«Йәшлек» гәзите » --- » Профсоюздар хеҙмәт ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлау яғында



04.12.2010 Профсоюздар хеҙмәт ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлау яғында

Башҡортостан профсоюздары республиканың ҙур хеҙмәт стажына эйә булған кешеләренең хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡалырға тырыша – һүҙ пенсия йәшенә еткән һәм 40 йылдан ашыу эшләгән ирҙәргә һәм 35 йылдан ашыу эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны» исемен биреү тураһында бара.
25 ноябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ултырышында «Һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» БР Законының айырым положениеларын көсөнән сығарыу тураһында» БР Законы проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне. Һөҙөмтәлә байтаҡ граждандың билдәһеҙ бер ваҡытҡа социаль яҡлау хоҡуғынан мәхрүм ителеүе ихтимал. Быға юл ҡуймау өсөн профсоюздар, республика депутаттарына, закон проектын икенсе уҡыуҙа тикшереүҙән баш тартыу­ҙарын һорап, яҙма рәүештә мөрәжәғәт итте. Бындай законды ҡабул итеү бик күп граждандың мәнфәғәтен ҡыҫырыҡлаясаҡ, һәм был, профсоюздарҙың фекеренсә, республикала социаль көсөргәнешлек һәм халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға