23.10.2014 Тимур Юнысов: “Юрий Борзаковский кеүек үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға ирешкем килә”
Афарин, яҡташ. Әлеге заманда шундай егеттәр генә кәрәк. Сөнки күптәр, тормош ауырлығына зарланып, еңел-елпе хыялдар менән йәшәүҙе хуп күрә. Көнө-төнө интернет селтәрендә аҙашып, хатта кирелергә лә ваҡыт тапмай. Спорт тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ һымаҡ. Әлбиттә, бөтәһенә лә спортсы булырға кәрәклеге тураһында һүҙ бармай, ә үҙе өсөн әҙерәк кенә булһа ла сәләмәт тормош алып барыу ҡамасауламаҫ ине. Ана шундай егеттәрҙең береһе ул беҙҙең геройыбыҙ. Тимур ҙа башҡа үҫмер балалар кеүек ябай тормошта йәшәп, әллә нимәһе менән айырылмай. Мәктәптә уҡый, уйнай, телевизор, компьютерҙы ла онотмай. Ҡайһы саҡ йүгерергә лә ярата. Үҙе әйтмешләй, нишләптер йүгереүҙе хуп күрә. Һәр ваҡыт, ҡайҙалыр барырға булһа, гел йүгерер булған. Үҙен ҡайһы саҡта елгер йәнлектәр кеүек хис итә. Мәктәптә уҡығанда ла төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тик үҙен уҡып бөткәнсе спортсы тип һанамай. Тәғәйен секцияларҙың барлығын да белмәй. Ғөмүмән, еңел атлетиканан алыҫ була. Шулай тормош дауам итә, бер заман еңел атлетика буйынса секция барлығын белеп ҡала һәм шунда үҙен һынамаҡсы була. Бара. Тренер менән аралашҡандан һуң, белгес шунда уҡ унда спортсы булыуын тойомлай һәм хаталанмай. Өс ай шөғөлләнеүгә Тимур Башҡортостан Республикаһының еңеүсеһе була. Ул 800 метр араға йүгереүҙә алдынғылыҡты бирмәй, чемпион исемен яулай. Шулай урам буйындағы йүгерек малай тиҙ арала республикабыҙҙың етеҙҙәр исемлегенә инеп китә. Үҙе лә уңышына башта аптырап ҡуя. Был уға этәргес кенә була. Күңелендә ышаныс уянып, көн дә, төн дә тик йүгереү менән йәшәй башлай. Әле һаман ошо уңышҡа килтергән тәүге тренеры Елена Шамил ҡыҙы Яковлеваға рәхмәтен әйтеп бөтә алмай. Һәм, әлбиттә, ата-әсәһенә. Уларҙың үҙенә дөрөҫ һәм һәйбәт тәрбиә биреп үҫтергәне өсөн өмөттәрен аҡлауын йәшермәй.
Мин әрменән ҡурҡҡан егеттәрҙе бөтөнләй аңлай алмайым. Спорт менән шөғөлләнмәһәләр ҙә, һалдат бутҡаһын ашап, сылғау урарға өйрәнһәләр ҙә, үҙе бер сынығыу мәктәбе бит.
Бына шулай егетебеҙ уңыш артынан уңыш яулап, Урал буйы федераль округының йыйылма командаһына эләгә. Икенсе йыл рәттән 800 метр араға йүгереүҙә Башҡортостан чемпионы исемен яулай. Спорт мастерына кандидат нормативын үтәй. Уҙған көҙ республикабыҙ йыйылма командаһы составында Сочиҙа Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Юниорҙар араһында үткән эстафета ярышында улар өсөнсө булып финишҡа килә. Яңыраҡ Дүртөйлөлә ҡала беренселегенең ярым-марафонында (21 саҡрым) 1 сәғәт 14 минут ваҡыт күрһәтеп, еңеүсе тип таныла.
Ғөмүмән, шәхси рекордына килгәндә, Тимур 800 метр араны 1 минут 54 секундта үтә. 400 метрҙы – 49,9 секундта, 1000 метрҙы – 2 минут 30 секундта. Киләсәктә бының менән генә туҡталырға йыйынмай. Спорт мастерына нормативын үтәп, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Буш ваҡытта китап уҡырға ярата. Бигерәк тә Достоевскийҙың ижады оҡшай. Психология менән дә ҡыҙыҡһына. Әлеге ваҡытта әрмегә барып, хәрби бурысын үтәргә әҙерләнә. Һуң, нишләп әрме тиһең, хәҙер бит күптәр унда бармауҙы хуп күрә, тигәнгә: „Рәсәй гражданы булараҡ, һәр бер егет әрмегә барырға тейеш. Әрме – тормоштоң тағы бер баҫҡысы. Унда кеше сыныға, киләсәктә илебеҙҙең ысын патриоты ғына түгел, ә уның ышаныслы, файҙа килтерерҙәй гражданы булып үҫәсәк. Мин әрменән ҡурҡҡан егеттәрҙе бөтөнләй аңлай алмайым. Спорт менән шөғөлләнмәһәләр ҙә, һалдат бутҡаһын ашап, сылғау урарға өйрәнһәләр ҙә, үҙе бер сынығыу мәктәбе бит. Минең күп тиңдәшем спорттан алыҫлашып, аныҡ булмаған тормошта йәшәй. Улар менән хәҙер аралашыуы ла ҡыйын. Үҙемде әле үк уңышҡа ҡаҙанған спортсы тип һанамайым, һанарға теләгем дә юҡ. Ябай, киләсәккә ышаныс менән ҡараған, күпкә өмөт иткән спортсы булғым килә. Кумирым – билдәле еңел атлет, Олимпия уйындары чемпионы, донъя һәм өс тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе Юрий Борзаковскийға оҡшағым килә. Уның һымаҡ, үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға ирешәһе ине”, – ти өмөтлө спортсы.
Н. ТИМЕРОВ.