30.11.2016 «Салауат Юлаев»ҡа – 55 йыл
йәки 1961 йылдың 25 ноябрендә юлаевсылар Силәбенең «Металлург»ы менән тәүге рәсми уйынын уҙғара
Быйыл «Салауат Юлаев» клубы өсөн юбилей йылы. Команданың тәүге рәсми уйын уҙғарыуына – 55 йыл. Улар 1961 йылдың 25 ноябрендә Силәбенең «Металлург»ы менән осрашып, уларға 3:1 иҫәбенә еңелә. Шулай уҡ СССР беренселеге башланыуға ла 70 йыл тула.
Шул уңай менән бөгөн өфөләр даими беренселектең сираттағы бәйгеһендә «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары менән ретро формала сығып уйнаясаҡ. Ә инде уға тиклем ике көн элек «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙендә «Витязь» уйынсыларын ҡабул иткәйне. Быға тиклем ете осрашыуҙан торған уңышынан һуң, өфөләр «Сочи» командаһына буллит серияһында еңелеп, үҙендә «Витязь» уйынсыларына ла отолдо.
Улар уйын буйына тиерлек дәғүәсеһенән күп ваҡыт өҫтөнлөк итеп тә, алдыра алманы. Юлаевсыларҙың тәүге осорҙоң һуңғы минутында индергән голына төп ваҡыт тамамланыуға ете минут тирәһе ҡалғанда яуап биреп, ҡунаҡтар йәнә уңышҡа иреште һәм еңеү яуланы. Әлегә Захаркиндың тәрбиәләнеүселәре 57 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһының дүртенсе баҫҡысын биләй. Беҙҙән артта килеүсе «Трактор» командаһы ете мәрәйгә ҡалыша. Ә инде юғарыла – шул уҡ «Металлург» (Мг.) (74 мәрәй), «Авангард» (67 мәрәй) һәм «Аҡ барс» (68 мәрәй).