«Йәшлек» гәзите » --- » Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә



15.11.2011 Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә

15−16 ноябрҙә Өфө ҡалаһында «Рәсәйҙең киләсәге − әсәләр ҡулында» акцияһы сиктәрендә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк. Был сара «Әсәй» халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ойошторола.
V Бөтә Рәсәй әсәләр форумының маҡсаты − ғаилә институтын нығытыу, әсәнең социаль статусын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, ғаилә проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, уларҙы халыҡ-ара кимәлдә хәл итеү өсөн прогрессив көстәрҙе йәлеп итеү.
Унда илдең 44 төбәгенән 120 кеше йыйыласаҡ. Шулай уҡ билдәле сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары һ.б. ҡатнашасаҡ.
15 ноябрҙә форумдың пленар өлөшө буласаҡ. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алина Кабаева, «Әсәй» халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәйес Атнағолов, Һаулыҡ һаҡлау милли фондының попечителлек советы рәйесе Елена Николаева һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, алты тема буйынса «түңәрәк өҫтәл» ойоштороласаҡ.
Ә икенсе көндә сара эшенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм резолюция ҡабул ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға