RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Спорт донъяһында – яңы “Башҡорт”

27.12.2014 Спорт донъяһында – яңы “Башҡорт”

Яҡташыбыҙ, ММА буйынса профессиональ көрәшсе Илфат Әмиров Мәскәү рингтарында ошо ҡушамат аҫтында сығыш яһай.

Спорт донъяһында –  яңы “Башҡорт”Ҡатнаш көрәш сәнғәте (ММА – инглиз теленән Mixed Martial Arts) өлкәһендә уңыш яулаған оҫталарҙан яҡташыбыҙ, “Баш­ҡорт” ҡушаматлы Венер Ғәлиевты ғына беләбеҙ. Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһы рингтарында ярайһы уңыш ҡаҙанған тағы ла бер яҡташыбыҙ, Күмертау егете Илфат Әмиров менән танышыу форсаты тейҙе. 24 йәштә генә бу­лыуына ҡарамаҫтан, еңеүҙәре мәртәбәле, үҙе өмөтлө йәш профессиональ спортсылар иҫәбендә: ММА буйынса “Курск – 2014” халыҡ-ара, “Спецназ хәтере” бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе, грепплинг буйынса Мәскәү беренселегендә беренсе, “Moscow Open” BJJ чемпионатында икенсе урын һәм башҡа еңеүҙәр яулаусы.

– ММА – ҡағиҙәләрһеҙ көрәш, шулаймы?
– Юҡ, әлбиттә, юҡ. Күптәр ҡатнаш үҙалышты (единоборство) шулай тип атап йөрөтһә лә, был хәҡиҡәткә тура килмәй. Сөнки ММА-ла ҡағиҙәләр етерлек, хатта бик күп, тип әйтер инем. Көрәш­тең нескәлектәрен белмәгән кешегә генә уның ҡағиҙәләр­һеҙ булып тойолоуы ихтимал. Профессиональ ММА алышы ситлек эсендә үткәрелә. Әл­биттә, көрәштең башҡа төрҙәренә ҡарағанда, ирек күберәк, әйтәйек, быуыу кеүек алымдарҙы ҡулланыр­ға була.
Йәрәхәттәргә килгәндә, улар булып тора. Шулай ҙа алышҡа сыҡҡан һайын, ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыу ихтималлығы бар, тип хәүефләнергә кәрәкмәй. Беҙ бит шуның өсөн дә профессионалдар.

– Нисә йәштән спорттың был төрө менән ҡыҙыҡһына башланың?
– 12 йәштә, Күмертау ҡалаһында уҡыған осорҙа, “Прометей” спорт комплексында дзюдо менән шөғөлләнә башланым. Ишембай кадет корпусында ҡул һуғышы менән ҡыҙыҡһындым. Мәскәү дәүләт юриспруденция институтына уҡырға ингәс, ММА үҙенә йәлеп итте.
Әле өйләнмәгәнмен, атай-әсәйем Күмертауҙа йәшәй, әсәйем Фәриҙә риэл­тор бизнесы менән шөғөлләнә, атайым Өлфәт төҙөлөш фирмаһында эш­ләй. Ике апайым бар.
Спортсыларға ғаилә тарафынан ныҡлы таяныс ҙур әһәмиәткә эйә. Был яҡтан уңдым: яҡындарым бала саҡтан уңыштарыма ҡыуа­нып, алдағыларына дәртләндереп торҙо.

– Ниндәй ауырлыҡ категорияһында сығыш яһайһың?
– Ғәҙәти ауырлығым – 72 – 73 кг. Әммә мин 62 – 66 кг ауырлыҡта сығыш яһайым. Әлеге ваҡытта 75 кг ауырлыҡтамын. Киләһе дәғүәсемдең кемлеге билдәле булғас та, яйлап ауырлыҡты кәметә башлаясаҡмын. Спортсы бу­лараҡ мәртәбәң ҙурыраҡ булған һайын, дәғүәсең ха­ҡында алданыраҡ хәбәр итәләр. Башлап сығыш яһай башлаусыларға рингҡа сы­ғыу­ҙан бер-ике көн алда ғына әйтеүҙәре лә ихтимал. Шун­дай шарттарҙа еңеү яулай белеү ҙур физик оҫталыҡ ҡына түгел, ныҡлы рух көсө лә талап итә.
Ошо арала грузин спортсыһы менән 66 кг ауырлыҡта көрәшергә тейеш инем, ләкин ул баш тартты. Хәҙер миңә Әрмәнстандың иң көслө спортсыларының бе­реһе – Артак Казарян менән көрәшергә тәҡдим иттеләр. Уны еңеү рейтингымды бер нисә баҫҡысҡа күтәрәсәк.
Ғөмүмән, Рәсәйҙә ММА яҡшы үҫешкән, тип әйтә алам. Төньяҡ Кавказдан сыҡ­ҡан спортсылар иң көслөләр­ҙән һанала. Уларға лайыҡлы конкурент булыу еңел бирелмәй, әммә беҙҙең халыҡ та бирешеп ҡала торған заттан түгел. Билдәле башҡорт, бөтә донъяла данлыҡлы, әммә, үкенескә күрә, исеме әҙ яҡтыртылған Венер Ғәлиевты ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә.

– ММА – үҙенә көрәштең төрлө йүнәлештәрен тупла­ған спорт төрө. Спорттың ҡайһы төрөнән (дзюдо, көрәш, бокс, каратэ) башлаған кешеләргә ММА-ла уңыш яулау еңелерәк?
– ММА буйынса бөтә донъяла популяр бер нисә ойошма бар. Уларҙың береһе – UFS. Бындай ойошмаға эләгеү – ММА менән шөғөлләнеүсе бөтә донъя спортсылары өсөн иң юғары кимәл. Был кимәлдә еңеүҙәр өсөн приз­дар меңдәрҙә түгел, миллиондарҙа иҫәпләнә. Һо­рауға яуап биргәндә, UFS чемпиондары статистикаһына таянмаҡсымын: туғыҙ чемпиондың етеһе ММА-ға ирекле көрәш аша, икәүһе тай боксы аша килгән.

– Сит илгә сығып эшләргә тәҡдим буламы? Бокссылар Хәбир һәм Сабир Сөләймә­новтар кеүек, Америкаға сы­ғып китеп карьера эшләү теләге уянғаны юҡмы?
– Беренсенән, минең ки­мәлем әлегә сит ил ойошмалары ҡыҙыҡ­һынырлыҡ юғары түгел, икенсенән, ММА-ла, ҡағиҙә булараҡ, үҙ иленән сыҡҡан спортсыларҙы үҫтереүгә ҙурыраҡ иғтибар бүләләр.
Сөләймәновтар миҫалына килгәндә, бокс Америкала яҡшы үҫешкән һәм унан шоу яһау менән бик күп ойошма шөғөлләнә. Ә ММА буйынса бер-ике генә етди ойошма эшләй. Шуға күрә унда сығып китеүҙең әлегә мәғәнәһен күрмәйем. Рәсәйҙә яҡшы тренерҙар мәктәбе бар. Бында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтһәң, ҡасан да булһа төп ойошмалар һине күреп ҡаласаҡ.

– Әлеге ваҡытта ниндәй клубта шөғөлләнәһең?
– Рәсәйҙең топ-клубтарының береһе, “Клуб единоборств №1” тип атала. Етәксеһе – че­чен егете, эш­ҡыуар Руслан Сөләй­мәнов. Йыйылмала – 12 спортсы, барыбыҙ ҙа клуб иҫәбенә шөғөлләнәбеҙ, туҡланабыҙ, кейенәбеҙ. Көнөнә ике тап­ҡыр – иртәле-кисле кү­нек­мәлар үткәрәбеҙ. Әлбиттә, был спаррингтар үҙ-ара ғына була тигәнде аңлатмай. Башҡа клубтар, мәктәптәр менән осрашабыҙ. Мәҫәлән, мин ирекле көрәш менән өҫтәмә шөғөлләнәм, бының өсөн Мәс­кәүҙәге Олимпия резервы мәктәптәрендәге спортсылар менән көрәшәм. Йы­шыраҡ спортсылар үҙҙәре беҙгә килә. Сөнки клубыбыҙ яҡшы йыһазландырыл­ған, ситлек тә бар.
Минең менән бер нисә тренер шөғөлләнә: ирекле көрәш буйынса – берәү, фи­зик әҙерлек буйынса – икенсе, һуғыу алымдары буйынса – өсөнсө. Өлкән тренерыбыҙ – Совет­тар Союзының дзюдо, самбо, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры Сергей Корзинов, ул бик күп билдәле спортсыны тәрбиәләгән кеше.

– Ситлеккә инер алдынан, ғәҙәттә, ниндәй тойғолар кисерәһең?
– О, был тойғоларҙы һүрәтләп биреүе ҡыйын. Ҡайһы саҡ спортсылар айҙар буйы бик яҡшы әҙерләнә һәм … еңе­лә. Спортсылар те­лен­дә ундайҙарҙы “ян­ды” ти­беҙ. Йәғни был ке­шенең физик әҙерлеге яҡшы кимәлдә булһа ла, психологик яҡтан үҙен көйләй алмаған. Минеңсә, дөрөҫ психологик көйләнеш, көслө рух – еңеү өсөн төп фак­торҙар­ҙың береһе. Һәр кешелә була торған үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинктын еңергә тура килә. Әгәр ҙә, хәҙер ауыртасаҡ, аяғымды һындырасаҡтар, ҡулымды ҡайырасаҡтар, тип уйлап торһаң, әлбиттә, еңеп сығыу мөмкин түгел.
Көрәшкә сығыр алдынан абсолют тыныслыҡ һаҡлап ҡалып булмай. Һәр алыш алдынан тулҡынланыу, хатта бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо кисерәм. Әгәр кеше алыш алдынан тыныс икән, был насар күрһәткес һанала. Ҡанда адреналин булырға тейеш.

– UFS ойошмаһына эләгеү – һеҙҙең спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр өсөн иң юғары нөктә, тинең. Ғәҙәттә, был кимәлгә нисә йәштә барып етәләр?
– Ниндәйҙер йәште айырым ғына әйтеп булмай, төрлө кеше – төрлөсә. Спортсының әҙерлек кимәленән тора. Кемдер 20 йәшендә донъя кимәлендә сығыш яһай башлаһа, кемдер 40 йәшенә генә был кимәлгә сығырға әҙер була. Мин 2 – 3 йылдан был ойошмаға эләгергә планлаштырам. Эләгеүе, әлбиттә, бер хәл, унда еңелмәй, урыныңды тотоп тороуы күпкә ауырыраҡ. Һынау алыштары – өсәү, йәғни өс алышта еңел­һәң, тағы ла был кимәлдән төшөп ҡалаһың.

– Әңгәмә башында, беҙ­ҙең республикала ҡатнаш көрәш төрҙәре әҙ үҫешкән, тип белдергәйнең. Венер Ғә­лиевтан тыш, Башҡортос­тан­дан сыҡҡан билдәле спортсылар юҡ, тинең. Был хәл нимә менән бәйле, һинеңсә?
– Минеңсә, хөкүмәт тарафынан иғтибар аҙыраҡ бүленә. Шулай ҙа ыңғай үҙгәрештәр бар, мәҫәлән, ошо айҙа ғына ММА буйынса Баш­ҡортостан союзы эшләй башланы, етәксеһе – минең элекке тренерым Руслан Ғабдуллин. 13 де­кабр­ҙә ММА буйынса республика чемпионаты ла үткәрелде. Әкрен­ләп булһа ла, барыһы ла яйға һалына башланы. Был юҫыҡта күрше Татарстандың миҫалы хуплауға лайыҡлы, дәүләт тарафынан иғтибар көслө, спортҡа аҡса күп тотонола, йыйыны тап Ҡазанда булды.
Танкыларға ҡаршы ҡылыс менән сапҡан халыҡ “ҡағиҙәләрһеҙ” алыштан ғына ҡурҡмаҫҡа тейеш. Үкенескә күрә, беҙҙә иҫерткес эсемлектәр­ҙе артыҡ яраталар. Ә бына көрәштең төрлө төрҙәре яҡшы үҫешкән Төньяҡ Кавказ халыҡтары хәмергә ҡарата битараф. Әлбиттә, улар араһында ла көтөүҙе буяп йөрөгәндәр барҙыр, әммә, дөйөм алғанда, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу проценты түбән.

– Спортта ҙур уңыш ҡаҙанып, ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге хаҡында, бәлки, барыһы ла белеп бөтмәй­ҙер. Әйҙә­геҙ, гәзитте уҡыған йәштәргә мотивация формаһында һеҙҙең кимәлдәге уртаса спортсының һәм UFS-ла сығыш яһаған көрәшсенең эш хаҡын атап үтәйек.
– Эш хаҡы спортсылар өсөн бик индивидуаль билдәләнгән сумманан ғибәрәт, дөйөмләштереп әйтеүе лә ҡыйын. Рәсәйҙәге урта ки­мәлдәге профессиональ спортсы айына яҡынса 50 – 70 мең һум эш хаҡы һәм һәр еңеү өсөн 100 – 150 мең һум аҡса ала. Бынан тыш, күп спортсы бағыусылар иҫәбенә лә йәшәй, әйтәйек, рингҡа сыҡҡан ваҡытта теге йәки был компанияны рекламалаған өсөн айырым һәм ҙур ғына суммала аҡса түләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына