11.12.2010 Яратҡан шөғөлө йәшәүгә көс өҫтәй
Игорь Григоренко 1983 йылдың 9 апрелендә Тольяттиҙа тыуған. Һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Лада», «Северсталь» клубтары өсөн сығыш яһай. Шулай уҡ диңгеҙ аръяғының Түбәнге лигаһында биш уйын үткәреп өлгөрә. 2007 йылдан «Салауат Юлаев» командаһында. Уның составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы була. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составына алынып, донъя беренселектәрендә ҡатнаша.
Шулай итеп, Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә өмөтлө уйынсыларҙың береһе, спорт карьераһының иң үҫешкән мәлендә автофажиғәгә эләгеп, саҡ тере ҡала. Уға был ваҡытта ни бары 20 йәш була. 2003 йылда Финляндияла уҙған донъя беренселегенән һуң бер нисә көн уҙғас, Григоренко үҙ автомобилендә иптәше менән баҡсанан ҡайтып килешләй идара итеүҙе юғалтып, ҡаршы яҡ юлға сыға һәм реклама щитына бәрелә. ҡотҡарыусылар бер сәғәттәй тиерлек Игорҙы машинаһынан сығара алмай интегә. Иптәше еңел йәрәхәт алһа, ә инде Игорь ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Уның яҙмышы йәшәү менән үлем араһында була. Иҫһеҙ ятҡан Григоренконы табиптар 14-се көндә генә аңына килтерә. Уның һауығыуына өмөттәре бик икеле була. Хоккейсы яйлап кеше ҡиәфәтенә инеп, ҡултыҡ таяғы ярҙамында йөрөп маташа. Күптәр уның спорт карьераһына нөктә ҡуйырға ашыға. Тик Игорь ғына ашыҡмай. Һәм ай ярым дауаханала ятып, дүрт ай үтеүгә, геройыбыҙ сәкәнен алып, боҙ майҙансығына сыға.
Игорҙың бала сағы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Ата-әсәһе эш эҙләп, Украинанан Тольяттиға күсенгәс, бер ваҡыт уларға ҡунаҡҡа Игорҙың ике туған ағаһы килә. Ул урындағы бер гәзиттә «Лада» хоккей мәктәбенә балалар йыйыуҙары хаҡында белдерә. Икенсе көнөнә үк мәктәп йәшенә лә етмәгән Игорь спорт һарайының ишек төбөнә баҫып тора. Әлбиттә, барыһы ла уға еңел бирелмәй. Йылдан ашыу конькиға баҫып, боҙҙа шыуырға өйрәнә. Һуңынан ғына уға сәкән тотторалар. Унда ла бер белгес тә алдан уҡ кемдең кем буласағын күҙалламай. Сөнки күптәр, хатта һәләтлеләр ҙә, күнекмәләрҙең ауырлығына сыҙай алмай, ярты юлда спорттан китергә мәжбүр була. Игорҙы һәләтлеләргә индереп булмай. Тик ул тырыш була. Тренерҙың һәр бер кәңәшен ҡолағына һалып, күнекмәләрҙән һуң ҡалып, оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Башҡаларға ҡарап өйрәнә. Шулай Григоренко, күнекмәләрҙән тыш, уҡыуҙа ла һынатмай үҫмер йәшенә етә. 14 йәшендә уны «Лада»ның икенсе составына саҡыралар. Тәүге эш хаҡы ала. Уға ай һайын ул ваҡыттағы күләм менән 279 һум түләйҙәр. Был суммаға кейенеп, күңел генә асмай, ә киләсәккә иҫәбенә һалырға ла етә. Шулай ғүмер дауам итә, геройыбыҙға 17 йәш тә тулып китә. «Лада» клубының төп составына алына. Шунан башлана ла инде уның «йондоҙло» сәғәттәре. 2001 йылда юниорҙар араһында донъя беренселегенә юл алып, ул Рәсәй командаһы составында донъя чемпионы исемен яулай. Киләһе йылына ике йыл рәттән үҫмерҙәр составында донъя кубогын күккә сөйә. Бар хоккей белгестәре уға иғтибарын йүнәлтеп, яңы йондоҙсоҡ үҫеүе хаҡында бөтә донъяға яу һала. Шул уҡ йылда, Рәсәй хоккей лигаһының иң көслө уйынсыһы булараҡ, Игорь «Алтын шлем» менән бүләкләнә. Рәсәй йыйылма командаһының «йондоҙ»ҙары Павел Буре һәм Андрей Коваленко менән бер рәттән, оҫта буллит һуғыусыға әйләнә. ҡыҫҡаса әйткәндә, «йондоҙ» үҫмергә һәр яҡлап иғтибар арта. Берҙән, ул Рәсәй командаһының төплө уйынсыһы булһа, икенсенән, НХЛ-дан тәҡдимдәр күбәйә. НХЛ-дың «Детройт» клубы уға ҡыҙыҡһыныу белдереп, һәйбәт тәҡдим менән сыға. Тик яҙмыш үҙенекен итә. Ул, автофажиғәгә эләгеп, ике йылға спортта карьераһын туҡтата. Шулай ҙа ғүмерен бушҡа уҙғармай. Тормошҡа ҡарашын үҙгәртеп, күптән таныш булған һөйгәне Оксанаға иғтибарын күберәк йүнәлтә башлай. Бер йылдан ҡыҙҙары тыуа. Туй үткәрәләр. Аяғына баҫҡас, «Лада»ның икенсе составында көн күрә. 2004 йылда клуб етәкселеге Григоренконы «Салауат Юлаев»ҡа арендаға бирә. Ана шул ваҡытта Игорь, ҡайһы бер белгестәрҙең ауыҙын ябып, Өфөлә яҡшы уйнап китә һәм ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәшә. Киләһе миҙгелде контракт нигеҙендә «Северсталь» клубында башлай. Аяғына ныҡлап баҫыуға ошо күсеү ҙур йоғонто яһай ҙа инде. Ул «Северсталь»дең бомбардирына әйләнеп, тыуған яғына ҡабат саҡырыу ала. ҡайтҡас, миҙгел башында НХЛ-дан йәнә ҡыҙыҡһыныу була. Ул унда түбәнге лигала биш уйын уҙғарғандан һуң, тыуған яғын яҡын күреп, Өфөгә килә һәм «Салауат Юлаев» менән контракт төҙөй. Әлеге көнгә тиклем уңышлы сығышы менән юлаевсылар көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Беренсе звенола сығыш яһай.
Гол+пас системаһы буйынса, Александр Радулов һәм Патрик Торесендан ғына ҡала, 24 (14 –10) мәрәй менән өсөнсө күрһәткескә өлгәшкән.
* * *
Сираттағы турҙа «Салауат Юлаев» Новокузнецкиҙа урындағы «Металлург» командаһы менән осрашты һәм уларҙы 3:2 иҫәбенә еңде. Бөгөн «Себер» хоккейсылары менән сәкәләшәсәк.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.