17.01.2017 Боҙ өҫтөндә "Ете ҡыҙ"
19 ғинуарҙа Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары уйыны «Ете ҡыҙ» бейеүе менән асыласаҡ. Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында «Өфө-Арена»ла Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.
«Ете ҡыҙ»ҙы боҙҙа бейеү өсөн артистарға аяҡ кейеменә махсус сөйҙәр нығытылған.
«Был хәүефһеҙлек техникаһы һәм бейеүҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн кәрәк, — тип аңлатма бирҙе ансамблдең солисы Регина Мостафина. — Был бейеү менән ҡыйыҡта ла, һыу аҫтында ла сығыш яһаныҡ. Кәрәкһә тимераяҡта ла бейер инек».
15 ғинуарҙа боҙҙа ансамблдең ир-егеттәре Риф Ғәбитов ҡуйған «Бөркөт иле» бейеүен тәҡдим итте.