«Йәшлек» гәзите » --- » Прививкалар үлемгә килтереүе лә ихтимал



21.10.2019 Прививкалар үлемгә килтереүе лә ихтимал

Йоғошло сир йоҡтороу хәүефе ҙур булһа ла, унан һаҡланыу өсөн балаларыбыҙға прививка эшләткәндә һәр саҡ борсолабыҙ. Сөнки төрлө сабый уны үҙенсә кисерә. Берәүҙәрҙә һиҙелмәй, икенселәр юғары температура менән ятырға мөмкин. Аллергия булып, тәне сабыртып сыҡҡандары да бар.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өҙлөгөүҙәргә килтереүсе ҡурҡыныс прививкаларҙы атаған. Хатта вакцина эшләтеп, 30 көн үткәндән һуң үлемгә килтергәндәре лә бар.
Улар – АКДС вакцинаһы, иммуноглобулин,төрлө сывороткалар, аллергендар, БЦЖ вакцинаһы.
Иммунитеты көсһөҙ, нервы системаһы зарарланған балаларға организм нығынмайынса бөтөнләй прививка эшләтергә ярамай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға