12.05.2010 Яҡты иҫтәлеге ҡалды
1929 йыл. Бесән мәлендә Арғы Таһир ауылы урамындағы иң ситке мунса янып китә. Бөтә халыҡ бесәнде ятып эшләй, ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. ҡарышҡандай, ел ауыл яғына иҫә. Янғын эргәләге өйҙәргә күсә. Урамдың һырт яғы, зат-ырыуы менән теҙелешеп ултырған хәлле генә Хоҙайғоловтарҙың йорт-ҡураһы яна. ҡарағас өйҙәрҙең ҡыйыҡ-түбәләре гөрһөлдәп ауа, ҡапҡалар ҡурҡыныс тауыш сығарып яна. Янғын өйҙәренә килеп еткәнсе, ике ҡыҙ – 18 йәшлек Ғәшүрә менән 14 йәшлек Сәмиға Хоҙайғоловалар, йүгерешеп, өй эсендәге бар йыһазды Һаҡмар буйына ташый. Бөтә нәмәне сығарып өлгөрәләр, тик китаптар һалынған бер ҙур ағас һандыҡты сығара алмайҙар. Уттың ял-ҡойроғо юҡ – тиҙ арала һырттағы ун бер өйҙө ялмай.
Бер һыбайлы, сабынлыҡҡа барып: «Янғы-ы-н! Ауыл яна-а!» – тип яр һала. Бесәнселәр атҡа тейәлешеп килеп етеүгә, ауылдың иң матур өйҙәренән төтәп ятҡан утлы-күмерле өйөмдәр генә ҡала.
Хоҙайғоловтар ҡара ҡайғыға бата. Уҡымышлы, бай, бик абруйлы Кирам Хоҙайғолов атлы ағайҙары, харабаларҙы күргәс, иҫһеҙ ҡолай, ете көн һушына килә алмай. ҡалҡып тороп, күҙен аса ла тағы иҫен юғалта. Уның һауығыуын теләп, көн дә бер ҡорбан салалар. Сирле һигеҙенсе көн тигәндә аңына килә. Ахыр сиктә, татыу, берҙәм йәшәгән туғандар, кәңәшләшеп, таралышмаҡсы була. Берәүҙәре Түбәгә барып, эшкә урынлаша, икенселәре Асҡарға юллана, ә торорлоҡ урын таба алғандайҙары ауылда ҡала. Мәҡәләнең төп геройы Хәмитйән Биктимеров, Ғәшүрә Хоҙайғолованың ире, 26 йәшлек егет, ошо ауыр мәлдә ғаиләһенең, туғандарының ышанысы, таянысы була ла инде. 45 йәшлек ҡәйнәһе Әминә Заһит ҡыҙын кесе ҡыҙы Сәмиға менән үҙенең ата-әсәһенән ҡалған өйгә индерә. Үҙе ҡатыны Ғәшүрә менән икенсе өйҙә йәшәй. ҡарындашы, ауылдың иң һылыу ҡыҙы Мәхүпъямал, ире Бирғәле менән Түбәгә күсә. Ағаһы Байтүрәгә лә (данлыҡлы ҡурайсы була) йәшәргә урын таба. Йорт-ҡаралтыһын яндыртмай, ташып алып ҡалғас, бирешмәй генә йәшәп китәләр, малды ла байтаҡ тоталар. Ғаилә лә ишәйә: ике малай, бер ҡыҙ тыуа. Ошолай донъя көтөргә тип дәртләнеп йөрөгән саҡта, ҡара яу булып, илебеҙгә немец илбаҫарҙары баҫып инә. 38 йәшлек Хәмитйән Биктимеров һуғышҡа китә.
Уны тәүҙә Магнитогорск ҡалаһына алып киләләр. Унан эшелон менән Орскиға ебәрәләр. Бер йылға яҡын завод төҙөлөшөндә, артабан тимер юл һалыуҙа эшләй. Шунан фронтҡа юл ала.
Бер класс та бөтмәгән, етем ҡалып, хәлле кешеләргә ялланып эшләп йөрөп үҫкән егет, русса белмәгән көйө үҙебеҙҙең ил сигенәсә барып етеп, Болгария, Венгрия, Югославия, Румыния, Чехословакия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Германияға бәреп килеп ингән ерҙә ул бик ҡаты яралана һәм иҫһеҙ көйө госпиталгә оҙатыла. Уны Кутаиси ҡалаһындағы (Грузия) госпиталдә дауалайҙар. Яралары иҫ китерлек була: бер яҡ янбашының һум ите уйылған, уң аяҡ сәнсегенән һынған, һәлберәп тора. Бер ай тирәһе дауалап, ике ҡултыҡ таяғына баҫтырып, Хәмитйән Биктимеровты тыуған яғына, Әбйәлилгә ҡайтаралар. ҡатыны Ғәшүрә, ат менән барып, уны Асҡарҙа ҡаршы ала. Был нәҡ 9 май – Еңеү көнө була.
Хәмитйән олатайҙы ул ваҡыттарҙа бик көслө һаналған Темәс дауаханаһына һалалар. Унда яралы һалдатты Белоруссиянан килгән белемле, тәүәккәл, кешелекле Антон Антонович исемле хирург ихласлап дауалай. Хәмитйән олатай һыҙланыуҙарынан йоҡлай алмай ыҙалана, һуғыш тәьҫораттарынан хатта илерер сиккә етә. Өс ай ята ул дауаханала. Шулай ҙа оҫта табип ҡаты яралыны аяҡҡа баҫтыра. Һынған аяғы әҙерәк ҡыҫҡараҡ булып ҡала-ҡалыуын, ләкин атларға эшкинә. Үҙ ауылына, Таһирға, ул инде таяҡһыҙ ҡайта. Әммә олатайҙың яралары оҙаҡ һыҙлай. Тик әрһеҙлеге, тырышлығы арҡаһында һыҙланыуҙарға бирешмәй. Аҡһаһа ла, колхоз эшенә сыға.
Һуғышта күргәндәрен, кисергәндәрен Хәмитйән олатай һис йыбанмай, ҡасан һораһаң, шунда һөйләр ине. «ҡуй инде, ундай ҙа ҡырылыш булыр икән!» – тип аптырап башлар ине һүҙен.
Ул һөйләгәндәрҙән бер нисә ваҡиғаны яҙып үтәйек.
«Бер урында ятабыҙ. ҡаршыла – немецтар. Атышабыҙ, күренгән берен юҡ итәбеҙ. Минең мылтыҡ әллә ҡайҙа булды, БТР-ҙан атам. Ахыр сиктә, тегеләр тынды, дөмөктөләр шикелле. Ошо мәл һыбай беҙҙең бер майор килеп сыҡты. Мылтығымды юғалтҡанымды вата-емерә русса әйтергә маташам. «Башҡортса һөйлә!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме был! Аттан төшөп, минән яраланған башын бәйләтеп алды ла ҡулыма мылтыҡ тотторҙо. «Башҡа мылтығыңды ҡалдырып йөрөмә!» – ти үҙе. Үҙ башҡортомдо күреүемә ныҡ ҡыуандым.
Праганы азат итеү өсөн бер аҙна буйы үлемесле һуғыш барҙы. Совет ғәскәре, ниһайәт, ҡаланы алғас, һалдаттарҙы тантаналы рәүештә орден-миҙалдар менән бүләкләнеләр. Миңә I дәрәжә Дан ордены бирҙеләр. «Будапешты яулаған өсөн», «ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ булдым.
Көпә-көндөҙ бер егет менән икебеҙҙе разведкаға ебәрҙеләр. Икебеҙ ике яҡҡа киттек. Немецтар ятҡан ер 200 метр тирәһе генә. Алда бер кукуруз күбәһе ултыра. Шуға ҡарай боҫа-боҫа киттек. Немецтар туҡтауһыҙ ата. Теге иптәште күреп ҡалып, йыға аттылар. Шым ғына күбәгә еттем. Сәғәт ун ике еткәйне, дошмандар ашарға ултырҙы. Яҡында ғына бер окоп күреп ҡалдым да йылп итеп шунда төшөп ултырҙым, әлдә кәүҙәгә бәләкәймен. Окоп тирәләй үләндәр ҡаҙап сыҡтым. Етеҙ генә итеп бер граната ташланым. Тынды тегеләр. Берәүһе тере ҡалған икән, пулеметын һөйрәп, минең яҡҡа килә башланы. Яҡынайғайны ғына, атып йыҡтым тегене. Шундуҡ үлде. Рота командиры мине «За отвагу» миҙалына тәҡдим итте, әммә ул нишләптер бирелмәне».
Тамуҡ утын кисеп, һуғыштан ҡайта алған һирәктәрҙең береһе ине Хәмитйән олатай. Ә һуғыш яландарында бер туған ағаһы, ике бажаһы, әллә күпме яҡын туғаны ятып ҡала. Яуҙан иҫән ҡайтһа ла, шул тиклем яҡын кешеләренең юҡлығын кисереүе йөрәген өҙгөләмәгәнме ни уның?
Хәмитйән олатай ауылында хөрмәтле ветерандарҙың береһе булды. Йәштәр менән осрашыуҙарға, Еңеү көнөндәге тантаналарға йөрөп, күргәндәрен һөйләп, бөгөнгө етеш тормошҡа шатланыр ине... Бөгөн ул, әлбиттә, гүр эйәһе. Ә беҙҙең күңелдә яугир герой образында һаҡлана.
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты,