«Йәшлек» гәзите » --- » Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған әсәгә төрмә янамай



24.10.2019 Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған әсәгә төрмә янамай

Хәтерләйһегеҙме, яҙын Өфөлә йәшәүсе йәш әсә, Дыуан бульварында урынлашҡан йорттоң туғыҙынсы ҡатынан ике йәшлек ҡыҙын ташлап, балаһы артынан үҙе лә һикергәйне? Уларҙың ғүмерен ҡалын көрт һаҡлап ҡалғайны.


Ҡатынды, балаһын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләп, ҡулға алғайнылар. Тәүҙә үҙен бик сәйер тота, наркоман, күрәһең, тигән фараз да булды. Тикшереүселәр һәм табибтар оҙаҡ ваҡыт енәйәт сәбәбен асыҡлағандан һуң, ҡатынды психик сирле тип тапҡандар.

А. тауыш галлюцинацияларынан яфаланған булған. Параноидаль шизофренияға дусар кешеләр, күп осраҡта, төрлө енәйәт ҡылырға өндәгән тауыштарҙы ишетә һәм уларҙан ҡотола алмай һуңғы сиккә бара. Һәм үҙҙәре менән, минһеҙ был донъяла йәшәй алмаясаҡ, тип, балаһын да эйәртмәксе була.

Ә бит ул көндө ҡатын психиатрға ҡабул итеүгә яҙылған булған. Тәҙрә аша балаһын ташлап, үҙе лә һикергәндә, дауаханаға барырға ни бары ике сәғәт ваҡыт ҡалған, баҡһаң. Суд ҡарары буйынса, әсә психиатрия бүлегендә мәжбүри рәүештә дауаланырға тейеш.

Баланы атаһы тәрбиәләй, ир ҡатыны менән аралашырға теләмәй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға