23.01.2017 КХЛ-дың "Йондоҙҙар матчы" тамамланды!
Оло спорт сараһы Чернышев дивизионының "Көнсығыш" конференцияһы командаһы һәм Тарасов дивизионының "Көнбайыш" командаһы араһындағы финал менән тамамланды. Чернышевсылар 3:2 иҫәп менән еңеү яуланы.
Өфөләге "Хоккей йондоҙҙары аҙналығы" тамамланды.
Әйткәндәй, кисә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель осрашты. Эшлекле һөйләшеү барышында Өфөлә артабан да хоккей буйынса оло саралар үткәреләсәгенә өмөт бар икәне асыҡланды. Атап әйткәндә беҙҙә хоккей буйынса халыҡ-ара чемпионат ойошторорға мөмкин тигән фекер яңғыраны.