«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Һөйләшеп килешә алмау артыҡ ҡорбандарға килтерә



07.02.2014 Һөйләшеп килешә алмау артыҡ ҡорбандарға килтерә

Ошо аҙнала Сүриәләге граждандар һуғышын нисек тә булһа туҡтатыу яғын ҡарау буйынса “Женева – 2” халыҡ-ара конференцияһының беренсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды. Һигеҙ көн буйына һөйләшеү бер нәмә лә бирмәне, аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәне, тип хәбәр итә Ғәрәп дәүләттәре лигаһының (ЛАГ) генераль секретары Набил әл-Ғәрәби. Сүриә хөкүмәте делегацияһы террорсыларға ҡаршы көрәшеүҙе талап итһә, оппозиция ваҡытлы хөкүмәт төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. 10 февралдә конференцияның икенсе этабы көтөлә. Исмаһам, шул осрашыуҙа ҡораллы бәрелештәрҙе бер аҙға туҡтатыу, гуманитар ярҙам тураһында һүҙ булыр, тип өмөт итә генераль секретарь.
Шулай уҡ АҠШ менән Рәсәй делегацияларының аҡыллы фекерҙәренә ҙур өмөттәр бағлана. Тап ошо ике ил Сүриәгә ниндәйҙер дөрөҫ йүнәлеш бирер кеүек, тиҙәр.
АҠШ үҙе иһә Рәсәйгә Сүриә конфликтын көйләүҙең яңы формулаһын тәҡдим итә: Сүриә оппозицияһының төп бағыусылары Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Төркиә менән һөйләшергә, шулай уҡ хөкүмәттең союздашы булған Иран делегацияһын да саҡырырға. Ошо биш ил вәкилдәре, йәғни АҠШ, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә һәм Иран делегациялары мотлаҡ осрашып, Сүриә проблемаһын хәл итеү тураһында һөйләшергә тейеш.
Конфликттар темаһын дауам иткәндә, әлеге лә баяғы “Евромайҙан” тел осона килә лә тора. Украина ваҡиғалары тамам бөтмәйенсә, был темаға ҡағылмай үтеү мөмкин дә түгел. Әллә ҡайҙа ятҡан дәүләт булһа – бер хәл, был бит беҙҙең ут күрше, етмәһә, болғаныштың төп ғәйеплеһе тип һаман Рәсәйҙе әрләйҙәр.
Хәйер, хәҙер Украина ғауғаһының төп маҡсаты нимәлә икәнен дә аңламаҫһың. Әллә Европаға барыу, әллә украиндарҙан башҡаларҙы илдән ҡыуыу.

“Евромайҙан” ҡоторта…

Украинала “Уң сектор” тигән радикаль-милли берләшмә барлыҡҡа килде. Уға әлеге “Евромайҙан”да көрәш алып барған бер нисә ойошма инә.
Ошо берләшмәнең бер ағзаһы Польша гәзитенә интервью биргәндә, шул ил халҡын уйландырырлыҡ фекерен еткергән. “Меңәр йылдар дауамында украиндар йәшәгән ерҙәр кире ҡайтарылһа, ғәҙелерәк булыр ине”, – тигән, Перемышль (Пшемышль) һәм шуға яҡын тиҫтәнән ашыу райондың исемен атап, Тарасенко әфәнде. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, Украина сиктәренән сығып, күрше-тирәләге тарихи ерҙәрен кире алыр өсөн көрәш дауам ителәсәге хаҡында түгелме? Баҡһаң, 1947 йылдар тирәһендә, ҡораллы бандиттар ойошмаларын туҙҙырған саҡта, әлеге Польшаның көньяҡ-көнсығыш райондарынан 140 меңләп украинды күсергән булғандар.
Хәҙер “Евромайҙан” Европаға йүнәлеш алырға теләүселәрҙе түгел, ә милләтселәр көрәшен хәтерләтә. Украинанан “москаль”, “жид”тарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ҡыуып сығарырға иҫәп тоталар. “Москаль” тигәндәре – рустар.
Ғөмүмән, Украиналағы хәлдәр Көнсығыш Европа дәүләттәренең ҡайһы берҙәрен ҡуҙғытып ебәрҙе, буғай. Польша һағайып ҡалды, хәҙер Румыния “ҡолағын ҡарпайтты”. Рәсәй файҙаһына түгел. Ниңәлер барыһы ла беҙҙең илде ғәйепле итергә тырыша. Йәнәһе, Рәсәй әкренләп Европа илдәрен үҙ яғына ауҙара. Мәҫәлән, Сербияны НАТО һәм Евросоюз йоғонтоһона бирмәү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Шуның өсөн хатта Сербияның нефть компанияһын һатып алғанбыҙ. Өҫтәүенә, милли газ компанияһының да, бер миллиард евро бурысы булғанлыҡтан, “Газпром” ҡарамағына күсеүе ихтимал.
Румынияның “Эдиварул” (“Adevarul”) баҫмаһы яҙыуынса, Рәсәй Молдоваға ла Евросоюзға ҡушылырға аяҡ саласаҡ. Әле үк шараптарын алыуҙан баш тартты. Йәшелсә, емеш баҙарын һәм башҡа сауҙа юлдарын да япһа, был дәүләттең былай ҙа саҡ торған иҡтисады бөләсәген көт тә тор.
Румыния оҙаҡ йылдар буйы Рәсәй яғынан килгән саҡырыу тауыштарына иғтибар итмәҫкә тырышты. Әммә, ти баяғы баҫма, ике-ара мөнәсәбәттәр яҡын йылдарҙа тергеҙелер, моғайын. Бәлки, 2015 йылда. Тап киләһе йылда әлеге ил башлығы Траян Бэсескуның мөҙҙәте бөтә. Халыҡтан һорашыуҙар күрһәтеүенсә, румындарҙың 27 проценты Рәсәйҙе “дошман ил” тип күрә. Дуҫ түгелдәр исемлегендә лә ул икенсе урында тора. Хатта бер төркөм румын сәйәсмәне Рәсәй менән яҡынлашырға теләүселәрҙе ил хыянатсыһы тип атай, имеш.
Шуныһы ла бар: әлегә Румыния “евромай­ҙан”сылар яҡлы булып та сығыш яһамайыраҡ тора. Әлеге лә баяғы Рәсәйҙән ҡурҡалар, ахыры, сөнки беҙҙең ил уны Венгрия, Сербия, Болгария кеүек партнерҙары менән уратып алған.
Шул уҡ ваҡытта Көнбайышта Украинаны яулау тураһында өмөтләнәләр. “Румыния Либера” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, “ҡыҙғылт һары” революциянан һуң Европаға Украинаны ҡайтарып алыу өсөн тағы бер уңайлы мәл бирелә. АҠШ политологы, шәхси разведка ойошмаһы башлығы Джордж Фридман үҙенең “Алдағы 100 йыл. XXI быуат ваҡиғалары фаразы” тигән хеҙмәтендә былай тип яҙған: “2004 йылда Көнбайыш Украинаны ала алған булһа, Рәсәй әле яҡлауһыҙ ҡалыр ҙа, үҙенең урта быуаттағы сигенә кире ҡайтыр ине”. Нишләйһең, бөгөн беҙҙең ил ниндәй биләмәлә йәшәй, шулай йәшәйбеҙ инде. Кемдер Рәсәйҙең иҡтисади көсөнә көнләшеп ҡарай, ахыры. Сөнки илебеҙ хәрби яҡтан да, иҡтисади яҡтан да ҡеүәтен күрһәтеп, Европаның байтаҡ иле менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдыра алды. Румыния властарына уйланырға урын бар, юҡһа АҠШ-тың хәрби базалары араһында бер утрау кеүек ҡыҫылып тигәндәй тороп ҡалып бара. Ә Рәсәй тағы ла Европаның ҡапҡа төбөндә үҙенең көсөн күрһәтергә әҙер тора.

“Тулҡын” күсәме әллә?

Европарламенттың Румыниянан һайланған депутаттары Елена Бэсеску (Президент Траян Бэсескуның ҡыҙы) менән Кристиан Преда ҡыҙыҡ бер закон проекты тәҡдим иткән. Документта яҙылыуынса, Евросоюз Мол­да­вия – Приднестровье мөнәсәбәттәрен, шулай уҡ Ғағаузиялағы хәл-торошто яйлау буйынса әүҙем эш алып барырға тейеш. Бигерәк тә Ғағаузияла Рәсәй баҫымы һиҙелә, ти депутаттар. Үткән йәкшәмбелә генә унда мөһим референдум үтте. Автономияның күпселек халҡы тауышын Ғағауз иленең бойондороҡһоҙлоғон хуплауға, Таможня берлегенә (Рәсәй – Белоруссия – Ҡаҙағстан) ҡушылыуға бирҙе. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, ыңғай тауыштар һаны 98,5 процент тирәһе. Евросоюзға ҡушылыуға ҡаршылар – 97,22 процент.
Әлбиттә, референдум консультатив характерҙа үтте, йәғни уның юридик көсө юҡ, шулай ҙа ул хөкүмәттең Европа союзына йүнәлеш алған курсына ярайһы тормоз бар икәнен күрһәтте.
Ғағауз властары һайлаусылар һанының күп булыуына аптырап та ҡалған хатта. Автономия башканы (башлығы) Михаил Формузал белдереүенсә, был феноменаль күренеш. Молдавия етәкселеге, референдум үткәреүгә нисек кенә аяҡ салырға тырышһа ла, һөҙөмтәнең тап киреһен алды. Тауыш биреү алдынан таратылған листовкаларға күҙ һалғанда, унда шундай яҙыуҙар булған: “Таможня берлеге – миллиондарса эш урыны, электр энергияһына хаҡ – 30 процентҡа, газға – ике тапҡырға, бензинға өс тапҡырға төшә…”, “Евросоюз – эшһеҙлек, хаҡтарҙың самаһыҙ күтәрелеүе һ.б.”.
Бындай боролош менән Молдавия яғы риза түгел. Референдум илдең көньяғындағы хәл-торошто ярһытып ебәрерлек сара булған. Хәҙер автономияға күрше булған райондар ҙа сығынсылай башлаясаҡ. Был иһә Молдавияның бөтөнлөгөнә янай. Ә бит властар Европаға, Румынияға ҡарап “ауыҙ һыуын ҡорота” ине. Етмәһә, референдум демократик рәүештә үткән. Бында бер ни ҡылып булмай, сөнки шул уҡ Евросоюз да үлә яҙып демократик хоҡуҡтарҙы яҡлауын күрһәтергә тырыша. “Тулҡын” әкренләп Украина­ның күршеләренә лә күсер әле…

Ә был ваҡытта…

Сочи Олимпиадаһына бойкот иғлан итеп маташыусылар тураһында ла әйтмәй булмай. Көнбайыш Рәсәйҙән үс алмаҡсы. Анауы Сноуденды (Америка ЦРУ-һының йәшерен эштәрен донъяға “һатҡан” Эдвард Сноуден ҡасып йөрөгәндә Рәсәйҙә һыйыныу тапты) бирмәй ыҙалатты, хәҙер Украинаны үҙ янынан ебәрмәй, тип әрләйҙәрҙер эстән генә беҙҙең илде. Барак Обама, килмәйем, тигәйне, АҠШ-тың “эйәрсен көсөктәре” лә бер-бер артлы сәңкелдәй башланы. Ҡайһы берҙәре юл сатына барып баҫты. Литва Президенты Даля Грибаускайте Рәсәйгә “Көнсығыш партнерлығы” саммиты өсөн үпкәләүен белдерҙе хатта. Йәнәһе, унда Рәсәй Украинаны ҡотортоп ебәргән. Япония Премьер-министры ла әле генә, Олимпия уйындарын асыу тантанаһына килмәйем, тип белдергәйне, хәҙер, киләм, тип йөрөй. Ангела Меркель да уйға батты.
Грузияны ла бойкотҡа ҡоторторға АҠШ-тан вәкил килеп төшкән. Бығаса Франция, Бельгия, Польша, Германия етәкселәре тантанаға килеүҙән баш тартҡайны.

Әйткәндәй

Бер ҡайҙа ла тыныслыҡ юҡ. Кеше боҙолдо. Кем әйтмешләй, хаттин ашты. Ниңә шулай килеп сыҡты, аңларлыҡ түгел. Йә үҙ холҡобоҙҙоң ниңә тиҫкәре яҡҡа үҙгәргәнен аңламайбыҙмы? Өлкәндәр ярай әле, ә бына балалар-үҫмерҙәр күңелендәге бысраҡлыҡ ҡайҙан килә? Һүҙ Мәскәү мәктәптәренең береһендә булған фажиғә тураһында.
Баш ҡаланың 263-сө мәктәбендә була был хәл. 10-сы класс уҡыусыһы Сергей, ул хатта ғәҙәти уҡыусы ла түгел, ә “алтын миҙал”ға дәғүә итеүсе алдынғы уҡыусы, бары тик “4” билдәһе ҡуйған өсөн география уҡытыу­сыһын “аҡылға ултыртырға” була мәктәпкә мылтыҡ тотоп килә. Ишек төбөндәге һаҡсы ла туҡтата алмай уны, шулай ҙа хәүеф сигналына баҫып өлгөрә. Үҫмер егет дәрес барған клас­ҡа инеп, 20-нән ашыу 15 йәшлек уҡыусыны аманат итеп ала, географҡа ике тапҡыр атыр­ға ла өлгөрә. Шундағы шаһиттар һөйләүенсә, Андрей Кирилловҡа (уҡытыусы) ныҡ эләгә – тәүҙә ҡораллы хулигандың пуляһы уның эсенә тейә, аҙаҡтан уның үлмәгәнен күргән енәйәтсе башына тоҫҡап ата. Ярай әле балалар зыян күрмәй. Ә полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәс, йәш бандит уларға ҡаршы ут аса. Атышта прапорщик Сергей Бушуев үлемесле яра ала, өлкән сержант Владимир Крохин ауыр йәрәхәтләнә.
Енәйәтсене тотоу операцияһына бер сәғәт самаһы ваҡыт китә. Егет бәләкәй калибрлы винтовканан барлығы 11 тапҡыр ата. Әйткән­дәй, унда тағы бер ҡорал була. Винтовка ла, мылтыҡ та атаһы исеменә теркәлгән.
Халыҡ араһында “янғындан һуң насос һуҙ” тигән кеүегерәк әйтем таралған. Был осраҡта ла шуны иҫкә төшөрҙөләр – хәҙер барлыҡ мәктәптәрҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк. Моғайын, директорҙың хәүеф­һеҙлек буйынса урынбаҫары вазифаһы ла барлыҡҡа килер. Һәр хәлдә, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Сергей Марков шундай тәҡдимен әйтте.
Америка “тәжрибәһе” беҙгә лә килеп етте. Кеше күп йыйылған урындарҙа атыш ойоштороуҙы әйтәм. Был – кешеләргә ҡорал тоторға рөхсәт итеүҙең эҙемтәһе. Етәкселек һаман шуны аңламай. Тағы ла ауыр-ауыр енәйәттәр ҡылынғанын көтәләрҙер…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға