01.11.2013 Милләттәрҙе кәмһетеүсе власҡа яҡын булһа, нимә эшләргә?
Рәсәй беренсе тапҡыр бизнес алып барыу буйынса уңайлы илдәр исемлегенең тәүге йөҙө иҫәбенә индерелгән. Әлбиттә, йөҙ ул әле илле лә түгел. Шулай ҙа беҙҙекеләр харап ҡыуана. Бөтә донъя банкының “Doing Business” рейтингы 189 илде тикшереп, Рәсәйҙе 92-се урынға ҡуйған. Илдәрҙә эшҡыуарлыҡты башлау, төҙөлөшкә рөхсәт алыу, электр селтәренә тоташыу, милекте теркәү, кредит алыу һ.б. шундай эштәргә күпме ваҡыт һәм аҡса талап ителгәне асыҡланған. Бер йылда беҙҙең ил 20 баҫҡысҡа күтәрелгән. Былтыр майҙа Президент Владимир Путин Рәсәйҙе ошо исемлектә 100 пунктҡа алға күсеү саралары тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Был беҙҙең иҡтисади сәйәсәттең төп бурыстарының береһе икән. Эш барҙы һәм 2011 йылда торған 120-се урындан 2018 йылда 20-се урынға тиклем барып етеү күҙаллана. Шулай итеп, былтырғы күрһәткестәр буйынса 92-се урынға етеү насар түгел инде. Эшҡыуарҙар яҡшы беләлер.
Ә донъя буйынса бизнес өсөн иң уңайлы биш ил – Сингапур, Гонконг, Яңы Зеландия, АҠШ, Дания. Күршеләребеҙ – Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Әзербайжан исемлектә беҙҙән байтаҡ алда тора.
Ошо һөйөнөс менән “юғарылағы”лар эйфория кисереү хәлендәме икән? Әллә был хәбәр соҡорҙа ултырған иҡтисадыбыҙҙы тартып сығарыуға булышлыҡ итер тип көтөләме? Һуңғы бер нисә аҙнала булған буталыштар халыҡтың иғтибарын артыҡ йәлеп итеп ҡуймаһын өсөн тағы ниндәй баш бутағыс яңылыҡ ебәрелер?
Ғөмүмән, иҫ китерлек һүҙ сыҡты. Яман ауыҙҙан.
Телгенәһен…
Үҙегеҙ ишеттегеҙ, телевизорҙан ҡабат-ҡабат тылҡыйҙар – илдә тыныс түгел. Мәскәүҙең Көнбайыш Бирюлево районында ҡылынған енәйәттән мигранттар, милләт-ара ыҙғыш темаһын ҡуҙғатып ебәрҙеләр ҙә, хәл Волгоградта ҡылынған терактҡа алып барып бәйләнде. Ҡыҙғаныс, әммә ошо юҫыҡта дауам итә.
Волгоградтағы теракттан һуң билдәһеҙҙәр мәсет бинаһын яндырмаҡсы булған, ислам ойошмаһы башлығының өйөнә һөжүм иткән. Тик бер нәмәне аңламай кеше – терактты пәрәнжәләге ҡатын яһаһа ла, уның мәсеткә, ғөмүмән, хаҡ дингә бер ҡыҫылышы ла юҡ. Уның наркотик менән ағыуланмауын кем асыҡ әйтә ала? Шул фажиғә тураһында фекерҙәр яңғырағанда ла ағыулы телдән сыҡҡан хәбәр таралды ла инде. Һүҙ халыҡ һайлаған “хөрмәтле” депутат, РФ Дәүләт Думаһында фракция етәксеһе Жириновскийҙың әйткәне тураһында.
Владимир Жириновский 24 октябрҙә “Рәсәй – 1” каналына ”Поединок” тапшырыуына саҡырылғайны. Был программала ул йыш ҡунаҡ. Алып барыусыһы Владимир Соловьевты ихтирам итә торғайным, тик һуңғы арала ҡатнашыусыларын һирәк алмаштыра. Ғөмүмән, әлеге партия лидерын тапшырыуҙың ҡыҙығы бөтә башлаһа саҡыра кеүек. Тегеһе яндырай холҡо менән, тауышына талашыу ғәләмәттәре сығарып, сығарылышты бер аҙ йәнләндереп ебәрә, тип уйлайҙыр. Был юлы ла тәүҙән үк тапшырыуҙағы оппонентына ҡарап, ярым аҡырып Төньяҡ Кавказ халыҡтарына ағыуын сәсте. ЛДПР лидеры был төбәктә халыҡтың артыҡ тиҙ ишәйеүен күрә алмай һәм, өсөнсө бала тыуған осраҡта штраф түләтергә кәрәк, тигән тәҡдимен еткерҙе. Йәнәһе, балалар күп тыуған һайын террорсылар артыу хәүефе лә бар. Бынан тыш, был яҡтағы республикаларҙан халыҡтың башҡа төбәккә сығыуын сикләргә, сикте “сәнскеле тимер сым” менән уратып алырға, тине Жириновский әфәнде ярһый-ярһый. Ошо һүҙҙәре менән ул асыҡтан-асыҡ үҙенең нацистик, фашистик һәм экстремистик холҡон күрһәтте.
Иҫ киткес аҡылһыҙ фекер. Үкенескә күрә, ул һүҙ Кремлгә яҡын ултырған кеше ауыҙынан сыҡты. Илдең төп ҡануниәт сығарыусылары араһында йөрөгән кеше. Халыҡ һайлап ҡуйған депутат. Партия башлығы. Был һүҙҙәр бер нисә кеше араһында ғына яңғыраманы, ә телевидениеның төп каналдарының береһе аша бөтөн халыҡҡа таратылды. Бындай экстремистик ҡараш өсөн Жириновский мотлаҡ яуап бирергә тейеш. Бер төркөм депутат уға ҡарата “дошманлыҡ йәки күрә алмаусылыҡ тыуҙырыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асыуҙы (РФ Енәйәт кодексының 282-се статьяһы), Дәүләт Думаһында этика йәһәтенән тикшереүҙе һораны.
Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров фекеренсә, “әлеге сәйәсмән Рәсәйҙең миллионлаған халҡына һәр хәүеф ошо төбәктән генә сығыуын, бөтөн бәләләр ошо халыҡтар менән бәйле икәнен” һеңдерергә теләгән. Ә Чечнялағы ЛДПР төбәк бүлексәһе етәксеһе Адлан Шамсадов, бындай лидер менән артабан эшләү мөмкин түгеллеген белдереп, партиянан сығырға ғариза яҙҙы. Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелде.
Жириновский ҡасандыр, ә теүәлерәге, 1999 йылда, шул уҡ телевидение аша башҡорттар менән татарҙарҙы Монголияға ебәрмәксе булғайны (РТР каналындағы Урмас Отт тапшырыуы). Ул саҡта әҙ һанлы халыҡтарға ағыуын һипкәндә эләккәйнек уның күҙ осона. Шул кеше һаман ниндәйҙер кимәлдә лидер булып йөрөһөнсө!
Дәүләт Думаһының Милләттәр буйынса комитеты башлығы Гаджимет Сафаралиев белдереүенсә, хәйерһеҙ сәйәсмәнде Генераль прокуратура тикшерергә тейеш. Әгәр уның әйткәндәре экстремистик эшмәкәрлек тураһындағы законға тура килһә, депутаттар енәйәт эше асыуҙы талап итәсәк.
Төньяҡ Кавказ республикаларына килгәндә, эйе, унда халыҡ һаны тәбиғи рәүештә арта. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Дағстан һәм Чечен Республикаларында халыҡ һаны 2002 йылғы перепискә ҡарата 115 процент тәшкил иткән. Бөгөн, ил Президенты Владимир Путин һәр ғаиләлә өс бала тәрбиәләү нормаға инергә тейеш, тип белдергән саҡта, әлеге төбәктә үрсем кимәле яҡшырыуҙа бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡтыр. Ә террорсының Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгендә тыуыуы ихтимал. Бер кем дә гарантия бирмәй. Күп нәмәнең Көнбайыштан килеүе лә мөмкин. Американың 1945 йылда уҡ яҙылған беҙҙең илде тарҡатыу доктринаһы тулы ҡеүәтенә эшләй. СССР-ҙың юҡҡа сығыуы, эскелек, наркомания, түрәләрҙең дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса урлауы, енәйәтселек, эшһеҙлек, демографияның түбән төшөүе, ҡиммәттәр юғалыуы, төптән уйланылмаған реформалар һ.б., һ.б. быны асыҡ дәлилләй.
Баяғы Жириновский әфәнденең, күпкә аҡыллыраҡ фекер әйтеү урынына, терактта рустарҙы үлтерәләр, тип тороуы ла мәғәнәһеҙ яңғыраны. Әйтерһең дә, мәҫәлән, шул уҡ Волгоградта Наида Асиялова үҙ-үҙен шартлатыр алдынан автобус пассажирҙарының һәр береһенән милләтен һорап сыҡҡан. Тикшерә китһәң, Наиданың ире рус егете булған һәм тап ул ҡатынын террорға әҙерләгән.
Террор, һис һүҙһеҙ, ҡот осҡос яман күренеш. Ул ҡорбандарҙы милләтенә, диненә, ниндәй ҡатлам кешеһе булыуына ҡарап айырмай. Теракттар – радикаль фекерле, илдең бөтөнлөгөн юҡҡа сығарырға теләүсе бер төркөм одиоз әҙәм аҡтығының эшмәкәрлеге. Террорға ҡаршы көрәшеүҙе уның сәбәптәрен асыҡлауҙан башларға кәрәк. Рәсәйҙә ҡасан башланғыс алды был фажиғәләр?
Ә был ваҡытта…
Бирюлеволағы фажиғәнән һуң ксенофобик (ксенофобия – ситтәргә ҡарата нәфрәт йә уларҙан ҡурҡыу) күренештәрҙең артыуын ҡайһы берәүҙәр, етешһеҙ йәшәү эҙемтәһе, йәғни социаль-иҡтисади фактор, тип ҡарай. Икенселәр сәбәпте килмешәктәр менән урындағы халыҡ араһындағы рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙең айырмаһы көслө булыуҙа күрә. Милләтселек үҫешенең ысын сәбәбе нимәлә һуң? Мигранттар аҫабаларға шундай зыян яһағас, ниңә урындағы етәкселек сара күрмәгән? Бер яҡтан, ярлы йәшәгән кешенең депрессияға бирелеүе, аҡса етмәүҙән кәйефе төшөүе, бөтөн донъяға асыу тотоуы тәбиғи хәл. Беҙҙә бит “Астың асыуы яман” тигән әйтем дә бар.
Ҡытайҙарҙың бер фильмы иҫкә төштө. Унда имгәкләп кенә йөрөүсе бер ҡол арыу ғына киҫәк ит өсөн үҙе кеүек үк ҡолдар менән “дүрт аяҡта” йүгереп ярыша, хатта тора-бара ике аяғына ла баҫа, елдән етеҙгә әйләнә. Барыһы ла тамаҡ өсөн. Илдәге болғаныштар ҙа, теракттар ҙа, бюджетты талау ҙа, “нелегалдар”ҙы индереү ҙә – барыһы, барыһы ла тамаҡ өсөн, нәфсе өсөн эшләнелә түгелме?
Ә үткән аҙнала Воронеж өлкәһенең “Терновка” станцияһында Тажикстан поезына (Мәскәү – Дүшәмбе) һөжүм итеүселәрҙе нисек аңларға? Славян йөҙлө 20-ләгән ир заты вагон тәҙрәләрен ҡырған, пассажирҙарҙы дөмбәҫләгән, янаған. Урындағы полиция менән тимер юл етәкселеге тыймаған, ғөмүмән, бер нәмә лә эшләмәгән, хатта поезд бригадиры ебәрергә теләгән телеграмманы ла ҡабул итмәгәндәр. Бөгөн иһә мигранттарҙы әрләү менән генә мәшғүлдәр. Беҙҙә законһыҙ эшләүсе гастарбайтерҙар арҡаһында Мәскәүҙең 27 ауыл хужалығы баҙарын ябып, урынына супермаркеттар, күп ҡатлы автомобиль ҡуйыу урындары төҙөмәкселәр. Ниңә шуларҙы тап урындағы етештереүселәрҙең тауарын һата торған заманса баҙар итеп кенә үҙгәртеп ҡормаҫҡа?
Әйткәндәй
4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Мәскәүҙә һәм илдең тағы ла йөҙләп ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә “Русский марш” акцияһы үтәсәк. Баш ҡалала милләтселәр демонстрацияһына рәсми рөхсәт бирелгән. Ксенофобия күренештәре тынып та етмәгән ваҡытта нимәгә бындай ҙур акция? Экстремистик сығыштар, саҡырыу-өндәүҙәр булмаҫмы? Унда йыйылыусыларҙың хәүефһеҙлеге нисек яҡланасаҡ? Берәү ҙә 100 процентҡа, барыһы ла тыныс үтәсәк, тип әйтә алмай бит. Өҫтәүенә, мигранттар федерацияһы үҙ марштарын әҙерләйәсәге хаҡында белдергән. Һин, хөрмәтле уҡыусы, шундай марштарҙың үҙ урамыңдан үтеүен теләр инеңме?