. Мин Таиландта булманым, әммә уның пляждары һәм кәйеф асыу урындары тураһында таныштарымдың һөйләүҙәренән энәһенән-ебенәсә белгәс, барып ҡайтҡан һымаҡмын.
Ә бына үҙеңде өлкән йәштә үҙгәртеү – иғтибарға лайыҡ, ҙур ваҡиға. Үҙгәреү еңел бирелмәй. Йәшәй килә, һәр механизм кеүек, кешенең организмы ла туҙа, сирҙәр артҡандан-арта. Күпселектә бының сәбәбе – аҙ хәрәкәт итеүебеҙҙә һәм дөрөҫ туҡланмауҙа. Бер үк ритмға, аҙыҡҡа көйләнгән организмды икенсе йүнәлешкә бороп ебәреү өсөн көс, теләк кәрәк. Үҙемдә булған минең өсөн бик ҡәҙерле һәм мөһим байлыҡты юғалтыуҙан ҡурҡып, дүрт йыл элек триатлон менән етди шөғөлләнергә тотондом. Тормошом тулыһынса үҙгәр­ҙе. Мәҫәлән, иртән, барыһы ла тәмле йоҡоһон һимерткәндә, ике сәғәтлек йүгереүгә сыға алам йәки йөҙөргә барам. Миңә рәхәт, ыңғай үҙгәрештәрҙе тойоуҙан бәхетлемен. Ә нимәнән мәхрүм ҡалам? Элекке кеүек хәбәр һатып, йәйелеп ултыра алмайым. Һәр көнөм сәғәтенәсә бер нисә айға алдан планлаштырылған. Икешәр битлек кроссворд сисеп, телетапшырыуҙар ҡарап ултырырға ваҡытым юҡ (минең хатта телевизорым да юҡ). Элеккесә дуҫтарым менән туп тибеп уйнай, кистәрен ҡатыным һәм балаларым менән иркенләп һөйләшеп ултыра алмайым. Ә бының урынына нимә таптым, үлсәүҙең икенсе тәрилкәһендә нимә һуң? Үҙемде таптым. Үҙемдең йәшерен көстәремде астым.
Тормош тәмле еҫтәрен, аллы-гөллө буяуҙарын юғалта башланы икән – тиҙ арала үҙгәрергә кәрәк! Ныҡ ҡыйын булғанда, нимәгә барғаныңды аңлар өсөн маҡсат-саралар­ҙы аҡларға үкенестәр булмаҫҡа тейеш. Кемгәлер Таиландҡа барып ҡайтыу оло маҡсат булһа, кемдер марафонды йүгереп үтергә хыяллана. Ә шәхсән минең өсөн Ironman (“тимер кеше”) яуланасаҡ бейек үр ине. Триатлон – донъялағы иң ҡатмарлы күмәк дистанция. Тәүҙә асыҡ һыуҙа 3,8 км йөҙөп үтергә, шунан велосипедта 180 километрҙы артылып, дистанцияны 42 километрлыҡ марафон менән тамамларға. Бын­дай ауыр, көсөргәнешле уҙыш­ҡа йә профессиональ спортсы, йә минең кеүек йәшәүе айырым рәүешле ҡоролған һәүәҫкәр генә сығырға йөрьәт итә.
Спорт үҙемде аңларға ярҙам итте. Оҙайлы физик көсөргәнеш талап иткән спорт менән шөғөлләнгәндә, күп ваҡытың яңғыҙлыҡта үтә. Шул мәлдәрҙә һин үҙең менән яңынан танышаһың. Ыҙалар кисереп тороп, төрлө һорауға яуап эҙләй­һең. Йүгереп китеп барғаныңда, эске тауыш: “Туҡта, һиңә ҡыйын да инде, әҙерлегең самалы ла һуң!” – тип бер туҡтауһыҙ һине игәй. Ләкин бирешергә теләмәйһең һәм үҙеңде үҙең еңәһең. Сыҙамлылығыңды арт­тырып, тормошто ла нескәрәк тояһың, тыныслыҡҡа ла өйрәнәһең. Киҫкен хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотороңдо беләһең. Мин үҙемдең шәхес булараҡ нимәгә торошло икәнемде беләм, матди байлығым менән түгел, ә кешелек сифаттарым менән ғорурлана алам.
Триатлон бөтә организмға ыңғай йоғонто яһай. Был һиңә бер тонда йүгереү, йә йөҙөү түгел, ә өс төрлө спортты берләштерә. Башҡа спорт төрҙәренән айырмалы рәүештә, триатлон менән йәше лә, ҡарты ла шөғөлләнә ала. Мәҫәлән, алтмыш йәштә футбол уйнағандарын күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Сөнки футбол – йәштәр уйыны, унда өлкәндәр өсөн лигалар аҙ. Ә триатлон бөтә спорт һөйөүселәр өсөн дә платформа. Күптәр уның арҡылы үҙҙәрен күпкә йәш тоя һәм йәшерәк күренә лә.
Әгәр ҙә һеҙ спортта яңы кеше һәм ун саҡрымдан да күберәк араға йүгергәнегеҙ, ике саҡрымдан да ашыуыраҡ араға йөҙгәнегеҙ юҡ икән, триатлонда ниндәйҙер уңыш­ҡа өлгәшер өсөн ике йыллап ваҡыт талап ителәсәк. Дөйөм дистанцияға 16 – 17 сәғәт ваҡыт бирелә, һәм ҡайһы берәүҙәр марафонды атлап ҡына үтә. Ләкин һинең урыныңда булырға теләгән көйәрмәндәрҙең һоҡланыулы ҡарашы аҫтында 42 километрҙы йүгереп үтеүе күпкә ҡыҙығыраҡ – шуға ынтылырға кәрәк.
Салауат былтыр 24 сентябрҙә Сочи ҡалаһында үткән триатлон буйынса ярышта дистанцияны ун ике сәғәттә үтә. Таңғы сәғәт дүрттә тороп, иртәнге ашты ашағас, әй­бер­ҙәрен йыя (йүгереү өсөн кейем, велосипед, насос, һыу, велошлем, гидрокостюм һ.б.) Алтыла транзит зонала әйберҙәрен ҡалдыра. Дөйөм старт сәғәт етелә иғлан ителә. Был ваҡытҡа Лидиә балалары менән килеп етә. Йөҙөүҙән һуң велосипедта уҙыш башлана: тегеләй-былай туҡһанышар километрлыҡ араны ике тапҡыр урайҙар – аҫта 24 градус эҫе, тауҙарҙа ни бары 0 градус була. Марафонды ла үткәс, Салауат финишҡа ун ике сәғәттән килеп етә. Уны улдары шунса сәғәт көтә, атайҙарын ташлап ҡайтып китмәй. Хатта бәләкәс Шатморат та атаһының финишҡа килеп етеүен көтөп ала.
– Мин генә түгел, улдарым да тимер егеттәр булып сыҡты, – тип ғорурланды атай кеше. – Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп көт әле, күпме сыҙамлылыҡ кәрәк. Уның араһында йүгереп барған ыңғайы миңә һыу эсерҙеләр, тир һөртөргә таҫтамал менән йүгерештеләр... Финишҡа етер саҡта, көйәрмәндәр хор менән: “Салауат! Салауат!”– тип ҡысҡыра башланы бит әле ул. Ҡайҙан мине беләләр икән, тип аптыраным тәүҙә. Аҙаҡ, ҡарасы, мине хатта бында ла беләләр, тип ҡупырайҙым. Һуңынан ғына номерым янында исемем яҙылғаны иҫкә төштө лә, эй көлдөм.
Салауат Вәлиев, хәлдән килмәҫлек кеүек тойолғанды яулап алыр өсөн үҙемдә көс һәм теләк таптым, ти. Уға үрҙәргә артылғанда физик һәм рухи ауыртыныуҙар ҙа кисерергә тура килгән. Ләкин маҡсатына ирешеп, үҙгәреп, әле алдына яңы бурыстар ҡуя. Иң мөһиме, маҡсатына табан барғанда ул төп байлығын һаҡлап ҡала алған: ғаиләһендәге гүзәл мөнәсәбәттәрҙе, ярат­ҡан эшен һәм тоғро дуҫтарын. Ә, бәлки, беҙгә лә Ironman-да үҙебеҙҙе һынап ҡарарға ваҡыт еткәндер? Ҡурҡытһа ни... Ҡурҡҡан эш хәйерле була ла һуң!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына