«Йәшлек» гәзите » --- » Ҡолаҡ өсөн гимнастика



22.10.2011 Ҡолаҡ өсөн гимнастика

Күк барабаны

Был күнегеү ҡытайҙарҙың традицион гимнастикаһына ингән. Ул ишетеү функцияһын һаҡларға ярҙам итер, ҡолаҡҡа ҡаты бул­ғандарҙың хәлен яҡшыртыр.
Күнегеүҙе иртәнсәк эшләргә кәрәк. ҡолағығыҙҙы усығыҙ ме­нән ҡаплағыҙ. Бармаҡтары­ғыҙ­ҙың остары соңҡа һөйәгенә те­йеп торһон. Шунан өс бармағығыҙ менән башығыҙға һуғып алығыҙ. ҡолағығыҙҙа барабан тауышына оҡшаған тауыш ишетелер. Усы­ғыҙҙы ҡолағығыҙға ныҡ итеп тейҙерегеҙ ҙә, ҡапыл тартып алығыҙ. ҡолаҡ тишектәрен бармаҡтарығыҙ менән өс тапҡыр ышҡығыҙ. Һәр күнегеүҙе 12 тапҡыр ҡабатларға.

Массаж

ҡолаҡ япрағында меңдән ашыу биологик әүҙем нөктә бар. Ана шуларҙы даими ҡуҙғытҡанда, ишетеү һәләтегеҙ яҡшырыр. ҡолаҡтары­ғыҙҙы усығыҙға йо­моғоҙ ҙа ун тапҡыр ышҡығыҙ. Шунан япраҡтарҙы тәүҙә аҫҡа, шунан өҫкә тартығыҙ.

Бал менән балан ярҙам итте

Һәр ваҡыт ҡолағымдағы сың яфаланы. Шул арҡала насар ишетә башланым. Кеше алдында уңайһыҙ хәлдәргә лә тарыным. Миңә түбәндәге ябай рецепт ярҙам итте. 1 аш ҡалағы баланды иҙеп, шул уҡ күләмдә бал ҡуштым. ҡатнашманы марляға урап, төнгөлөккә ҡолағыма ҡуйҙым. Ике аҙна буйы әлеге ысулды файҙаландым. Хәҙер ҡолаҡтағы сың бөттө, яҡшыраҡ ишетә башланым.

Хәҙисә ВәлиевНа.

Дарыуһыҙ ҙа һауыҡтым

Әле хаҡлы ялдамын. Ғүмерем буйы заводта эшләнем. Унда һәр ваҡыт көслө тауыш яңғырап тора ине. Бер-беребеҙҙе ишетер өсөн ныҡ итеп ҡысҡыра торғайныҡ. Бер аҙҙан ҡолаҡта сың барлыҡҡа килде, ишетеү һәләтем ҡаҡшаны. ҡәйнәмдең кәңәше ныҡ ярҙам итте.
4 аш ҡалағы балауыҙға ярты стакан спирт ҡойоп, 8 көн ҡараңғы урында тоторға. Шунан уны марля аша һөҙөргә. Артабан бер балғалаҡ шыйыҡсаға 4 балғалаҡ кукуруз майы ҡушып болғатырға. Шунда мамыҡты сылатып, бер тәүлеккә ҡолаҡҡа ҡуйырға. Процедураны көн аша ун тапҡыр эшләнем. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, яҡшыраҡ ишетә башланым.
Ишетеү юлдарын таҙартыу өсөн түбәндәге ысул һәйбәт. ҡолаҡҡа өс көн дауамында водород перекисы, шунан тағы өс көн үҫемлек майы тамыҙам. Эсендәге сайыры йомшарып, үҙе сыға.

И. Хөсәйенов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға