RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атаһынан өлгө алған Айтуған

26.09.2016 Атаһынан өлгө алған Айтуған

Атаһынан өлгө алған Айтуған
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Айтуған Ғәйнуллин өҫтәл теннисы буйынса чемпиондар тәрбиәләй

Арымаһа арымай икән кешеләр! Сыҙамлылыҡты арттырыуға арналған дәрестә ярты сәғәт буйына тиерлек еңел атлетика менән шөғөлләнделәр ҙә инде, шул да етер ине лә бит, әммә унан һуң тирләп-бешеп әллә күпме футбол тубын типтеләр, әле килеп волейбол ярышы ойошторҙолар...

Учалы районы Комсомольск мәктәбенең ун беренсе синыф уҡыусыларын әйтәм, бер ҙә өйгә ҡайтырға уйламайҙар. Дәрестәрҙән һуң, етмәһә, өҫтәл теннисы уйнарға керештеләр. Уларҙың “биреге” арттымы-юҡмы, белмәйем, физкультура уҡытыусыһы Айтуған Ғәйнул­линдың бушағанын көтөп, түҙемлегем ысын-ысындан нығынды. Ҡаҡ маңлайҙы ярмаһалар ярар ине тип, тегеләй-былай осҡан туптан башты ҡағыҙ ҡалҡан – блокнот аҫтында йәшерә-йәшерә, был балалар бөгөн мәктәптән ҡайтамы-юҡмы, тип сирылдым:
– Хәлдән дә таймайҙармы шул?!
– Ун берҙәр бәләкәйҙән шулай теремек синыф, – тип йылмайҙы Айтуған Фәйзулла улы, – тәнәфестә лә йүгереп килеп, уйнап сығалар.
– Дәрестәр күптән бөттө лә һуң, ҡайтһалар ҙа булалыр...
– Улар ҡайтһа ла, тиҙҙән спорт секцияһында шөғөлләнеүселәр йыйыла башлай, – уҡытыусы нимәгә ишаралай тиһегеҙ? Ниндәй бар, шундай шарттарҙа һөйләшергә тура киләсәк, тигәнгә кинәйәләй.
Ә кемдер беҙҙең эште, еңел, ти. Ҡайҙан анһат булһын: шау-шыуҙа шарылдап, ялт-йолт осҡан туптан ҡасышмаҡ “уйнап”, уҡыусыларынан күҙ яҙҙырмаған уҡытыусының иғтибарын үҙеңдең яғыңа ауҙарырға маташып, үткәндәрен, бөгөнгөһөн, киләсәккә пландарын белешеп ҡара! Кешенең эс серҙәрен өҫкә тартып сығарыр өсөн айырым бер тыныс мөхит талап ителә, һәм һин шул солғанышты булдырам тип, эй, тырышаһың, эй, тырышаһың, ләкин бөтә ынтылышыңды “выжт!” тигән туп юҡҡа сығара ла ҡуя...
– Ун беренселәр теремек кенә түгел, аҡыллы ла, тырыш та, –Айтуған ағай, һыбыҙғыһын һыҙғыртыуҙан туҡтап, яныма сүгәләй, эйәге менән алтынсәскә ымлай. – Бына Гүзәлиә Ғүмәрова тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, башҡорт һәм рус телдәре буйынса республика, район олимпиадалары еңеүсеһе. “Дүртле” һәм “бишле”гә уҡыған Лилиә Әхмәтшина – өҫтәл теннисы буйынса күп тапҡыр республика һәм Силәбе өлкәһе чемпионы. Айһылыу Ҡорамшина, Эльвира Ильясова, Әлиә Рәхмәтуллина, Айгөл Бәхтиәрова, Вилена Бикҡужина ла – уҡыу алдын­ғылары. Рәсүл Сәғитов иһә – өҫтәл теннисы буйынса чемпион...
Өҫтәл теннисы тураһында һүҙ сыҡҡанда шуны әйтеп китергә кәрәк, был спорт төрө – мәктәптең көслө яғы. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа Ғәйнуллиндың тәрбиәселәре барыһының да тиерлек танауына сиртеп, бөтә кубокты яулап алып ҡайта. Уҡыу йортоноң визиткаһында ла дәреслек фонында ракетка һүрәте төшөрөлгән. Уның уртаһында иһә – бал ҡорто, сөнки мәктәптең үҙ умарталығы бар. Ирле-ҡатынлы Әхмәҙиевтар уҡыусыларға умартасылыҡ серҙәрен төшөндөрә: Нажиә Юрис ҡыҙы теориянан уҡытһа, Нариман Нурғәли улы практик өлөштө үҙ өҫтөнә алған. Был турала Айтуған ағай ихласлап һөйләй:
– Умартасылыҡ балаларға ғына түгел, үҙемә лә ҡыҙыҡ әле ул. Бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһына башлағас, уларҙың йәшәү рәүеше мине хайран итте! Иҫ киткес ғәжәп бөжәктәр! Уларҙың ойошҡанлығы, берҙәмлеге, егәрлелеге...
Хәйер, Айтуған Фәйзулла улы үҙе шул бөжәктәрҙән һис ҡалышмай – бал ҡортондағы егәрлелек уға ла хас. Көнө буйы мәктәптән ҡайтмаған, уҡыусыларҙы физкультураға, спортҡа ылыҡтырырға ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән фанат уҡытыусы ул. Төндә лә бер нисә сәғәт шөғөлләнергә форсат бирһәләр, ошонда ғына, спорт залында, ҡалып йоҡлар ҙа ҡуйыр ине, биллаһи!
“Һеҙгә ҡатынығыҙ асыуланмаймы ул? Өйҙән ҡыуып сығарманымы әле?” – тип шаяртыуыма Айтуған ағай көлдө:
– Элек, йәшерәк саҡта, кәләш, ана, карауатыңды ал да, мәктәпкә күсеп сыҡ, ти торғайны, хәҙер минең башҡаса йәшәү алмауымды аңланы, төп терәгемә әйләнде. Хатта, гел беренсе урын алыуыбыҙға өйрәнеп, икенсе, өсөнсө урын алдыҡ, тип хәбәр итһәм, и-ий, икенсе (өсөнсө) генәме ни, тип ебәрә. Ҡатыным, Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы, педагог-китапханасы, уның да тормошо мәктәп менән бәйле. Уҡыусыларҙың уңыштарына бергә ҡыуанабыҙ, һәр береһенең еңеүе – ғаилә байрамы кеүек. Призлы урындар яулап күнеккәс, артта ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ә беренселәр сафында ҡалыр өсөн көн дә, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә, күнегергә кәрәк.
Районыбыҙҙа алдынғыларҙан иҫәпләнгән Комсомольск мәктәбенең данын йәш спортсылары электән арттыра килә шул. Байтаҡ йыл әүәл, балалар һаны күп саҡта, еңел атлетика, гер спорты, армрестлинг, көрәш тә сәскә атҡайны, әлеге ваҡытта иң күп көстө өҫтәл теннисына һалалар. Һөҙөмтәләр булғас, ярҙам итеүселәр ҙә табыла.
– Депутатыбыҙ, “Башҡорт алтын табыу компанияһы” директоры Ирек Ғиззәтуллинға рәхмәтлебеҙ, – тип, уҡытыусы тәҙрәләргә күрһәтә, – ул мәктәптең тәҙрәләрен, электр сымдарын алмаштырырға, ҡаҙанлыҡҡа ремонт яһарға, һыу скважинаһын ҡаҙырға ярҙам итте, һәр кабинетҡа яңы таҡталар алып бирҙе. Мәктәбегеҙ ярыштарҙа гел призлы урындар ала, нисек һеҙгә ярҙам итмәйһең, ти. Сығарылыш уҡыусыбыҙ Гөлназ Йосоповаға ла рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ: ул беҙгә әллә күпме спорт ҡорамалы, спорт кейеме бүләк итте. Исмаһам, бер баланы урамдан йолоп алып, спортҡа ылыҡтырһаҡ, беҙгә шул да ҙур плюс, тигән Гөлназдан йәйә-уҡ һораным: уҡ атыуҙа ата-бабаларыбыҙға етеүсе булмаған, беҙ, улар­ҙың вариҫтары, был шөғөлдө тергеҙеп, уға яңы һулыш өрөргә тейешбеҙ, тип иҫәпләйем.
Эшенән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәгән тырыш Айтуған ағай бала сағында, физкультура дәрестәренән тыш, математика фәнен дә ныҡ яратҡан. Хәҙер шуға форсаты сыҡҡан һайын уҡыусыларға, математика менән дуҫ булығыҙ, ул нигеҙҙәрҙең-нигеҙе, тип тылҡый: “Математиканы яҡшылап үҙләш­тер­һәгеҙ, уйларға өйрәнерһегеҙ, һуңынан шахматты ла, өҫтәл теннисын да һәйбәт уйнарһығыҙ, башығыҙ эшләгәс, тормошта ла хаталар яһамаҫһығыҙ”. Стәрле­тамаҡ физик культура техникумын тамамлаған Айтуған Фәйзулла улы эш араһында Силәбелә юғары белем дә алған. Уҡыуы оҡшаһа ла, сессиянан һәр ваҡыт эшен, уҡыусыларын һағынып ҡайтҡан:
– Тәүге эш көнөнән үк мәктәпкә байрамға йөрөгән кеүек йөрөнөм. Был сифат, тимме икән, атайҙан ҡалған. Атайыбыҙ, атаҡлы комбайнсы Фәйзулла Сафиулла улы, таңғы сәғәт биштә тороп эшкә сығып китә торғайны, эш көнө бөттө, тип ҡайтып китмәй, төнгәсә йә яланда, йә МТМ-ла комбайны янында була. Гел ҡәҙерләп ҡарағас, техникаһы һирәк ватылды, эше уң барҙы. Юҡҡа ғына уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләмәгәндәр – бик лайыҡлы ине был наградаға. Инәйебеҙ ҙә беҙҙе, ана, атайығыҙҙан өлгө алығыҙ, тип үҫтерҙе: “Уның кеүек булығыҙ, намыҫлы йәшәгеҙ, тырышып эшләгеҙ”. Атайға ҡарап, беҙ ҙә комбайнда эшләп алдыҡ. Техникала эшләү оҡшаһа ла, уҡытыусы һөнәре үҙенә нығыраҡ тартты. Физкультура уҡытыусыһы булғас, бөтә спорт төрө менән дә тиерлек яҡындан танышмын. Йәш саҡта көрәш менән мауыҡһам, әле өҫтәл теннисы, гер спорты менән шөғөлләнәм. Саңғыла йөрөргә яратам, шашка-шахмат та күңелемә яҡын. Күңелгә ятҡан спорт менән шөғөлләнгәс, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелде. Шуға ла ата-әсәләргә йыш ҡабатлайым: бала үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тейеш, төрлө спорт секцияһына, түңәрәктәргә йөрөһөн, үҙенең һәләттәрен барлаһын, мөмкинлектәрен асыҡлаһын. Шунһыҙ үҙенең нимәгә һәләтле икәнен ул ҡайҙан белһен? Үҙенең тәбиғәтенә, һәләтенә ярашлыһын тапҡас, бала кинәнеп шөғөлләнәсәк, әллә ниндәй үрҙәрҙе яулаясаҡ. Ауыл балаларының был йәһәттән мөмкинлектәре сикле, сөнки секция-түңәрәктәр һаны иҫәпле, ә бит, бәлки, ауылда, әйтәйек, еңел атлетика, дзюдо йә йәйәнән атыу буйынса Олимпия чемпиондары асылмай тороп ҡалалыр, бына шул үкенесле... Ауылдағы эшһеҙлек тә бәкәлгә һуға: ҡайһы бер ярыштарға барырға аҡса, транспорт табып, оҫталығы көндән-көн артҡан йәш спортсыға ярашлы ҡиммәтле, әйтәйек, ракетка алып булмай. Ләкин бер нигә ҡарамаҫтан, беҙ танауҙы төшөрмәйбеҙ, мөмкин булғанды ла, булмағанды ла эшләргә, уҡыусыларҙа спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Килеп сыға шикелле.
Айтуған Ғәйнуллиндың “шикелле”һе ысын-ысындан артыҡ: ун беренселәрҙе ҡыуып тигәндәй ҡайтарыуыбыҙға, спорт залында дәрестәрҙән һуң өҫтөн алмаштырып, тамаҡ туйҙырып өлгөргән бәләкәсерәктәр, ямғырҙан һуң бәшмәктәр ише, ҡалҡып сыға башланы: “Ағай, беҙ килдек!” Ә ағайҙарына ҡасан ашап алырға, ял итергә – уныһында шәптекәйҙәрҙең эше лә юҡ, ай, рәхмәт төшкөрҙәре!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Учалы районы.

Атаһынан өлгө алған Айтуған










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына