04.07.2014 Йәштәр Көньяҡ Урал төбәген үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ
4 июлдә Сибайҙа икенсе тапҡыр “Урал аръяғы – 2014” төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк. “Стратегия “25 – 50”: Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – берҙәм уңыштың яңы мөмкинлектәре” исемле сарала төбәккә оҙайлы инвестициялар йәлеп итеү юлдары, төбәк-ара кооперация, юғары технологиялы эш урындары менән инфраструктур проекттар булдырыу тураһында фекер алышыу көтөлә.
Форумда Өфө, Сибай ҡалаларынан, Көньяҡ Урал райондарынан 200 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Программала пленар ултырыш, күргәҙмә, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡаралған. Сик яны кооперацияһы үҫеше, “йәшел” иҡтисад технологияһына күсеү, интеграция процестары тәрәнәйеү шарттарында Рәсәй субъекттарының территориаль үҫеше стратегиялары, йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстары тикшереләсәк.
Сара мәлендә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса ижтимағи советтың ултырышы ла үтәсәк.