«Йәшлек» гәзите » --- » Тәбиғәтебеҙҙә сүпкә урын юҡ!



07.09.2010 Тәбиғәтебеҙҙә сүпкә урын юҡ!

Бер нисә аҙнаға бер тапҡыр баш ҡалабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә эшләүсе ябай офис хеҙмәткәрҙәре, эш көнө тамамланыу менән матур күлдәк-салбарҙарын иҫке джинсы салбар һәм футболкаларға алмаштырып, арҡаларына сүп тоҡтары һәм бирсәткәләр һалынған рюкзактар тағып, Өфө урмандарын таҙартырға сыға. Улар яңғыҙ түгел – үҙ теләктәре менән был эшкә ҡушылыусылар акция һайын артҡандан-арта бара.
«Мусора. Больше. Нет.» – Өфө урмандарында һәм парктарында инде һигеҙенсе тапҡыр таҙартыу эштәре алып барған ойошма тап шулай тип атала. Был эш үҙ сафтарына төрлө йәштәге, төрлө профессиялағы һәм төрлө ҡараштағы кеше­ләрҙе бер маҡсат – ҡалабыҙҙы таҙалыҡта тотоу ниәте менән берләштергән.
Акция беренсе тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһында бынан өс йыл элек ойошторолған. Бөгөн был хәрәкәт илебеҙҙең 20 ҡалаһында фекерҙәштәр тапҡан. Өфөлә иһә майҙа башланған акция эшен уңышлы дауам итә.
Тәбиғәтебеҙҙә сүпкә урын юҡ!
Ойошманы бүтән оҡшаш берләшмәләрҙән нимә айыра һуң? Беренсенән, уның позитивлығы һәм ихтыяри нигеҙҙә ойошторолоуы. Эш башлар алдынан: «Әгәр сүптән таҙартып йөрөгән территорияла ял итеүселәрҙе күрһәгеҙ, уларға аҡыл өйрәтеп, оялтырға тырышып йөрөмәгеҙ», – тип акцияла тәүге тапҡыр ҡатнашыусыны киҫәтеп ҡуялар. ҡатнашыусылар кеше­ләрҙең аңлылығына ышана һәм үҙҙәренең өлгөһөндә улар ҙа тәртип һаҡлар тип өмөт итә. Акциялар һәр кемебеҙҙең дөйөм тыуған йортобоҙ алдында яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрөүсе мөһим сара булып тора.
Икенсенән, сарала ҡатнашыусыларҙың ҡоро һүҙгә әүҙем эште ҡаршы ҡуйыуы. Бында проблемаға зарланып ултыр­майҙар, бында уны хәл итәләр. Бөтә сүп тә ҡала сүплектәренә оҙатылмай, пластик һәм быяла шешәләр икенсе сеймал булып ҡулланыуға тапшырыла.
Һуңғы акция баш ҡаланың Аврора урамы янындағы урманда үтте. Волонтерҙар унда 160 тоҡ сүп йыйҙы. Әммә был иң күп күрһәткес түгел әле, сөнки ҡаланың йәшел территориялары йылдар буйы йыйыштырылмаған. Әммә акцияла ҡатнашыусылар төшөнкөлөккә бирелмәй. Сөнки уларға теләктәшлек күрһәтеүселәрҙең һаны арта бара, үтеп барыусылар ҙа ҡайһы саҡ эшкә ҡушылып китә. Аҡса түләнмәһә лә, күңелгә рәхәтлек бирә был эш. Аңлы йәштәрҙең күп булыуы – айырыуса ҡыуаныслы хәл.
Әгәр тыуған тәбиғәтегеҙҙең яҙмышына ҡарата битараф түгел икәнһегеҙ, һеҙ ҙә «Мусора. Больше. Нет. Уфа» төркөмөнә ҡушылып, уртаҡ эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Киләһе өмә 11 сентябрҙә ойоштороласаҡ. Акциялар тураһында мәғлүмәттәр менән http://vkontakte.ru/club16963084 адресы буйынса танышырға мөмкин.

Диана РЕЙТОН.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға