09.05.2014 “Ҡырымды финанслау Рәсәйҙең социаль программаларына йоғонто яһамаясаҡ”
Ил башлығы менән телеэфир аша “тура бәйләнеш”тәр уҙғарыу хәҙер матур йолаға әүерелде. Һуңғы тапҡыр Владимир Путин туранан-тура әңгәмәне декабрҙә үткәргәйне. Шунан һуң ил өсөн ҙур ваҡиғалар етерлек булды. Араларында еңеүҙәрҙе лә билдәләмәй булмай. Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия, Паралимпия уйындарында еңеүҙәрҙе нисек инде уңышҡа һанамайһың?! Ә Ҡырым республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуысы? Тормош еңеүҙәрҙән генә тормай, әлбиттә. Беҙҙең көндәлек йәшәйешебеҙҙә лә кисекмәҫтән хәл итерлек мәсьәләләр, проблемалар бар. Владимир Путинға бирелгән һорауҙарҙа яңғыраны улар.
Әлбиттә, “тура бәйләнеш”тең тәүге минуттарында уҡ Украина ваҡиғалары, Ҡырым республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында һүҙ алып барылды (был темаға ике сәғәт ваҡыт бүленде). Түбәндә – Владимир Путиндың яуаптарынан иң мөһимдәре.
Украина, Ҡырым һәм Севастополь
– Украинала бөгөн барған ваҡиғаларҙың нисек башланғанын барыбыҙ ҙа белә. Европа союзына ҡушылыу-ҡушылмау мәсьәләһе килеп тыуғас, башланды ғауға. Бөгөн килеп, Украинаның көньяҡ-көнсығышында халыҡ үҙ киләсәге өсөн борсола. Ни өсөн тигәндә, милли әҙселектең, шул иҫәптән рус теллеләрҙең дә хоҡуҡтарын сикләү теләге күренде. Киевтағы власть халыҡ менән уртаҡ тел таба алмай. Етмәһә, кешеләр менән аңлашыр урынға, төбәктәргә етәксе урынына олигархтарҙы ебәрҙе. Әлбиттә, был да “ҡуҙ өҫтәне”. Кеше етәксеһенә ышанырға тейеш. Украинала федерализация тураһында һүҙ бара. Бында Һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырып, мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Илдә тәртипте тик килешеү, демократик процедуралар менән генә, ҡораллы көстәрһеҙ, танкыларһыҙ урынлаштырыу мотлаҡ.
Украиналағы хәл рус телле халыҡ өсөн хәүефлегә әйләнеп бара. Тап бына ошо Ҡырым халҡын Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә этәрҙе лә.
Рәсәй бер ваҡытта ла Ҡырымда хәрби хәрәкәт башларға уйламаны. Киреһенсә, беҙ Украина менән дәүләт-ара бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләгәйнек. Ундағы рус телле граждандар уңайлы шарттарҙа йәшәйәсәгенә өмөтләнәбеҙ.
Рәсәй һәр ваҡыт Украина яғында булды һәм артабан да шулай ҡаласаҡ. Беҙҙе күп уртаҡ мәнфәғәт бәйләй. Әгәр уңышлы булырға теләйбеҙ икән, хеҙмәттәшлек итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө эмоциональ характерҙағы ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы ла тулыһынса халыҡ ихтыярында булды. Референдумда тауыш бирергә килеүселәр 83 процент тәшкил итеп, уларҙың 96 процентының Рәсәй Федерацияһына ҡушылыу яҡлы булыуы асыҡланды. Был шарттарҙа беҙ башҡа төрлөсә эшләй алмай инек.
Бөгөн бында хәл итәһе мәсьәләләр бар. Пенсионерҙар һәм бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ күп булды. Уларҙың килеме, әлбиттә, Рәсәй пенсионерыныҡына йә бюджет хеҙмәткәренекенә тап килтереләсәк. Был юҫыҡта дүрт этапта эш алып барасаҡбыҙ. Пенсияны, хеҙмәт хаҡын дүрт ай дауамында – 1 апрелдән, 1 майҙан, 1 июнь һәм 1 июлдән 25-әр процентҡа күтәреү ҡаралған. Беҙҙәге түләүҙәр бер нисә тапҡыр Украинаныҡынан юғарыраҡ.
Ҡырымда йәшәүселәр Рәсәйгә ҡушылыуҙың өҫтөнлөктәрен, матди уңайлылығын тоясаҡ. Ҡырым һәм Севастополь халҡы Рәсәй граждандарына тейешле барлыҡ социаль түләүҙәрҙе лә аласаҡ. Бында сәнәғәтте, ауыл хужалығын, ғөмүмән, иҡтисадты үҫтереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Ҡытай менән хәрби блок тураһында
– Ҡытай менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫешә. Һәр яҡлап та. Шул уҡ ваҡытта хәрби-сәйәси берлек тураһындағы мәсьәләне алға ҡуймайбыҙ. НАТО ҡасандыр СССР-ға ҡаршы, бигерәк тә Советтар Союзының Көнсығыш Европалағы сәйәсәтенә ҡаршы берлек булараҡ ойошторолғайны. Унан һуң СССР тарҡалды, ә НАТО ҡалды. Минеңсә, яңы блоктар кәрәкмәй. Беҙ былай ҙа Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тауар әйләнеше – 87 миллиард һум. АҠШ менән – 27,5 миллиард һум.
Беҙҙең бығаса хәрби өлкәлә ул тиклем ышаныслы бәйләнеш булмай торғайны. Әле берлектә төрлө күнекмәләр үткәрә башланыҡ – диңгеҙҙә лә, ҡоро ерҙә лә, Рәсәйҙә лә, Ҡытайҙа ла. Бына ошолар барыһы ла, ике яҡлы мөнәсәбәт донъя сәйәсәтендә арыу ғына фактор һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡороуға йоғонто яһай, тип уйларға нигеҙ булып тора.
Иген арзаная, икмәк ҡиммәтләнә…
– Икмәктең хаҡында иген өлөшө 30 процент ҡына. Ҡалғаны – энергетика, транспорт, импорт. Икмәктең хаҡы 1,7 процентҡа артты. Мине айырыуса йәшелсә, һуған, кәбеҫтәнең хаҡы борсой. Улар 50 процентҡа күтәрелгән. был һумдың төшөүенә лә бәйле. Хөкүмәт барыһын да “урынына ултыртыр” тип уйлайым.
Европа менән мөнәсәбәт
– Беҙ араны боҙорға ынтылмайбыҙ. Европа ҡиммәттәре үҙенсәлекле, әлбиттә. Күберәк консерватив ҡиммәттәр өҫтөнлөк ала бара. Быны Венгрия, Франциялағы һайлауҙарҙа күрәбеҙ. Улар бойондороҡһоҙлоғон күрһәтергә тырыша. Беҙҙең мөнәсәбәттәр ышанысҡа нигеҙләнергә тейеш. Мәҫәлән, НАТО президенты үҙ-ара һөйләшкәнебеҙҙе диктофонға яҙҙырған да, шуны баҫтырып сығарҙы. Шулай мөмкинме ни? Беҙ төрлөбөҙ, әммә тәрән тойғолар бер үк. Берҙәм Европа төҙөмәһәк, сепаратизм менән шөғөлләнһәк, донъяла партнер булараҡ әһәмиәтебеҙ түбән баһаланасаҡ.
Сочи онотолмаҫмы?
– Ҡырым Рәсәй Федерацияһында булһа ла, булмаһа ла, Сочиҙағы ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙа барыһы ла ял итә алмаясаҡ. Төрлө килемле кешеләр бар. Бөгөн Ҡырымға булышлыҡ итеү мотлаҡ. Туризм һәм ял йәһәтенән дә, хаҡтар буйынса ла.
Сочи онотолмаясаҡ. Унда ял итергә бараһы кешеләргә лә уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышырбыҙ. Уртаса кимәлле килем алыусылар күҙ уңында тотола. Ә Олимпиадаға төҙөлгән ҙур объекттарҙы ла файҙаланыу яғын хәстәрләйәсәкбеҙ, әлбиттә. Улар буш тормаясаҡ. Ҡайҙалыр сауҙа үҙәге буласаҡ, ҡайһыһылыр күргәҙмә залы итеп файҙаланыласаҡ, боҙ аренаһының береһендә хоккейсылар шөғөлләнәсәк. Һәр береһенең артабанғы тәғәйенләнеше билдәле. Олимпиада үтеп китеүе Сочиҙы артабан үҫтереү туҡтала тигән һүҙ түгел.
Ауыл медицинаһы
– Фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыла. Улай булырға тейеш түгел. Был – проблема. ФАП-тарға беҙ ҙур средстволар бүлә инек. Әгәр ҡайҙалыр ябалар икән, ҡасаба-ара пункттар төҙөһөндәр. Мин күҙәтеп барасаҡмын. Эш хаҡына килгәндә лә, һәр осраҡты тикшереү кәрәк.
Әйткәндәй
Президентҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙе (“тура бәйләнеш” ваҡытында һәм унан алда) ҡабул итеүсе үҙәк төҙөгән рейтинг буйынса беренсе урында торған тема – Украина һәм Ҡырым. Икенселә социаль мәсьәләләр, артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, һаулыҡ һаҡлау тармағы проблемаларына арналған һорауҙар булды.