24.03.2017 Билдәле хоккей белгесе Сергей Ғимаев вафат булды
Хоккейсы, халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, билдәле спорт комментаторы Сергей Наил улы Ғимаев 62 йәшендә ҡапыл вафат булды.
Ул 1955 йылдың 1 ғинуарында элекке союздаш Беларусь Республикаһында тыуған. Атаһы беҙҙең Туймазы районының Кәкребаш ауылынан. Хәрби летчик. Һуғыштан һуң Украинала ҡалып, шунда өйләнә. Польшала хеҙмәт итә. Беларусь Республикаһына күсеп килгәс, улдары Сергей тыуа. Демобилизациянан һуң Ғимаевтар тыуған яғына – Башҡортостанға күсеп ҡайта. 11 йәшлек Сергейҙы атаһы «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбенә бирә. Әрме сафына алынғас, егет Һамар ҡалаһының ул ваҡыттағы СКА командаһы өсөн сығыш яһай. ЦСКА етәкселеге уның уйыны менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә саҡырып ала. Улар составында ете тапҡыр СССР чемпионы була. Өс тапҡыр көслө 33 уйынсы исемлегенә индерелә. Һаҡсы амплуаһында бөтәһе 305 уйын уҙғарып, 45 гол индерә. Карьераһын 1986 йылда тамамлай. Һуңынан 14 йыл буйы ЦСКА хоккей мәктәбендә спорт директоры булып эшләй. Ике йыл үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры булып та өлгөрә. 2000 йылдан төрлө спорт каналында эксперт һәм комментатор һөнәрен башҡара. Хоккей ветерандары командаһында ла уйнай. Ана шуларҙың береһендә үҙен насар тойоп, иҫенә килә алмай, яҡты донъя менән хушлаша.