10.04.2017 Фәһем алырлыҡ йәштәр бар
Спортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған кешеләр һаны артҡандан-арта бара. Был бик ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Күптән түгел генә Әбйәлил районының Хәмит ауылында район волейбол ярышы уҙғарылды. Ул ябай ярыштан айырылып торҙо. Сөнки Хәмит командаһының алмаштырғыһыҙ уйынсыһы, йәшләй генә фажиғәле рәүештә беҙҙең аранан китеп барған Сафуан Ниғмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналып өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.
Хәҙерге ығы-зығылы тормошта ысын дуҫ, тоғро юлдаш табыуы бик ауыр, ләкин Илдар Вәлиев Сафуан дуҫының исемен мәңгеләштереү өсөн күп тырышты, ысын дуҫ булып ҡала белде. Афарин!
Ярышты ойоштороу өсөн Илдар Вәлиевҡа (һүрәттә) күп көс һалырға тура килде: райондан ризалыҡ алыу, командаларҙы саҡырыу, уларҙы төшкө аш менән тәьмин итеү, ярыш өсөн бағыусы булыу һ.б. Ләкин ул ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, алдына ҡуйған маҡсатына тулыһынса иреште.
Һәр башланғысыңды аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ғаиләң булғанда, бар кәртәләрҙе аша сығырға мөмкин тигәнгә тағы бер ҡат инандым, сөнки Илдарҙың кәләшенең, ата-әсәһе Зарифа һәм Сәғәҙи Вәлиевтарҙың ярыштың башынан аҙағынаса ҡатнашыуы быға асыҡ дәлил.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Ф. Ғәҙелшинаға, мәктәп коллективына, директоры Ғ. Хаҙыевҡа, ауылдаштарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Сәмле ярышта 1-се урынды – Ҡыҙыл командаһы, 2-сене – Ишбулды ауылы командаһы, 3-сөнө Белорет районының Үҙән ауылы командаһы яуланы. Шулай уҡ һәр команданан иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде. Волейбол ярышында Сафуан Ниғмәтуллиндың ата-әсәһе, туғандары ҡатнашып, командаларға иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Арабыҙҙа Илдар кеүек изге күңелле, дуҫтары, туғандары өсөн янып йөрөгән кешеләр күберәк булһа ине!
Зөлфиә ҠАРАСОВА.