RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр

05.12.2014 “Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр

йәки “Йәшлек” гәзите киләһе йылға яҙылған сәләмәт тормош яҡлы уҡыусыларыбыҙҙы спорт викторинаһында ҡатнашырға саҡыра


“Йәшлек”, Спорт  һәм... бүләктәрДонъяла йылдан-йыл төрлө кимәлдәге спорт төрҙәре барлыҡҡа килеп, уның менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта бара. Бигерәк тә хәҙерге йәштәр экстремаль спорт төрөн үҙ итә. Ҡайһы берҙәре яйлап Олимпия төрҙәренә лә инеп бара. Ғөмүмән, спорт, сәләмәт тормош менән бергә, аҡса эшләү шөғөлөнә лә әйләнде. Беҙ ҙә гәзитебеҙ биттәрендә төрлө кимәлдәге ярыш турнирҙарын әүҙем яҡтыртып, уны пропагандалауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Хәҙер бына һеҙҙең ҡарамаҡҡа әүҙем уҡыусыларыбыҙ араһында өс турҙан торған спорт викторинаһын тәҡдим итмәксебеҙ. Һәр тур, 25 һорауҙан тора. һәм уға ҡушып, тәҡдим ителгән һүҙҙе файҙаланып дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға кәрәк буласаҡ. Ике аҙна һайын һәр тур һорауҙарын тәҡдим итеп, киләһе йылдың ғинуарында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Еңеүселәр ана шул өс тур һөҙөмтәһе буйынса билдәләнәсәк. Бәйгелә гәзиткә яҙылыусылар ғына ҡатнаша ала. Квитанцияһының күсермәһе менән яуаптарын хат аша ебәреүселәрҙең эштәре генә ҡараласаҡ. Һәр турҙа ҡатнашыусыларҙың яуаптары гәзит сыҡҡан көндән алып теүәл ике аҙна эсендә килгән тип һаналасаҡ. Әйтәйек, бөгөнгө турҙың яуаптары 19 декабргә тиклем килеп етергә тейеш. Еңеүселәрҙе сәләмәт тормошта кәрәкле матур-матур бүләктәр көтә. Аҫтағы һүрәткә ҡарағыҙ ҙа башығыҙҙы эшләтеп, йәһәтерәк ҡәләмгә йәбешегеҙ. Спорттағы кеүек бында ла етеҙлек кәрәк.
Старт бирелде, тимәк, алға һәм алға! Ә беҙ һеҙҙән дөрөҫ яуаптар көтөп ҡалабыҙ.

I тур

1. Донъяла нисә спорт төрө бар?
2. Ҡайһы уйын төрөндә иң еңел туп менән уйнайҙар?
3. Ултырып уйнаусы спортсы.
4. Стадион һүҙе ниндәй һүҙҙән барлыҡҡа килгән?
5. Сочиҙа уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан нисә спортсы ҡатнашты?
6. Көсөң булһа, нимә кәрәкмәй?
7. Футбол буйынса иң күп туп индереүсе ҡапҡасы.
8. Баскетбол майҙансығының үҙәк түңәрәк радиусы.
9. Софтбол буйынса Рәсәй беренселегендә уңышҡа өлгәшкән Башҡортостан клубы.
10. 1996 йыл. Олимпия уйындары чемпиондары. Фотоһүрәттә һулдан өсөнсө – кем?
11. Футбол буйынса Чемпиондар лигаһында еңгән берҙән-бер Рәсәй футболсыһының исем-шәрифе.
12. «Известия» гәзите призына НХЛ уйынсылары нисәнсе йылдан башлап ҡатнаша?
13. Уҙған быуаттың иң көслө саңғысыһы булараҡ, Гиннестың рекордтар китабына индерелгән спортсы.
14. Спорт төрҙәренең королеваһы.
15. «Салауат Юлаев» хоккей командаһы тарихында иң күп шайба индереүсе.
16. Грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы.
17. Теннис буйынса Ҙур шлем турнирында еңгән спортсы ҡыҙҙар рейтингына күпме балл ала?
18. Башҡортостандан иң беренсе Олимпия уйындары чемпионы.
19. «Өфө» футбол клубында нисә легионер уйнай?
20. Биатлон элек нисек аталған?
21. Атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ булған иң беренсе хоккейсы.
22. Ағалы-апалы Рәсәй тенниссылары.
23. Башҡортостандың ҡайһы футбол клубы Рәсәй беренселегендә ярайһы уңыштарға ҡаҙанған?
24. Дүрт урынлы бобслейҙа ҡатнаш­ҡан спортсыларҙың максималь дөйөм ауырлығы күпме булырға тейеш?
25. Рәсәй тау саңғыһы федерацияһы етәксеһе, Башҡортостан вәкиле.

Шиғри һорау:
“Салауат Юлаев” һүҙҙәрен файҙаланып, дүрт юллыҡ шиғыр яҙығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына